

Рәсми рәүештә 19 август көндө асылды тип иғлан ителһә лә, ун ике йыл дауамында төҙөлгән “Мөхәммәтсәлим” мәсете быға тиклем дә халыҡты үҙенә йыя килде. Бына хәҙер һигеҙ йыл инде Ураҙа ғәйете, Ҡорбан ғәйете кеүек иң мөҡәддәс байрамдарыбыҙ тап ошонда уҙғарылып килә.
Әйтерһең дә, Аллаһы Тәғәлә урынын да “Мә!” тигән дә биргән – тәбиғәттең хозур ҡосағында ике гектарға яҡын майҙанды биләгән был үҙенсәлекле комплекстың тирә-яғы еләклек, ә биләмәнең эсендә хатта кескәй генә күле лә бар. Бындағы гүзәллек торғаны бер ожмах инде! Шуғалыр ҙа мәсет төҙөлә башлағас та халыҡ бында эркелешеп йөрөй башланы.
Олуғ дини байрамдарыбыҙ уңайынан ғәйет намаҙҙарын уҡыу менән бер рәттән, бында һабантуйҙар, спорт ярыштары дәррәү уҙғарылып килә, ә былтыр ғәйет байрамы көнөндә “Ҡалатуй” тигән бик ҡыҙыҡлы сара ла гөрләп уҙҙы. Филармония артистары йырына ҡушылып, хатта йәше лә, ҡарты ла тигәндәй, бер итеп бейергә төшөп китте!..
Аллаһҡа шөкөр! Йылдан-йыл халыҡтың иманға ҡарата ҡарашы үҙгәрә, дин юлына баҫыусылар арта. Бынан теүәл бер йыл элек “Мәрйәм” мәсете асылғайны, быныһы – өсөнсөһө. Мәсеттең тәүге нигеҙ ташы 2011 йылда һалына. Тап шул ваҡытта мәсет төҙөү идеяһы менән янып йөрөүсе шәхси эшҡыуар Салауат Миҙхәт улы Яппаров изге ниәтен тормошҡа ашырырға тәүәккәлләй.
Мәсет төҙөй башлауҙың рәсми датаһы 2012 йылдың 23 майы һанала. Нәҡ ошо көндө Салауат Яппаровтың бабаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, Талас ауылының имам-хатибы, Стәрлетамаҡ районының почетлы гражданы Ғәбдрәшит Хәмит улы Әһлиуллин доға ҡылып мәсеткә нигеҙ һала башлауға фатихаһын бирә. (Ә хәҙер уға 97 йәш! Әлхәмдүлилләһ, хөрмәтле аҡһаҡал мәсет асыу тантанаһында йөрәктәрҙе елкендерлек итеп сығыш яһаны!) Шул уҡ йылдың июль айында мәсет эргәһендәге яланда тәүге тапҡыр былау бешерәләр. Ә бөгөн, күреүебеҙсә, был йола йыл һайын дини байрамдарҙа бер ҡорға йыйылып, үҙенә меңдәрсә кешене йыйған матур традицияға әүерелгән.
Әйткәндәй, Салауат Яппаровтың ҡартатаһы Мөхәммәтсәлим Зариф улы Әһлиуллин хөрмәтенә, мәсеткә “Мөхәммәтсәлим” исеме бирелгән.
Ун ике йылға һуҙылған төҙөлөшкә әленән-әле яңылыҡтар индерелеп, ул ҙур ғибәҙәт комплексына әйләнә. Унда мәсет һәм мәҙрәсәнең уҡыу корпусы ғына түгел, автомобилдәр ҡуйыу урыны, тотош парк, һабантуйҙар һәм күмәк күңел асыу өсөн майҙан, ситтән килеүселәр өсөн ҡунаҡ йорто, кафе инә.
600 квадрат метр майҙанды биләгән мәсетттең ике залында һәм балкондарында бер юлы 500-ләп кеше намаҙ уҡый ала. Ғибәҙәт залдарынан тыш, бында никах уҡыу бүлмәһе, балаға исем ҡушыу бүлмәләре бар. Мәсет эсендә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр өсөн айырым ишектән инә торған ғибәҙәт залдары булдырылған. Шулай ук икенсе ҡатта имам бүлмәһе урынлашҡан. Мәсет эргәһендәге биләмә зауыҡ менән төҙөкләндерелгән, парк барлыҡҡа килгән. Ғөмүмән, һәр нәмә ныҡлы уйланып эшләнелгән: төп ғибәҙәт ҡылыу залында мөнбәрҙең металл каркасы урынлаштырылған. Каркас, бүлмәләрҙең дизайнына ярашлы заказ буйынса эшләнгән, суйындан ҡойолған элементтар менән биҙәлгән. Мәсет диуарҙарын биҙәү эшен Стәрлетамаҡ рәссамы – аэрографист Максим Тимербулатов башҡарған. Көмбәҙен һәм төп залдың өҫкө билбауы биҙәктәрен рәссам Илнур Яппаров ҡулдан яһаған. Төп залды заказ буйынса эшләнгән алты метрлыҡ шәмдәл биҙәй. Уны Шәйех Зәйеттең Аҡ мәсетендәге люстра һыҙмалары буйынса Рафаэль Мифтахов эшләп алып килгән. Бина фасадында Ҡөръән аяттары һүрәтләнгән.
Мәсет эргәһендә ҡараңғы ваҡытта яҡтыртып тороу өсөн төнгө иллюминация, прожекторҙар урынлаштырылған. Мулланың вәғәздәрен ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар залында ғына түгел, урамда ла ишетелерлек булһын өсөн бина радиофикациялаған. Иҙәндәре һәм диуарҙары заказ буйынса керамик гранит менән биҙәлгән, иҙәндәре йылытыла торған итеп эшләнгән.
Мөһим ваҡиға айҡанлы республика Башлығы Радий Хәбиров та килде. Тәбрикләү тантанаһында ҡатнашып, изге теләктәрен еткергәндән һуң, Радий Фәрит улы мәсеткә инеп ҡарап сыҡты.
– Ошо еңел булмаған заманда бик матур мәсет ҡалҡып сығыуы бик ҙур әһәмиәткә эйә, – тине республика етәксеһе. – Бында мәхәллә кешеләре өсөн бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Мөнбәр сағыу биҙәктәр менән биҙәлгән, балкон да байрамса матур килеп сыҡҡан. Аллаһ йортон төҙөүгә үҙ өлөшөн индереүселәргә оло рәхмәтемде еткергем килә. Беҙҙә халыҡ берҙәм, был көндәрҙә беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ масхсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн доға ҡыла.
Тәбрикләү сәләмдәренә ҡушып, Радий Фәрит улы ошо төҙөлөштөң төп бағыусыларына: «Риком» компаниялары төркөмө генераль директоры, БР Ҡоролтай депутаты Ринат Фаат улы Райманов менән мәҙәни комплексты төҙөү инициаторы, шәхси эшҡыуар Салауат Миҙхәт улы Яппаровҡа Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Мәсет асыу тантанаһында Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов; БР-ҙың РФ Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллек аппараты етәксеһе Ринат Фәйзуллин; Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин; Рәсәй мосолмандары Дини йыйыны башлығы, Мәскәү ҡалаһы мосолмандары Диниә назараты һәм “Мәскәү мөфтиәте” Үҙәк төбәге рәйесе Әлбир хәҙрәт Крганов, Кемерово өлкәһе мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө Таһир Бикчәнтәев; Луганск Халык Республикаһы мөфтөйө Мөхәммәт хәҙрәт Ғәмбәров; Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Азат Фәттәхов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы имам-мөхтәсибе Ришад хәҙрәт, эшҡыуарҙар һәм ошо мөһабәт ғибәҙәтхананы төҙөүҙә үҙ өлөшөн индереүселәр ҡатнашты.
– Бөгөн Стәрлетамаҡ өсөн тарихи ваҡиға, “Мөхәммәтсәлим” мәсете ғибәҙәт ҡоролмаһы ғына түгел, ә иһә ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһе булырына ышанам, – тине Рөстәм Ғәзизов. – Был төҙөлөш ҡалабыҙ халҡын, төрлө традицион конфессиялар вәкилдәрен берләштерҙе. Ул артабан да мосолмандарҙы үҙенә йәлеп итеү үҙәге булып торор тигән теләктәмен.
Рәсәй мосолмандары Дини йыйыны башлығы Әлбир Крганов Башҡортостан тәбиғәтенә хайран ҡалып, алтын төҫкә ингән иген баҫыуҙарына һоҡланыуын һөйләне. “Мөхәммәтсәлим” мәсетенә имам итеп тәғәйенләнгән Рөстәм хәҙрәткә сәллә кейҙерҙе. Ә мәсетте төҙөүселәр яңы имамға символик “мәсет асҡысын” тапшырҙы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы имам-мөхтәсибе Ришад Фәрит улы Рафиҡов айырыуса ҙур тулҡынланыу менән сығыш яһаны. “Стәрлетамаҡҡа имам-хатип итеп ебәрелеүемә хәҙер утыҙ өс йыл да булып киткән, – тине Ришад хәҙрәт хәтирәләре менән Стәрлетамаҡ халҡын иманға әйҙәргә тип тәғәйенләнгән йылдарына ҡайтып.
Һуңғы дүрт йылда мәсетте төҙөүгә ҙур өлөш индергән меценаттарҙың береһе, “Риком” компаниялар төркөмө етәксеһе Ринат Райманов әйтмешләй, эшҡыуарҙарҙан алып ҙур булмаған пенсияһынан өлөш сығарған ябай халыҡ төҙөлөшкә ярҙам итмәһә, бәлки, бер ҡайҙа ла аналогы булмаған бындай ғибәҙәт йорто булмаҫ та ине.
ИншәАллаһ! Киләсәктә халыҡты иманға әйҙәп, Ер йөҙөндә тыныслыҡ теләп, йөҙҙәрсә йылдар халыҡҡа хеҙмәт итеп торор “Мөхәммәтсәлим” мәсете!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Фотолар ҡала хакимиәте рәсми сығанаҡтарынан алынды.
Тарихҡа бер ҡараш
Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Стәрлетамаҡта иң беренсе йәмиғ мәсете 1800 йылдың 4 сентябрендә барлыҡҡа килә. Уның баш ахуны итеп Сәлим Рәмиев тәғәйенләнә. Стәрлетамаҡта 1823 йылда сауҙагәр Ғ.Ғ.Ибраев аҡсаһына йәмиғ мәсете һалына. Ул янған ағас мәсет (1800 йылда сауҙагәр Ш.Урманцев аҡсаһына һалынған) урынында төҙөлә. Таштан һалынған манаралы бина 1861 йылда яна һәм ҡайтанан тергеҙелә. Ул Ырымбур мосолман Диниә назараты ҡарамағында була. Попечителдәр араһында сауҙагәрҙәр М.М.Рәмиев (ҡара: Рәмиевтар), Усмановтар һ.б. 1863 йылда мәхәлләлә 3208 кеше, 1899 йылда 2644 кеше иҫәпләнә. Мәсет эргәһендә Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһе эшләй. Ул 1930 йылда ябыла, бинаһы Стәрлетамаҡ район халыҡ мәғарифы бүлеге ҡарамағына тапшырыла, һуңынан һүтелә. Имам-хатиптары: ахундар С.Р.Р
әмиев (1800 йылдан алып), Ш.З.Нагаев (1815 йылдан), К.Ш.Нагаев (1839 – 90); Г.К.Нагаев (1892 йылдан алып).
Р.У.Абдрахманов, Н.О.Насирова.