Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2023, 12:07

Уҡыусыларҙы атырға һәм эшләргә өйрәтәсәктәр (Яңы уҡыу йылында иң мөһим ун үҙгәреш)

Үткән йылдан алып хәҙер уҡыусылар өсөн байрам линейкалары Рәсәй флагы һәм гимны менән башлана. Әммә яңылыҡтар бының менән генә сикләнмәй. Хәҙер белем биреүҙең “алтын стандарты” эшләй башлаясаҡ. Иғтибарғыҙға – ун үҙгәреш.

“Алтын стандарт” –  бөтөн ил буйынса балаларға  бер үк белем бирәсәктәр тигән һүҙ. Яңы  закон 2022  йылда уҡ ҡабул ителде, ә 1 сентябрҙән ул илдең барлыҡ мәктәп уҡыусыларына ла таралды

 “Алтын стандарт”ты индереү өсөн белем биреү тураһындағы  ҡануниәттән “өлгөлө программа” төшөнсәһе алып ташланылған, ә уның урынына федераль төп белем биреү программалары (ФООП) индерелгән. Башланғыс кластарҙа был үҙгәрештәр рус теле, әҙәби уҡыу һәм тирә-яғыбыҙҙағы донъя дерестәренә, ә уртансы һәм өлкән кластарҙа рус теле һәм әҙәбиәте, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, география һәм йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренә (ОБЖ) ҡағыла. Бынан тыш, Мәғариф министрлығы башланғыс, урта һәм төп дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт белем биреү стандарттарын (ФГОС) яңыртты ла инде.

Яңы стандарттар буйынса рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу сәғәттәре һаны ике тапҡыр тиерлек арттырылған. 1 сентябрҙән мәктәптәрҙә рус теле буйынса берҙәм дәреслек барлыҡҡа килде.

Башланғыс хәрби әҙерлек яңынан уҡытыла. 1 сентябрҙән башланғыс хәрби әҙерлек модуле (НВП) йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге (ОБЖ) нигеҙҙәре сиктәрендә бөтә Рәсәй мәктәптәре өсөн дә мотлаҡ. Мәғариф министрлығы был программаны  2022 йылдың  ноябрендә раҫланы.

Уҡыусылар шул иҫәптән Калашников автоматы һәм ярсыҡлы ҡул гранатаһы  менән эш итергә өйрәнәсәктәр. Бынан тыш, башланғыс хәрби әҙерлек (НВП) мәктәп программаһына пилотһыҙ осоу аппараттары темаһы индерелгән: уҡыусыларҙы дошман дрондарына ҡаршы торорға һәм  ошо техника ярҙамында разведка алып барырға өйрәтәсәктәр. Шулай уҡ 10-11-се класс уҡыусылары өсөн дәрестән тыш “Беренсе ярҙам” курсы индереләсәк. Уҡыусыларға яраларҙы бәйләргә һәм реанимация үткәрергә өйрәтәсәктәр.

Дөйөм дәүләт имтиханы (ОГЭ) һәм берҙәм дәүләт имтиханы (ЕГЭ)  ҡағиҙәләре үҙгәрә. 1 сентябрҙән  йомғаҡлау мәктәп имтихандары ҡағиҙәләре үҙгәрә. Әле хәрби хеҙмәткәр булған һәм хәрби  вузға уҡырға инергә теләгән үткән йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары (саҡырыу йәки контракт буйынса) өсөн мөмкинселектәр барлыҡҡа килә. Улар Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыу өсөн хәрби институттың теркәү урыны буйынса ғына түгел, ә иһә үҙҙәре хәрби хеҙмәт үткән төбәктәге теркәү урыны буйынса ла  ғариза бирә ала.

Хеҙмәт  тәрбиәһе барлыҡҡа килде. Яңы уҡыу йылынан башлап класты йыйыштырыу, мәктәп биләмәһендә ағас ултыртыу һәм тамаша залын сараларға әҙерләү уҡыусыларҙың бурысына инеүе мөмкин.  Мәғариф тураһындағы законға үҙгәрештәр быйыл йәй Дәүләт Думаһында ҡабул ителде. Был программаны төбәктәр йәки мәктәптәр үҙҙәре төҙәтә аласаҡ.

Пособиелар кире ҡайтарылмай.  Пандемия ваҡытында ике йыл рәттән ата-әсәләр “беренсе сентябрь капиталы”н – баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн унар мең һум алды. Хәҙер  бындай түләүҙәр булмаясаҡ.

Уның ҡарауы бушлай ашаталар. Һуңғы өс йылда мәктәптәрҙә  1-се кластан 4-се класҡа тиклемге уҡыусыларға,  ғаиләһендәге килеменә һәм  балалар һанына ҡарамайынса, бушлай ҡайнар аш  бирелә. Быйыл да башланғыс класс уҡыусылары элеккесә федераль һәм төбәк бюджеты иҫәбенә бушлай туҡланасаҡ.

Һөнәри йүнәлеш һәм ғаилә ғилеме. 1 сентябрҙән мәктәптәрҙә 6-сы кластан башлап буласаҡ һөнәреңде һайларға  әҙерләй башланылар. Бындай  дәрестәр дәрес ваҡытында ғына түгел, ә өҫтәмә рәүештә предприятиеларға экскурсия булараҡ та үткәрелә.

Бынан тыш, мәктәптәрҙә “Рәсәй – минең горизонттарым” тигән яңы дәрес барлыҡҡа киләсәк. Унда уҡыусыларға донъя ниндәй һөнәрҙәрҙән тора һәм бының өсөн ниндәй күнекмәләр (оҫталыҡтар) кәрәклеге тураһында һөйләйәсәктәр. Әлегә был дәрестәр  ирекле нигеҙҙә уҡытыласаҡ.

11-се класс уҡыусылары тарихты яңы дәреслек буйынса өйрәнә. Ул илдең бөтә мәктәптәрендә лә уҡытыласаҡ. Дәреслеккә махсус хәрби операция тураһында,  Рәсәй составына яңы төбәктәрҙең инеүе, санкциялар  тураһында бүлектәр өҫтәлгән. Яңы баҫмала 1970-се йылдан алып 2000-се йылға тиклем бүлектәр тулыһынса яңынан яҙылған.

2024/25 уҡыу йылынан яңы дәреслек буйынса күпләп уҡый башлаясаҡтар. Әле бөтә мәктәп предметтары буйынса берҙәм дәреслектәр әҙерләнелә. Улар 2025 йыл аҙағына әҙер буласаҡ, был  “белем биреү киңлегенең берҙәмлеген булдырырға” мөмкинселек бирәсәк. Яңы дәреслектәргә алдағы биш йылда тулыһынса күсерергә уйлайҙар. Яңы дәреслектә беҙгә яҡшы таныш булған СССР-ҙағы һәм Рәсәйҙәге тарихи ваҡиғалар һүрәтләнә.

Мәктәпте  тамамлаусыларға яңынан көмөш миҙалдар тапшырыла башлаясаҡ. Яңы уҡыу йылынан Рәсәй мәктәптәрен тамамлаусылар яңынан көмөш миҙалдар ала башлаясаҡ. Был награда, бер нисә абитуриент Берҙәм дәүләт имтиханынан бер төрлө балл йыйған осраҡта, роль уйнаясаҡ – миҙалсыларға өҫтөнлөк биреләсәк. Көмөш миҙалдар Рәсәйҙә федераль кимәлдә  2014 йылда бөтөрөлгәйне.

 Башланғыс кластарҙа студенттар уҡытыуы ихтимал. Был мәктәптәрҙә кадрҙар етешмәүгә бәйле. Училищеларҙың өлкән курс студенттары балалар баҡсаларында һәм башланғыс кластарҙа уҡыта аласаҡ һәм түңәрәктәр алып бара аласаҡ. Вуздарҙағы юғары курс студенттары уҡыу-ярҙамсы персонал һәм шулай уҡ университеттарҙа һәм ғилми ойошмаларҙа фәнни хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре вазифаларын биләй аласаҡ. Был ҡарар мәктәптәрҙә кадрҙар дефицитын тулыландырырға булышлыҡ итәсәк. Был, уҡытыусы ауырып китһә йәки декрет ялына китһә, уҡытыусылар етешмәгәндә бигерәк тә ауыл ере өсөн мөһим. Диплом  алғанда эш тәжрибәһе тупланған һәм хеҙмәт кенәгәһе буласаҡ.

Мәктәптә нимәгә өйрәтәсәктәр һәм кемдәр уҡытасаҡ –  был турала белем биреү учреждениеларының яңыртылған сайттарында һөйләйәсәктәр. Уларға яңы талаптар Дәүләт ҡарары менән билдәләнгән һәм шулай уҡ быйылғы уҡыу йылынан көсөнә инә.

Роза САФИНА әҙерләне.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

Уҡыусыларҙы атырға һәм эшләргә өйрәтәсәктәр  (Яңы уҡыу йылында иң мөһим  ун үҙгәреш)
Уҡыусыларҙы атырға һәм эшләргә өйрәтәсәктәр  (Яңы уҡыу йылында иң мөһим  ун үҙгәреш)
Уҡыусыларҙы атырға һәм эшләргә өйрәтәсәктәр  (Яңы уҡыу йылында иң мөһим  ун үҙгәреш)
Уҡыусыларҙы атырға һәм эшләргә өйрәтәсәктәр  (Яңы уҡыу йылында иң мөһим  ун үҙгәреш)
Уҡыусыларҙы атырға һәм эшләргә өйрәтәсәктәр  (Яңы уҡыу йылында иң мөһим  ун үҙгәреш)
Уҡыусыларҙы атырға һәм эшләргә өйрәтәсәктәр (Яңы уҡыу йылында иң мөһим ун үҙгәреш)
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: