Йәштәр үҙенсәлекле бүләк тә эшләне: Коломна ҡалаһында етештерелгән ҡаҡ алып килгән. Эш шунда: һәр төбәктә сәләмәт тормош өсөн көрәштең – үҙ алымдары. Мәҫәлән, Коломна кондитерҙары был ҡаҡ алкоголизмдан һаҡлай, тип раҫлай.
Бынан тиҫтә йыл самаһы элек Коломнала Ҡаҡ музейы асылған. Ундағы кондитерҙар тәмлекәсте боронғо рецепт буйынса әҙерләй. Ҡайһы бер сығанаҡтар ошо рецептар 17 быуатҡа барып тоташа, тип белдерә.
Тәмлекәстең нигеҙен алмалар тәшкил итә. Уларҙы ҡабығынан һәм уртаһынан таҙарталар, быҡтыралар, һуңынан яңы йыйылған емеш-еләк ҡушып, ҡомалаҡ ҡушып иләктән үткәрәләр. Алынған массаны ентекләп туҡыйҙар. Ул кислород менән тулылана, ҡабарып торған пюреға әүерелә.
Унан һуң массаны махсус формаға һалалар һәм мейескә 12 сәғәткә киптерергә оҙаталар. Әҙер продуктты киҫеп, фирмалы ҡапҡа тултыралар.
Ҡаҡ музейында төрлө тәмлекәстәрҙән ауыҙ итеп булһа ла, айыҡлыҡҡа бағышланғаны бигерәк популяр икән. Музей хеҙмәткәрҙәре хатта ошо татлы ризыҡтың боронғо реклама буклетын да тапҡан: уның күсермәһен ҡаҡ ҡабында табырға мөмкин.
Ә һеҙ сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙың ниндәй алымдарын беләһегеҙ?
Мәғлүм булыуынса, "Айыҡ ауыл" проекты Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
https://vk.com/kurultaibashkir