Ҡалабыҙҙың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәте дәүләт автоинспекцияһы һәр автоһәүәҫкәрҙең, пассажирҙарҙың, йәйәүлеләрҙең именлеге һағында тора. Шул уҡ ваҡытта был хеҙмәт үҙенең башҡа эштәре менән дә йәмғиәт тормошона ҙур өлөш индерә.
Мәҫәлән, күптән түгел “Иғтибар – балалар!” профилактик акцияһы сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡала дәүләт автоинспекцияһы “Башнефть” автомобиль яғыулыҡ ҡойоу станцияһы “Йәшәү аҙығы” хәйриә ойошмаһы менән берлектә, Көньяҡ-Көнбайыш “Ғаилә” район-ара үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһының “Данко” филиалына барып, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етем балаларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлап, бүләктәр
тапшырып үткән.
– Балаларға уҡыуҙарында уңыштар, ҡыҙыҡлы һәм тәрән йөкмәткеле дәрестәр, ныҡлы һаулыҡ теләнек. Беҙ юл хәрәкәтенең йәш ҡатнашыусыларына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тейешенсә үтәү кәрәклеге тураһында йәнә бер тапҡыр иҫтәренә төшөрҙөк, – тип белдерә ЮХХДИ-ның Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса юл хәүефһеҙлеге бүлеге инспекторы, өлкән лейтенант Гөлназ Мусаҡаева. Ана шулай һәр кем эшенә, вазифаһына, диненә ҡарамай, үҙ урынында балаларҙы, бигерәк тә етем сабыйҙарҙы ҡурсалап торғанда, уларҙың бала сағы бәхетлерәк булыр.
Роза УСМАНОВА. Фотолар ЮХХДИ-ның урындағы бүлеге рәсми сығанаҡтарынан алынды.