Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Тәнзилә Шәрипова тормош иптәше менән Октябрьскийҙа күркәм ғаилә ҡорған һәм 12 балаға ғүмер бүләк иткән, уларға яҡшы тәрбиә һәм белем биргән. Уларҙың барыһы ла тейешле һөнәр алып, Башҡортостанда һәм илдең башҡа төбәктәрендә лайыҡлы эшләп йөрөй. Бөтәһенең дә үҙ ғаиләһе бар, хәҙер Тәнзилә Шәкүр ҡыҙы - 19 ейән-ейәнсәргә өләсәй. 67 йәшлек ханым ире менән Туймазы районының Иманғол ауылында йәшәй.
«Тәнзилә Шәкүр ҡыҙы һәм уның ғаиләһе ҡасабаның йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша, мохтаждарға һәр саҡ ярҙам күрһәтә, ауылдаштары араһында ҙур хөрмәт менән файҙалана», — тип һөйләнеләр муниципалитетта.
Тәнзилә Шәрипова I һәм II дәрәжә әсәлек миҙалдары, II һәм III дәрәжә «Әсәлек даны» ордены менән бүләкләнгән. Хәҙер ул «Герой-әсә» тигән абруйлы исемгә эйә. Исем менән бергә эмаль һәм гәүһәр менән алтын орден, шулай уҡ 1 миллион һумлыҡ премия тапшырыла.