

Нотала уйнаған тәүге музыкант
Эйе, ошо арала мәҡәлә геройы үҙенең һикһән йәшлек юбилейын билдәләй, әммә уға ҡарап, ныҡлы баҫып йөрөгән алтмыш йәшлек ир-егет тип уйларһың. Бындай “йәшлеген” Нәүфәл ағай үҙенең әүҙемлегендә тип әйтә. “Ҡаҡ иҙәндә йоҡлап, үлән ашап, ялан аяҡ йүгереп үҫкәнгә бирешмәйбеҙ!” – ти ул үҙе был хаҡта. Ысынлап та, тәү ҡарашҡа бөхтә, ныҡлы ағайға ҡарап, матур тормош кисергәндер, тиһең. Әммә уның бала саҡтағы күргәндәре, йәшлек йылдарында кисергәндәре бер мәҡәлә эсенә һыйып та бөтмәй, тик матур тормош түгел, ә тормошто матур йәшәгән тип әйтергә ҡала. Хәйер, уның яҙмышынан бигерәк, һәләтле ижадсы икәнлеген асып бирге килә.
Ишҡар ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1959-1960 йылдарҙа Өфө ҡалаһында баянсылар һәм хормейстерҙар курсында уҡый. 1960-1962 йылдарҙа Борай районы Салҡаҡ урта мәктәбенең директоры, буласаҡ академик Әхиәров Камил Шәйехмырҙа улы Нәүфәл Ноғомановты музыка дәрестәрен уҡытырға эшкә саҡыра. Был ваҡытта ул тирәлә нота менән уйнаған бер баянсы ла булмай. Әрме хеҙмәтендә 1962–1964 йылдарҙа була. Күңеле йыр-моға тартылған һалдат үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша, һалдаттар ансамбленә етәкселек итә.
Был мәҡәләгә ул башҡарып сыҡҡан эштәрҙең ундан бер өлөшө генә тураһында ғына яҙыла һымаҡ, гармунда уйнарға өйрәнде, уҡырға инде, уҡыта башланы тип атап ҡына китһәк тә, был ваҡиғаларҙың барышы һәм бер-береһенә ялғаныуы уйландырмай ҡалмай. Мәҫәлән, күп балалы ғаиләнән профессиональ (белемле) музыкант сығарыр өсөн дә күпме көс, сабырлыҡ талап ителә.
– Ун балабыҙ, йүнләп кейергә, ашарға юҡ. Өй тулы бала-саға. Атайым бер күҙе юҡ Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, әммә шул ҡот осҡос ауыр шарттарҙа ла ғаиләбеҙ берҙәм, татыу булып йәшәне. Барыбыҙға ла атай-әсәйҙең күңел йылыһы етә ине, шулай булғас ризыҡ та еткән һымаҡ булғандыр, – тип бала саҡ, йәшлек йылдарын иҫенә төшөрә геройым. – Күмәк балабыҙ, әммә атай мәрхүм миңә ике тапҡыр гармун һатып алып бирергә аҡса тапты, түләүле курстарҙа уҡытты. Тыуған яҡтарыма ҡайтҡан һайын, мәрхүмдәремдең ҡәберен ҡәҙерләп, ваҡытында ныҡлы таяныс була алғандарын иҫләп, рухтарына рәхмәттәр әйтеп китәм.
1964-1966 йылдарҙа Илеш ярҙамсыл мәктәбендә музыка дәрестәре алып бара. 1966–1970 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының баян класында уҡый ул.
1970–1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында күренекле композитор Таһир Кәримов етәкселе-
гендә баянсы-концертмейстер булып эшләй. 1971–1975 йылдарҙа Ҡазан сәнғәт институтында белем ала. 1975-1993 йылдарҙа Стәрлетамак мәҙәни-ағартыу училищеһында баян класында уҡыта.
Уҡыусылары – халыҡ артисы!
Нәүфәл Мәхийән улы үҙенә лайыҡлы алмашсылар әҙерләп сығарҙы. Шулар араһынан Хәлит Фатихов – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Сибәғәт Яруллин – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы аккомпаниаторҙары. Гөлсәсәк Шәрипова – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат драма театры артисы. Сәриә Ғәлләмова – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ишембай районы Ишәй ауылы мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй.
Әлеге көндә ал-ял белмәй эшләп йөрөүсе ауыл мәҙәниәт йорто директорҙары ла – Нәүфәл ағай дәрестәрен алыусылар.
1993-2005 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында баян класында дәрестәр бирә. 2005–2008 йылға саҡлы 5-се Стәрлетамаҡ гимназияһында музыка уҡытыусыһы булып эшләй. 2008–2022 йылдарҙа В.И.Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатта музыканан уҡыта. 2022 йылдың февраленән хаҡлы ялда. Барлыҡ эш стажы – 63 йыл!
Нәүфәл Мәхийән улы бөтәһе 30-ҙан ашыу (хор өсөн дә) йырҙар ижад итте. Нәүфәл Ноғоманов ижад иткән бик күп йырҙар, шиғырҙар республика, район матбуғат биттәрендә. “Башҡортостан ҡыҙы” “Ленинсы”, “Ҡыҙыл таң”, “Ашҡаҙар”ҙа донъя күрә килә. 1969 йылда хакимиәт башлығы һорауы буйынса, Күгәрсен районына арнап Сәриә Мәһәҙиева менән берлектә йыр яҙалар. Яңы йырҙы З.Биишева һәм З.Исмәғилев бик оҡшата.
Был йыр 80 кеше башҡарыуында Башҡортостан телевидениеһынан да яңғыраны. Нәүбәттәге йырҙы Рафиҡ Сәлмәнов раҫлай. 2016 йылда район һабантуйында Ишҡар ауылына бағышлап яҙған йырының (һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе яҙа) презентацияһы уҙҙы. Айрат Ғайсин был йырға фатихаһын ихласлыҡ менән бирҙе. Артабан да уңыштары етерлек була. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 245 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҡала хакимиәте иң матур йырға конкурс уҙғара. Нәүфәл Ноғоманов та үҙ көсөн һынап ҡарай. Земфира Мул-
лағәләмованың “Стәрлетамаҡ” шиғырына көй яҙып, 3-сө урынды яуланылар. Ул осорҙа лицей-интернат директоры булып эшләгән Зәлифә Ситдиҡова һорауы буйынса, Әҡсән Хәлилов тәҡдиме менән интернат өсөн матур гимн ижад итте. Был гимн музыкаһы Башҡортостан Республикаһы композиторҙар союзы тарафынан раҫланды. Стәрлетамаҡ драмтеатры сәхнәгә ҡуйған Фәтхи Бурнаштың “Йәш йөрәктәр” спектаклен музыкаль яҡтан биҙәүсе лә Нәүфәл ағайыбыҙ.
Махсус баян өсөн ике йыйынтыҡ эшләне. Береһе: Волга буйы һәм Урал халыҡтары көйҙәрен баян өсөн эшкәртте. Йыйытныҡты РФ-ның атҡаҙанған артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле оркестры етәксеһе Риф Моратшин һәм РФ, БР композиторҙар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Светлана Шаһиәхмәтова рецензияланы.
Икенсеһе: “Балалар музыка мәктәбенең 1-2-се кластарына тәғәйенләнгән баян өсөн педагогик репертуар”. Өфө сәнғәт институты профессоры Рәжәп Шәйхуетдинов рецензияланы.
Исеме бар, исеме юҡ
Нәүфәл Ноғомановтың бер нисә йыры республикабыҙ радио фондына ла ингән. Нәүфәл Мәхийән улының көйҙәрен ваҡытында радио аша ишетеп торҙоҡ. Салауат Рәхмәтулланың “Аҡ ҡайын” шиғырына яҙған йыр милләттәштәребеҙ күңеленә хуш килде.
Башҡортостан Мәғариф министрлығы, ҡала мәғариф идаралығы тарафынан тапшырылған маҡтау грамоталары, ҡала, республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа тәүге урындар яулаған хор коллективын бүләкләгән күп төрлө маҡтау ҡағыҙҙары тынғыһыҙ музыканттың ижад емештәре ул! Шөкөр, әле лә яңы моң ноталары тыуҙырып, тура баҫып йөрөй хөрмәтле остазыбыҙ.
...Һүҙҙе ошо урында, музыкант үҙе әйтмешләй, матур нотала ослап-йомғаҡлап та ҡуйырға булыр ине, әммә бер уй күңелде өйкәмәй ҡалмай: республикаға бихисап талантлы музыканттар әҙерләп сығарған (араларында Башҡортостандың халыҡ артистары ла бар!) остаз үҙе бөгөнгө көндә исемһеҙ булып ҡала. Заманында тейешле ҡағыҙҙар өҫтәл тартмаһына төшөп ятыуға ҡарамаҫтан, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, тигән маҡтаулы исемгә күптән лайыҡ ул! Хәйер, иң мөһиме, уны халыҡ араһында былай ҙа исемле – һабаҡтары, ихласлылығы өсөн уны күптәр белә һәм ярата – артист өсөн дә, башҡаларға ла иң ҙур баһа шулдыр!
Ике батыр
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, икенсе төркөм инвалиды Мәхийән Ғилемйән улы Ноғоманов һәм уның менән 50 йыл бергә ғүмер иткән Герой-Әсә Сөғиҙә Ғилемйән ҡыҙы Ноғоманованың яҡты иҫтәлегенә бағышлана.
Атам, әсәм татыу ғаилә ҡороп,
Ун балаға ғүмер биргәндәр.
Тирә-яҡта ошо йәрҙәр кеүек
Бик аҙ ғына булған икәндәр.
Атай, әсәй! Һеҙҙең батырлыҡҡа
Һоҡланмаған кеше юҡтыр ул.
Һеҙҙең ҡылған ихлас изгелектәр
Беҙҙең өсөн маяҡ булған ул.
Беҙ күрмәнек һеҙҙең йоҡлағанды,
Эш менән һеҙ мәшғүл булдығыҙ.
Аслы-туҡлы ауыр йылдар үтеп,
Һоҡланырлыҡ үрнәк булдығыҙ.
Икһеҙ-сикһеҙ һеҙгә рәхмәтлебеҙ,
Ғорурланып ғүмер итәбеҙ.
Һеҙҙән алған игелекте тойоп,
Шул хистәрҙе һаҡлап йәшәрбеҙ…
Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА,
Фотолар ғаилә архивынан алынды.