Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Август 2023, 12:35

БОҘ, ОҪТАЛЫҠ ҺӘМ ЕҢЕҮҘӘР!..

Ябыҡ боҙ һарайы урынына асыҡ, һалҡын һауа. Йылы һәм йомшаҡ йәйелмә урынына ҡаты боҙ... Бына шундай тәбиғи шарттарҙа конькиға баҫа, меңәр тапҡыр йығылып, шыуырға өйрәнә, спорт күнекмәләрен уңышлы үтәй башлай Надежда ШАҺИЕВА. Шулай сыныға, оҫталыҡҡа өйрәнә, физик мөмкинлектәрен генә түгел, рухи бағанаһын да нығыта, хеҙмәт ҡәҙерен аңларға өйрәнә ул. Хәҙер инде ҡырҡ йылдан ашыу Надежда Владимировна үҙе йәш быуынды боҙҙа шыуырға өйрәтә, спортсылар, чемпиондар әҙерләй! Ҡасандыр үҙендә сыныҡтырған сифаттарҙы бар йөрәге менән тәрбиәләнеүселәрендә һеңдерергә тырыша.

БОҘ, ОҪТАЛЫҠ ҺӘМ ЕҢЕҮҘӘР!..
БОҘ, ОҪТАЛЫҠ ҺӘМ ЕҢЕҮҘӘР!..

Асыҡ һауала, ҡаты боҙҙа

Надежда Шаһиеваның ата-әсәһе хәрби кешеләр була. Уның етдилеге, тырышлығы һәм яуаплылығы нигеҙендә был күренештән тыш, боҙҙо үҙ итеү ҙә яталыр. Боҙға бәйле спорт ҙур ихтыяр көсө талап итә бит. Бер тапҡыр конькиға баҫҡан ҡыҙ ғүмерен ошо спорт төрө менән бәйләй. Башта асыҡ боҙ, аҙаҡ махсус секция...

– Ете йәш тулғас, ата-әсәйем фигуралы шыуыу секцияһына алып килде һәм был түңәрәкте мин мәктәпте тамамлағансы үҙ иттем. Аҙаҡ иһә спортты һөнәри кимәлдә һайлап, Омск дәүләт физик культура институтын тамамланым, – тип таныштыра ул йәшлек йылдары менән. Шул мәлдән алып спорт менән педагогика донъяһына сума.

 

Бер нисә быуын спортсылар

Стәрлетамаҡ физик культура техникумын (әлеге ваҡытта колледж) төрлөйылдарҙа тамамлаусылар уҡытыусыларының һабаҡтарын яҡшы хәтерләй, күптәр әле лә боҙҙа ла, кешеләр менән аралашыуҙа һәм йәмғиәттә лә үҙеңде тотоу буйынса биргән дәрестәре өсөн рәхмәттәр еткереп ҡала. Был уҡыу йортона Надежда Владимировна өс тиҫтәнән ашыу ғүмерен арнаған. Ә бит техникумда ла япмалы боҙ һарайы юҡ ине, уҡытыусы үҙе һымаҡ,тәбиғи шарттарҙа тигәндәй, бер нисә быуын спортсылар, уҡытыусылар, ҙур шәхестәр тәрбиәләгән.

– Ҡалала түгел, ил кимәлендә һирәк күренеш булған фигуралы шыуыу, йөрөү буйынса дәрестәр алып барыу еңел булманы, әммә техникум коллективы, шәхсән директоры Миҙхәт Мусаҡаев тырышлығы менән эшебеҙ бара ине, – тип хәтерләй тренер уҡыу йортона арнаған йылдарын. Нәҡ ошо йылдарҙа Надежда Шаһиева Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы һәм республиканың урта һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре булып таныла.

 

Өс йәштән һуң һуң инде...

Бынан тиҫтә йыл элек тәжрибәле уҡытыусы, тренер барлыҡ көсөн туплап, ҡалабыҙ тарихында быға тиклем булмаған күренешкә нигеҙ һала. “Стәрлетамаҡ-Арена” боҙ һарайы нигеҙендә фигуралы шыуыу секцияһы эшләй башлай. Бөгөн секция шунда уҡ ҡаланың 3-сө спорт мәктәбе базаһында эшләп килә. Секцияла бөгөнгө көндә тик ҡыҙҙар ғына шөғөлләнә. Ун йыл эсендә йәш спортсылар республика, ил кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып, урындар яулап өлгөргән. Ырымбур, Ҡазан, Сочи, хата Мәскәү боҙҙарында сығыш яһай улар. Кесерәктәр спорт буйынса үҫмерҙәр өсөн разряд яҡлаһа, өлкәнерәк ҡыҙҙар инде спорт разрядына, спорт мастеры кандидаты исемдәренә дәғүә итә.

– Тиҫтәләгән ҡыҙ үҙ итте секцияны. Төрлө йәштәләр. Әйтергә кәрәк, тырыштар, сөнки фигуралы шыуыуҙа бер генә күнекмә детален яһар өсөн дә бер йыл ваҡыт кәрәк, ә беҙҙең ҡыҙҙар йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй, ҡала данын арттыралар, – тип һөйләй тәрбиәләнеүселәре хаҡында тренер. Ысынлап та, хатта телевизорҙан шыуғандарын ҡарағанда ғына ла ниндәй ҙур хеҙмәт ятҡанына инанаһың был спортта. Ә бына ошо ваҡ ҡына элементтан алып һоҡланып ҡарап ултырырлыҡ тотош программа-сығыш ҡуйыр өсөн педагогҡа күпме көс түгергә тура килә?! Ә секцияла бер ҡыҙ ғына шөғөлләнмәй...

– Өс йәштән һуң килгән балаларҙы төркөмгә алырға тырышмайым, сөнки биш-алты йәштәрҙә (ете-һигеҙ йәш тураһында әйтеп тораһы ла түгел) шыуырға, кәрәкле хәрәкәттәрҙе эшләргә өйрәтеүе һуң инде, һәр хәлдә балаға ла, тренерға ла ныҡ ауырға тура килә. Шуға сабыйҙары был спорт төрө менән шөғөлләнеүен теләгәндәр секцияға мөмкин тиклем иртәрәк килһендәр. Ғөмүмән, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, – тигән кәңәштәрен дә еткереп ҡала Надежда Шаһиева.

...Тормош ҡануны шулай ҡоролған: мәле еткәс, һиңә Хоҙай барыбер ҙә үҙ юлыңды күрһәтә. Әлбиттә, ҡасандыр Надежда Владимировнанан һабаҡ алған студенттарҙың барыһы ла педагог йәки спортсы булып китмәгәндер, бөгөнгө көндә фигуралы шыуыу секцияһына йөрөгән ҡыҙҙарҙың да һәммәһе Камила Вәлиева кимәлендә булмаҫ. Әммә тренер биргән һабаҡтар, кәңәштәр, күнекмәләр шул йөҙәрләгән студенттарҙың, тәрбиәләнеүселәрҙең характеры, рухи бағанаһы нығыныуҙа, яуаплылыҡ, тырышлыҡ формалашыуҙа туранан-тура йоғонто яһамай ҡалмай – быныһы ла йәнә тормош ҡануны. Улай ғына ла түгел, әгәр ҙә ошо йөҙәрләгән йәш быуын вәкиленең береһе генә ил чемпионы булһа ла (сөнки фигуралы шыуыуҙа ҙур кимәлгә сығыу ҙур хеҙмәт талап итә!), тренерҙың хеҙмәт юлы заяға үтелмәгәндер!

Республика данын арттырып, йәш быуында сәләмәт тормошҡа, спортҡа ҡыҙыҡһыныу уятып, чемпиондар тәрбиәләп йәшәгән тренерҙарыбыҙ күберәк булһын!

Фотолар Н.Шаһиеваның ғаилә архивынан алынды.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: