Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2023, 10:43

ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА ӨЛГӨРТӨРГӘ ТЫРЫШТЫҠ

 БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажитдинов эш сәфәре менән Стәрлетамаҡҡа килеп китте. Ул, ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Эмиль Шәймәрҙәнов, хакимиәт башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев, ҡала прокуроры урынбаҫары Сергей Чиликин менән бергәләп, ҡаланың “Мәктәп белем биреү системаларын модернизациялау” федераль программаһына ярашлы капиталь ремонт барған 19-сы, 29-сы һәм 30-сы мәктәптәрҙе ҡарап сыҡты. Ошо маҡсатҡа яҡынса 302 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән. Федераль бюджеттан 253 миллион һум йәлеп ителгән.

Тикшереү 30-сы мәктәптән башланды. Унда эштәр ҡыҙыу бара. Был мәктәптә тамаша һәм спорт залдарында көпләү плиталары алыштырыласаҡ. Тамаша һәм спорт залдарынан башҡа бөтә бүлмәләрҙә лә иҫке тәҙрәләр яңыларына алыштырылған, стеналар тигеҙләп һыланған.

Санузелдар әҙер, йылытыу системаһы, һыу һәм электр менән тәьмин итеү системаһы ремонтланған. Әле бинаның тышҡы күренешен матурлау, санузелдарҙа плиткалар һалыу, стеналарҙы, түшәмдәрҙе буяу, иҙәндәрҙе түшәү кеүек эштәр бара. Мәктәп директоры һүҙҙәренсә, килеп тыуған мәсьәләләр тиҙ арала подрядсы ойошма менән берлектә хәл ителә икән. Мәктәпте төҙөлөш өлкәһендә тиҫтә йылдан ашыу тәжрибәһе булған “Уралстройгрупп” компанияһы ремонтлай. Компания етәксеһе Ратмир Фәхриев һүҙҙәренә ҡарағанда, ремонт өсөн иң яҡшы материалдар ҡулланыла, эштәр ваҡытында тамамланасаҡ.

Ә 29-сы мәктәптә эштәр тамамланған тиерлек. Подрядсы ойошма спорт залын, ашхананы ремонтлап бөткән. Тамаша залындағы сәхнәне күсергәс, урын иркенәйеп ҡалған. Шулай уҡ видеокүҙәтеүҙе монтажлау тамамланған, оҙаҡламай фойела интерактив панель барлыҡҡа киләсәк. Мәктәп директоры Дмитрий Богатырев учреждениела патриотик тәрбиә биреү буйынса кәңәшсе кабинеты буласаҡ, тип һөйләне. Шунда уҡ фотостудия һәм мәктәп активы өсөн урын буласаҡ. Мәктәпте ремонтлағанда ата-әсәләр ҙә бик әүҙем ҡатнашҡан. Улар бинаның фасады, ашханала плиткалар ниндәй төҫтә буласаҡ – һайларға ярҙам иткәндәр. Капиталь ремонт бында 2022 йылда уҡ башланған, хәҙер мәктәпте тейешле ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырырға ғына ҡала. Быйыл сентябрҙән уҡыусылар яңыртылған һәм заманса уңайлыҡтары булған мәктәптә уҡыясаҡ.

Ҡалған ике мәктәптә эштең яртыһы башҡарылған тиерлек. Шулай уҡ федераль программаға индерелгән 19-сы, 30-сы мәктәптәрҙә ремонт эштәре апрелдә башланған, быйыл яңы уҡыу йылы башланыуға өлгөртөргә уйлайҙар.

Первомайский ҡасабаһындағы 19-сы мәктәп иһә 1953 йылда төҙөлгән, унда эшләйһе эштәр күп әле. Түшәмде һәм ҡыйыҡты һүтеү эштәре тамамланған. Йылытыу торбаларын алмаштырыу эштәре бара, монтажлау эштәренә тотонғандар. Тикшереү барышында ҡайһы бер етешһеҙлектәр асыҡланды, яҡын арала уларҙы бөтөрөргә ҡушылды.

 Илшат Тажитдинов эш сәфәре йомғаҡтары буйынса федераль программаны тормошҡа ашырыу көндәлек контролдә тотола, тип билдәләне, шул иҫәптән прокуратура тарафынан да. Илшат Азамат улы 19-сы һәм 30- сы мәктәптәрҙә эшсе сменалар һанын арттырырға ҡушты. Объекттарҙы эшсе көстәр менән нығытырға, видеокүҙәтеү камералары урынлаштырырға, һәм шулай уҡ мәктәптәрҙе заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға контракттарҙы ваҡытында үтәргә кәрәклеген билдәләне. – Эшкә етди һәм яуаплы ҡарарға кәрәк, ваҡытты өҙөргә ярамай. Быйыл сентябрҙә балалар ялт итеп торған өр-яңы мәктәптәргә уҡырға килһен өсөн беҙ бөтә көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ, – тип йомғаҡланы һүҙен Илшат Азамат улы.

 Яңы уҡыу йылында яңы мәктәптә белем аласаҡ балалар ҙа үҙгәрештәрҙе тойоп, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшер тип өмөтләнеп ҡалайыҡ. Әлеге эштәр ҙә бит нәҡ уларға яҡшы шарттар булдырыу маҡсатында башҡарылып килә.

 Роза САФИНА.

Ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте фотолары.

ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА ӨЛГӨРТӨРГӘ ТЫРЫШТЫҠ
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА ӨЛГӨРТӨРГӘ ТЫРЫШТЫҠ
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА ӨЛГӨРТӨРГӘ ТЫРЫШТЫҠ
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА ӨЛГӨРТӨРГӘ ТЫРЫШТЫҠ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: