Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Август 2023, 13:15

Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итәсәктәр

Күптән түгел Башҡортостан хөкүмәте ултырышында йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында һүҙ алып барҙылар.

 Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров үҙенең телеграмм-каналында хәбәр итөүенсә, бөгөн республикала 5 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ алыр өсөн социаль түләүҙәр алырға теләк белдергән. Өс йыл ярым эсендә программа 1,1 мең йәш ғаиләгә торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек биргән. Был маҡсатта дөйөм ярҙам 1,3 миллиард һум тәшкил иткән.  Программа тамамланған, шуға күрә йәш ғаиләләр мәнфәғәтен яҡлаған яңы хоҡуҡи акт кәрәк. Әйткәндәй, 2023 йылда йәш ғаиләләргә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә 286 миллион һум  аҡса бүленгән , шулай уҡ был маҡсатҡа 52 миллион федераль ҡаҙна аҡсаһы ебәрелгән. Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы был йәһәттән  сараларҙы раҫлаусы ҡарарҙар проектын төҙөгән дә инде. Ҡалғаны  - район һәм ҡала округтары хакимиәтенән тора.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: Башҡортостан хөкүмәте сайтынан алынды.

 

Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итәсәктәр
Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итәсәктәр
Автор:Римма Галимова
Читайте нас