Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Август 2023, 09:10

ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ОБОРОНАҒА ӘҘЕР!

ГТО комплексы бынан 9 йыл элек РФ президенты Владимир Путин  инициативаһы менән тергеҙелә башланы. Ә бөгөн ул беҙҙең спорт тормошобоҙға ныҡлы килеп инде һәм уның мөһим өлөшө булып тора. ГТО нормативтары – ул тормош нормаһы.

ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ОБОРОНАҒА ӘҘЕР!ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ОБОРОНАҒА ӘҘЕР!
ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ОБОРОНАҒА ӘҘЕР!

ГТО (хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек) – ул физик әҙерлек программаһы. Уның маҡсаты – кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу, балаларға патриотик тәрбиә биреү, йәш быуынды хеҙмәткә һәм Ватанды һаҡлауға әҙерләү булып тора. 6 йәштән 70 йәшкә тиклемге граждандар үҙ ихтыярҙары буйынса ГТО тапшыра ала. Комплекс 11 баҫҡыстан тора. Нормативтар, һынауҙар һаны кешенең енесенә һәм йәшенә лә ҡарап үҙгәрә.

ГТО-ның тыуған көнө 1930 йылдың 24 майы тип һанала. Нәҡ шул заманда “Комсомольская правда” гәзитендә был мәсьәлә буйынса беренсе тапҡыр материалдар баҫылып сыға, 1931 йылдың 11 мартында  “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” беренсе Бөтә Союз комплексының төп  положениелары һәм нормалары раҫланыла.

Стәрлетамаҡта “ГТО” тест үҙәге 2015 йылдың  ноябренән эшләй башланы. Ә  2021 йылдың 11 мартында, ГТО комплексының 90 йыллығы айҡанлы, “Олимпия резервындағы спорт мәктәбе» муниципаль тест үҙәгенең яңы залы асылды, был күмәк спорт үҫешенә этәргес булды. Тест үҙәгенең эшләү осоронда ГТО комплексы нормативтарын 30 меңдән ашыу кеше үтәне, шуларҙың  18 меңе нормативтарҙы алтын, көмөш һәм бронза билдәләренә үтәне.

ГТО комплексы мотлаҡ нормативтарҙы, шулай уҡ һайлау буйынса тәҡдим ителгәндәрҙең күбеһен үҙ эсенә ала. Был – 6  төрҙән ашыу: ҡыҫҡа һәм оҙон дистанцияларға йүгереү, ҡулдарға таянып кәүҙәне күтәреү, гимнастика эскәмйәһендә торған ерҙән алға эйелеү, урындан алыҫлыҡҡа һикереү, атыу, йөҙөү һәм башҡалар. Кросс урынына киҫешкән ерҙәрҙә саңғыла йүгереүҙе тапшыралар. Ярыш төрҙәре йәш баҫҡыстарына ла бәйле, уларҙың һәр ҡайһыһына  үҙҙәренең тестары һәм нормативтары.

Яҡшы спорт әҙерлеге булған хәлдә лә,  ГТО  һәр кемгә лә үҙ көсөн һынап ҡарарға форсат бирә. Был, һис шикһеҙ, организм өсөн файҙалы, ни өсөн тигәндә, спорт менән шөғөлләнеү – ул ныҡлы һаулыҡҡа юл, һәм шулай уҡ ул мәктәп тамамлаусы сығарылыш уҡыусылары өсөн яҡшы ярҙам, сөнки айырма билдәһе арҡаһында  вузға ингәндә уларға 2 балдан алып 10 балға тиклем өҫтәлә.

Йыл һайын  мәктәп уҡыусылары, ойошмалар хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡышҡы һәм йәйге  “Хәрәкәткә килегеҙ” ГТО фестивалдәре уҙғарыла, шулай уҡ ғаилә өсөн ГТО фестивалдәре бар, хатта ғашиҡ парҙар араһында ла ҡыҙыҡһыныу уята. Ул йөҙҙәрсә ҡатнашыусыларҙы үҙҙәренә йыя. Ҡайһы берәүҙәр һөҙөмтәләрен яҡшыртыу өсөн ГТО нормативтарын ҡабаттан тапшыра.

ГТО  нормативтарын тапшырырға теләүселәрҙең барыһын да  ошо адрес буйынса көтәбеҙ: Ленин проспекты 2в,  телефон аша алдан яҙылырға теләһәгеҙ тел. 8(3473)30-80-86;  электронный адресҡа заявка бирергә теләһәгеҙ:   gtostr@mail.ru

Рәхим итегеҙ!

Ойоштороу комитеты.

ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ОБОРОНАҒА ӘҘЕР!
ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ОБОРОНАҒА ӘҘЕР!
ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ОБОРОНАҒА ӘҘЕР!
ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ОБОРОНАҒА ӘҘЕР!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас