Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2023, 17:20

2023 йылдың 10 сентябрендә – берҙәм тауыш биреү көнө

Был көндө республикала етенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау, һәм шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау буласаҡ.

  1. Һайлау көнөндә Рәсәй гражданы булған һәм 18 йәшкә еткән республикала йәшәүсе һәр кем теркәлгән урыны буйынса 2023 йылдың 10 сентябрендә урындағы ваҡыт менән сәғәт 7-нән 21-гә тиклем үҙенең һайлау участкаһында тауыш бирә ала.

2.Һайлаусы шәхсән тауыш бирә. Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлауҙа ул паспорт йәки паспортты алмаштырыусы документты күрһәткәндән һуң ике бюллетень ала һәм уларҙы йәшерен тауыш биреү өсөн кабинала тултыра.

  1. Тауыш биреү көнөндә үҙҙәренең һайлау участкаларынан алыҫта булыусылар “Мобиль һайлаусы” механизмы менән файҙалана ала һәм Башҡортостан Республикаһы сиктәрендә үҙенең ысынбарлыҡта булған урыны буйынса яҡындағы һайлау участкаһында тауыш бирә ала. Бының өсөн урынлашҡан урыны буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында алдан ғариза бирергә кәрәк.

Быны “Дәүләт хеҙмәттәре” (“Госуслуги”) порталы аша йәки территориаль һайлау комиссияһында, һәм шулай уҡ Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк (МФЦ) аша 2023 йылдың 26 июленән 6 сентябренә тиклем йәки 2023 йылдың 30 авгусынан 6 сентябренә тиклем теләһә ҡайһы участка һайлау комиссияһында эшләргә мөмкин.

  1. Әгәр һайлаусы ғәфү итерлек сәбәп менән (сәләмәтлек торошо, инвалидлыҡ буйынса) тауыш биреү өсөн бүлмәлә тауыш бирә алмаһа, ул саҡта ул өйҙә тауыш биреү тураһында ғариза менән участка һайлау комиссияһына ул эшләгән көндәрҙә, шул иҫәптән һайлау көнөндә 2023 йылдың 10 сентябренә сәғәт 15.00- гә тиклем мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Закон ғариза биреүҙең өс формаһын күҙ уңында тота: һайлаусының яҙма ғаризаһы; һайлаусының туранан-тура телдән мөрәжәғәте, шул иҫәптән телефон аша; һайлаусының башҡа кешеләр ярҙамында тапшырылған телдән мөрәжәғәте. Һайлау көнөндә 2023 йылдың 10 сентябрендә комиссия ағзалары күсмә тауыш биреү йәшниге менән ғариза биреүсенең өйөнә киләләр.

Урындағы һайлауҙарҙа тауыш биреү 2023 йылдың 10 сентябрендә һайлау көнөндә һайлау бинаһында уҙғарыла йәки, һайлаусы ғәфү итерлек сәбәп менән һайлауға бара алмаған осраҡта, уның ғаризаһы буйынса өйөндә уҙғарыла. Өйҙә тауыш биреү өсөн ғариза участка һайлау комиссияһына алданыраҡ бирелә йәки һайлау көнөндә сәғәт 15.00-гә тиклем бирелә.

 Урындағы һайлауҙарҙа тауыш биреүҙе ойоштороуҙың бер үҙенсәлеге бар – йәшәгән урынынан ситтә булғанда тауыш биреү мөмкинлеге юҡ (“Мобиль һайлаусы” һайлауҙа был тәңгәлдә эшләмәй!), шул уҡ ваҡытта урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлағанда һайлаусы ғәфү итерлек сәбәп менән һайлау көнөндә һайлау бинаһына бара алмаған осраҡта (отпуск, командировка, эш һәм уҡыу эшмәкәрлеге режимы, дәүләт һәм йәмәғәт бурыстарын үтәү, сәләмәтлек торошо) ваҡытынан алда тауыш биреү ҡаралған.

Һайлаусы тауыш биреү өсөн 30 августан 9 сентябргә тиклем участка һайлау комиссияһы бинаһына барып һайлау бюллетенен тултырырға тейеш. Ваҡытынан алда һайлаусы участка һайлау комиссияһына, ваҡытынан алда һайлауының сәбәбен күрһәтеп, теркәлеү урыны буйынса ғариза бирә.

Тулыһынса Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында bashkortostan.izbirkom.ru уҡырға йәки Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының 8-800-347-54-54 “ҡыҙыу линия” телефоны аша белешергә була.

Роза САФИНА әҙерләне.

2023 йылдың 10 сентябрендә – берҙәм тауыш биреү көнө
2023 йылдың 10 сентябрендә – берҙәм тауыш биреү көнө
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: