Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2023, 19:50

БЕР ҠАЛАЛА СИБӘР КҮРҘЕМ

Хикәйә. Таңһылыу Вәлиева - Ҡарасурина. "Бер ҡалала гүзәл мәхбүб дилбәр күрҙем..."(М. Өмөтбаев)  

БЕР ҠАЛАЛА СИБӘР КҮРҘЕМ
БЕР ҠАЛАЛА СИБӘР КҮРҘЕМ

Күк Ирәндек итәгендә йәйрәп ятҡан Талҡаҫ күле буйындағы ял йортона сираттағы төркөм йыйылды.
Бер үк райондың төрлө ауылдарынан килгәндәр.
Был юлы оло йәштәгеләр күберәк . Бигерәк тә - әбейҙәр. Хәйер, быныһы аңлашыла ла - йәй кемдәр эшләй, шуларҙың отпуск мәлдәре бит. Ул саҡта Талҡаҫта энә төртөр урын булмай, тиҙәр. Ял көндәрендә ғаиләләре менән килеп, һыу инеп, ҡомда ҡыҙынып, күңелдәре булып, шат кәйеф менән кисен ҡайтыусылар тураһында һөйләп тораһы ла юҡ.

Хатта сит илдәрҙән дә килә башлағандар, ти бит. Шулай булмай ни! Ирәндектең хозур тәбиғәте үҙе генә ни тора! Шағирҙарҙың уны йәннәт баҡсаһына тиңләүҙәре бушҡа ғына түгел. Уның армыттарында ошоға тиклем әҙәм аяғы баҫмаған ерҙәр бар һаман! Ә Талҡаҫ! Ә уның бөйөк Петр батша һалдырған ҡалаға барып тоташҡан тарихы! Ә һауаһы, ә һыуы! Былбылы - һандуғасы! Ағыла халыҡ Ирәндеккә, Талҡаҫҡа. Килеп тора, китеп тора.
Йәйе шулай үтә тау менән күлдең.
Ә хәҙер - көҙ. Үктәбер. Әбейҙәр сыуағы.Йылы, һил, сыуаҡ көндәр.

Заманында алһыҙ - ялһыҙ эшләп, иленә тоғро хеҙмәт иткән ололарҙы хөрмәтләп, уларҙың күңелдәрен күтәреп, күкрәктәрен кирҙереп, баштарын сөйҙөрөп, ғорурландырып ебәрә бит хәҙер "һөкөмәт". Аҙарынып - аҙарынып рәхмәттәрен уҡып, матур теләктәрен теләй - теләй бүлмәләргә урынлаштылар. Бер бүлмәлә өсәр кеше. Ғүмер буйы бер тирәлә йәшәгәндәр, ауылдаштар, үҙ - ара таныш булғандар бергә урынлашырға тырышты. Фәғилә, Сәғүрә, Зәкирә янына, дүртенсе кеше булып, уларҙан рөхсәт һорап, Бибиниса әбей килеп һыйынды.Ул тәүҙә бер мәрйә, бер ҡала ҡарсығы булған бүлмәгә тура килгәйне. Был бүлмәлә ҡалмаясағын белде ул шунда уҡ, , сумкаһын ҡулынан да төшөрмәй иҙән уртаһында бер зыр әйләнде лә ял йортоноң директорына китте. Дүрт карауат ҡуйылмай бит инәй, өсәр генә тейеш, өс кресло, өс ултырғыс, бер диван, бер өҫтәл генә тейеш һәр бүлмәгә, инәй, тиеүҙәренә ҡараманы

- Миңә диван булһа ла ярай, өйҙә лә диванда йоҡлайым хатта уңайлысы. Урынды күп алмаҫмын мин. Ейәнем белән уның кәләшенә рәхмәт. Улар булмаһа бында килеү ике ятып бер төшөмә инмәҫ ине әле. Ҡайҙа ул үҙ ихтыярым белән былайтып йөрөү...
Шул икәү мине үҙҙәренә афурмит иткәйнеләр. Ҡәҙер итәләр, Аллаға шөкөр. Бинсийәемде, үҙҙәренә кәрәге тейер әле, тип, һандыҡ төбөнә һалып тик барҙым. Миңә хәҙер аҡса нимәгә, бөтәһе лә бар бит.

- Өләсәй, аҡса бир әле, - тигәс, ҡыуана -ҡыуана сығарып тотторһам, улар миңә ошонда лгутный хаҡ менән путифка алғандар икән, рәхмәт яуғырҙары Шулай килеп төшкән Бибисара "думаддых" тигән ял йортона.
Бер аҙнаға. Шунан артығына Сабырһыҙ Бибес исеме алған был әбей барыбер риза булмаҫ ине.

Тын алып һөйләнеме, , юҡмы, әллә ҡайһы арала ҡойҙо ла һалды Бибес хәбәрен.

- Бер нәмә лә эшләмәй буш ашап - эсеп тик ятырға эшем иреккән мәллә минең? - тип һүҙен дә бөтөрҙө, бүлмәгә урынлашып та өлгөрҙө. Бибес әбей.

- Беҙ ҙә шул инде - бер аҙнаға ғына килдек, - тип һүҙгә ҡушылды ҡалғандар.

Бөтәһе лә бер береһе менән таныш булғас, һүҙҙәре тиҙ беректе. Кемуҙарҙан белгән - күргәндәрҙе һорашып, уртаҡ туған- тумасаларҙы
ҡоҙа ҡоҙағыйҙарҙы барлап сыҡтылар, үҙҙәренең хәл - әхүәлдәрен, нисек ял йортона килергә иткәндәрен һөйләнеләр. Шунан бер аҙ тынып ҡалдылар. Шулай ҙа һәр береһе бындай ҡәҙер - хөрмәткә лайыҡ булыуҙарына хаҡлы икәнлектәрен аңлайҙар, быға бик тә ризалар.

- Хәбәребеҙҙе тетеп бөттөк тә ҡуйҙыҡ, хәҙер нимә һөйләшербеҙ икән, - тип көлөшөп алдылар. Бибиниса телефонын тотоп сығып китте. Зәкирә урынына ятты, ә Сәғүрә оло сумкаһын сығарып, ҡыштыр - ҡыштыр килә башланы. Фәғилә тәҙрә янына килеп ултырҙы ла тауға баҡты

Артыштары ғына ҡарағусҡыл йәшел булып түшәлгән, ә үҙен тотош һары алған Ирәнлек башына күк монар ятҡан. Талҡаҫ буйы тыныс. Хатта һары ҡом да ял итә кеүек. Ҡайын, талдарҙан ҡойолған һары япраҡтарҙы яр еле йә тау итәгенә ҡарай ҡыуып ебәрә, йә күл өҫтөнә һепереп төшөрә.

Ял итеүселәр көҙгө хилүәт - еләҫтә ашыҡмай ғына улай - былай үтә.

Ирле - ҡатынлылар ҙа күренә.

-Эй йылы тышта, эй эрәхәт, самай беҙҙең сыуаҡтың үҙе! Белеп тә саҡырғандар икән беҙҙе, рәхмәт яуғырҙары. - Бүлмә ишеген асыр - асмаҫ элек хәбәрен һөйләп Бибиниса ҡайтып инде.

- Йәй көнө килеп булмаҫ ине ул эште ташлап. Ауыл ерендә эш бөтмәй бит. Хәҙер генә әҙерәк тынысҡа ҡалдыҡ, - тип Сәғүрә һүҙгә ҡушылды. Сумкаһын кире урынына ҡуйып, ул Фәғиләнең янына килеп ултырҙы. Зәкирә ошо икәүҙең бер - береһенә оҡшағанына аптырап ҡарап ятты.

Апайлы - һеңлеле, тиерһең. (Бер ата балалары икәнен аҙаҡ белде. Йән дуҫтар йәшәгән ауылда. Һуғышҡа ла бергә алынғандар. Кемебеҙ тере ҡалһа ла, икенсебеҙҙең балаларын етем итмәҫ, тип һүҙ ҡуйышҡан булғандар. Фәғиләнең атаһы ҡайтҡан. Ул ике ғаиләне лә тиң ҡараған. Сәғүрә ана шул икенсе ғаиләлә тыуған бала. Никахлап алған Садиҡ дуҫыныңҡатынын."Ярҙам итәм, тип барып йөрөһәң, һүҙгә ҡалырһығыҙ, көндәшем итәйек," - тигән үҙ ҡатыны. Ҡалай ғына аҡыллы булғандар.)

...Ҡарашын тауҙарҙан алмай ғына, үҙ алдына һөйләнгәндәй, Фәғилә нисектер моңһоу ғына әйтеп ҡуйҙы:
- Һөйләйем, тиһәң, һүҙ бар инде ул...

Һәр береһе үҙ уйына сумған башҡалар Фәғиләнең был һүҙҙәренә һиҫкәнде һәм ҡыҙыҡһыныулы ҡараштарын уға йүнәлтте.

- Һөйләйем, тиһәң...

Фәғилә уйҙарынан айырыла алмай ине һаман.

- Йә, йә, һөйләй һал, тыңлай һалайыҡ.- Бибиниса сабырһыҙлады.

Фәғилә әбейҙәрҙең һәр береһенә алмаш - тилмәш ҡарап алды: тыңларға әҙерҙәрме? Тегеләренең ҡыҙыҡһыныуҙары йөҙҙәренә сыҡты. Фәғилә һүҙен уратып башланы:

- Бына беҙ ҡалай бәхетле, тип уйлап ултырам. Әле бына ял итергә килдек, Аллаға шөкөр. Ҡәҙерләп ҡаршы алдылар, хөрмәт итеп йүгереп йөрөйҙәр. Балаларыбыҙ ҙа беҙҙең өсөн өлтөрәп тора. Тик үҙебеҙҙе генә тәүфиҡтан яҙҙырмаһын, бәйелдән аҙҙырмаһын - шуны теләйек.

-Эйе, эйе, шулай булмаған ҡайҙа, - тиеште әбейҙр.

- Үҙ аяғыбыҙ: менән йөрөйбөҙ, аҡылыбыҙ теүәл. Тик ҡартайған көндәребеҙҙә лә балаларыбыҙға кәрәк булырға яҙһын.

Бүлмәләгеләр уның был һүҙҙәрен дә йөпләне.

- Кәрәкмәгән бер йөк, бер бәйнәт, артыҡ ауыҙ тип ек күрмәһендәр инде...

Тегеләр был юлы баш ҡағыу менән сикләнделәр.

Тамам аптырап бер - береһенә ҡараштылар ҙа сабыр итергә булдылар - элекке уҡытыусы Фәғилә Рәхимйәновна юҡтан ғына былайтып һүҙ башламаҫ.

Ауыр итеп бер көрһөнөп алды ла Фәғилә, ниһайәт, һөйләй башланы.

- Бөгөн иртәнсәк Сибай вокзалында булған хәл көнө буйы йөрәгемде өйкәй... Урай ҙа күҙ алдыма килеп баҫа.

Башҡалар өндәшмәне, тик әлеге Бибес кенә ашыҡтырҙы.

- Йә сәле, һөйләй һал сәле. Таныш кешеңде күрҙеңме әллә?

-Юҡ. Танышым түгел.

Фәғилә әле ваҡыт күп кәрәк буласаҡ, тигәндәй уңайлап ултырып алды.

- Сабир улым менән киленем алып килделәр мине Сибайға. Яңы куртка куртка алып кейҙереп ебәрәм, тип киленем дә ултырып килде. Кәрәкмәй, бар бит, тип торам, алдына алғанын ҡуямы. Берәй бабайҙың күҙе төшөп ҡуйһа әле, тип мәрәкәләй.

- Һин ултырып тор, беҙ йөрөп әйләнәбеҙ. Телефоныңа лааҡса һалырбыҙ, - тип улар китте.
- Вокзал эсенә инеп тор, иртәнсәк һалҡынса бит, - тиһәләр ҙә тышта ҡалдым.. Оҙаҡ та ултырманым, эргәмә берәүҙәр килеп баҫты. Ирле - ҡатынлылар тиһәм, ҡатын шунда уҡ ситкәрәк китте.. Иргә ҡарамай ҙа.

Ир миңә һүҙ ҡушты.

- Һеҙ бында булаһығыҙ бит әле? Ҡасан балаларығыҙ килгәнсе. Бына ошо ҡатын һеҙҙең менән ҡалып торһон әле, мин юл белешәйем. Беҙ был тирәнән түгел, Өфө аръяғынан киләбеҙ.
- Ә-ә, мин әйтәм, ҡайҙа китеп бараһығыҙ һуң, әллә ял йотонамы?
- Һеҙҙең яҡта инвалидтар йорто бар бит, шунда киләбеҙ. Мин һорашып киләйем - автобустары нисәлә ҡуҙғала икән. Йә такси яллап булыр.

Ир кеше ҡатынды етәкләп яныма килтереп ултыртты ла вокзалға инеп китте.

- Кем бында инвалид? Һеҙме? - тип ҡатынға ҡараным. Ҡараным да шаҡ ҡаттым... Быға тиклем һылыу ҡатындарҙы күреп - күреп, бындай сибәрҙәрҙе осратҡаным булманы. Бирһә, бирә икән Хаҡ Тәғәлә берәүҙәргә һылыулыҡты. Өймәләм итеп бирә икән.. Ул миңә текәлгән, мин уға тексәйгәнмен... Йә, Хоҙа! Ер бәндәһе түгелдер был... Буй - һыны ла фәрештәнәндер...

Күҙҙәре бынау киске Талҡаҫ һыуы кеүек тәрән, төпһө,ҙ, йәшкелт күк, бына әйтеп оҡшатырлыҡ түгел... Ҡаштары ҡыйылып киткән, осона етәрәк өҫкәрәк күтәрелә биреп тора! Керпектәре оҙон, ҡуйы, бер төптән өсәр үҫкәндер ул. Төп - төҙ генә матур танауы, ирендәре, текә маңлайы - барыһы ла төҙөк, теүәл, барыһы ла үҙ урынында. Меңдәр араһында берәү генә булалыр бындай тулған айҙай яҡты йөҙлө сибәрҙәр.

Күҙемде ала алмайым һаман. Үҙемә лә оят булып китте. Башымды аҫҡа эйһәм дә, телефон менән маташып ултырған кеше булып ҡыланһам да, ҡырын күҙ менән аҫтан ғына ҡатынды күҙәтәм. Арбап алды был мине. Өндәшмәүе, сәйер битарафлығы ла үҙенә тарта.
45 йәштәр тирәһендәлер, тип уйлайым. Шунан артыҡты ла, әҙҙе лә биреп булмай.
Оҙаҡланы тегеләрем. Хәйер, килмәйерәк торһалар ҙа ярай. Ир ҙә йөрөй бирһен әле. Шулай бер килке тик ултырҙыҡ. Теге ирҙең "Кеше менән һөйләшмәй ул,"- тигәнен онотоп:

- Сәй эсеп алайыҡмы әллә,, һылыубикә? - тип һорай ҡуйҙым.
Ҡатынҡай ҡапыл тертләп китте, миңә аптырап ҡараны ла йылмайып ебәрҙе Йылмайыуы-ы... эргә - тирә яҡтырып китте хатта.

-Әллә исемең Һылыубикәме?
Ҡулымдан тотоп алды, ҡат - ҡат баш ҡаҡты.

- Әлбиттә, был исемде һиңә ҡушмай кемгә ҡушһындар! Миңә түгел бит инде, - тием. Һылыубикә миңә йылмайып бармаҡ янай.
- Һин дә һылыу бит, - тимәкселер, матурһың да инде үҙең дә. - тине Зәкирә.

Өҫтәл янына килеп ултырғас, яулығын сисеп, иңенә һалды. Сәсе ҡырып алғандан һуң яңы үҫеп киләлер, малайҙарҙыҡы кеүек өтөрәйеп тора. Тик ап - аҡ, сал.
- Сәсең элек оҙон инеме?

Бөгәрен күрһәтә.
- Был иреңме? Бала - сағаларығыҙ бармы?

Үҙенең түшенә төртөп, бер бармағын күрһәтте лә ир киткә яҡҡа ҡарап, башын сайҡаны. Уның ашығып - ашығып күрһәткән ым- ишараларынан шуны аңланым: ҡыҙы йөрәк сиренән үлгән, ике ейәне бар, уларын кейәүе көтә, кейәүе һәйбәт. Икенсегә өйләнгән, яңыраҡ бәпәйҙәре булған, Һылыубикә киткәндә илашып ҡалғандар. Ебәрмәйбеҙ тиһәләр ҙә үҙе риза булған, балаларға һалыҡ һалырға теләмәгән. Килеп йөрөрбөҙ, тигәндәр.

- Һине алып китеп барамы инде был инвалидтар йортона? Ә ҡайһы ерең инвалид, бер ҙә ғәрип кешегә оҡшамайһың да баһа. Электән ауырый инеңме әллә?
МИн һорашам, Һылыубикә үҙенсә аңлата, яуап бирергә тырыша. - Һин әллә кемдәрҙе һөйләштерерһең ул, - тине Сәғүрә.

- Ысынлап та, бер - ике һүҙ әйтә башланы был.

- Әллә туҡмай торғайнымы? - тип һорағайным, уны ҡайҙан белдең, тигәндәй, миңә ҡараны. Ҡыйынлыҡ менән булһа ла:
- Ба... шым -а - тип әйтә алды.

Был һүҙ әбейҙәрҙе ярһытып ебәрҙе:

- Ах, ҡулы ҡороғор! Эт булған икән! Йә инде, туҡманы, тиген сәле! Гел башына һуҡҡан! Инвалид булырһың да! Эй, бисараҡай...
- Һылыуһың бит, ҡыҙғанғандыр, тием. Баш ҡаға. - Нишләп сыҡтың һуң уға? Ни төҫө, ни һыны юҡ, - тип һораным. Битен ҡулдары менән ҡаплап, иланы ла ебәрҙе бахырҡай. Арҡаһынан һөйөп - әүрәтеп, саҡ тынысландырҙым.
- Сире тотоп ҡуйһа, тип ҡурҡманыңдамы? - Зәкирә һорағанды теге икәү ҙә уйлағандыр - Фәғмиләнән яуап көттөләр.
- Әллә, уны - быны уйламаным, ҡарамаҡҡа һап - һау кеше бит.Һөйләшкеһе килгәне йөҙөнә сыҡҡан бит.
-Яратҡан кешең булғандыр бит, - тиһәм, йылмайып ебәрҙе, тағы ла сибәрерәк булып китте. Ә сикәләре йәш ҡыҙҙарҙыҡы кеүек былай ҙа алһыуланып тора ине ҡайнар сәйҙән һуң.

- -Х-Х-х-а-а-ф-ф-и-из..
- Хафиз инеме исеме? Ни эшләп бергә була алманығыҙ һуң? Тағы ымлап, ишаралап аңлатырға тырышты.

- Урлап алдымы ни был? Хафизың ҡайҙа хәҙер? Киттеме?
- Ҡ-ҡ-ы-ҙ-ым...
- Ҡыҙың Хафиздыҡы инеме?

Минең аңлағанды белгәс, ҡыуанып баш ҡаҡты.
- Был иргә сыҡҡанда уҡ ауырлы инеңме әллә? Юҡмы ни? Аҙаҡтан таптыңмы Хафизыңдан?
- Маладис! Яҡшы иткән! Ҡайһы аралалыр Фәғилә янына килеп баҫҡан Бибиниса иҙәнгә тып баҫып ҡуйҙы хатта. Башҡалар ҙа үстәре ҡанған төҫ менән йөҙҙәре яҡтыра ине.
- Мин дә маладис, - тинем Һылыубикәгә. Ә был иреңдең исеме нисек? Әйткең дә килмәйме? Ярай, ҡалһын, нимәгә ул беҙгә...

Шул саҡта Һылыубикәнең йөҙө ҡараңғыланды.- Ире килә ята икән.
- Такси ялланым, - ти. - Рәхмәт һеҙгә, - ти.

Хәҙер мин уның үҙенән һораша башланым.

- Нишләп ҡатыныңды (ир ялт әйләнеп, Һылыубикәгә яман ите ҡарап ҡуйҙы) инвалидтар йортона алып бараһың? Инвалидҡа бер ҙә оҡшамай, бит, - тиһәм, - башы эшләмәй, ти, яуыз.
- Сыға ла китә,эҙләү һала. Бикләп ҡуйып булмай бит. Үҙе эшкә шәп тә ул.
- Эшкә әрһеҙ булғас, бикләп ултыртып ҡуймай, кәнишнә, - тине Сәғүрә.
- Дауаханаларға һалһаҡ та файҙаһы теймәне. Табиптар үҙҙәре йүнәлтмә яҙып бирҙеләр, - ти. Кәрәкле документтарҙы саҡ йүнләп бөттөм, инмәгән ишек ҡалманы, тигән була.
- Йәл түгелме? - тием.
- Йәл, тип, ҡалайтайым, уны ҡарайыммы, донъя көтәйемме? - ти.

Бибиниса шым ҡала алманы:

- Моғайын, берәй һау бисәһе бар инде, булмайса. Теге икәү башҡаҡты.
- Байтаҡ була ауырығанына. Арыным да, аҡсаһы ла кәрәкмәй, - ти бит әле.

Һылыубикә ситкәрәк шылып ултырҙы - бындай зарланыуҙы күп ишеткәндер.

- Һеҙ тағы берәй ун минут булып тороғоҙ инде, мин йомошома барып киләйем, - тип, ир тороп киткәйне, Һылыубикә яныма күсеп ултырҙы. Ҡулымдан тотоп алды, һүҙһеҙ генә бер - беребеҙгә ҡарашып ултырҙыҡ.
- Һин бирешмә, Һылыубикә. Һинең йәшлектә саф мөхәббәтең булған, һин шуның менән бәхетле, аңла шуны. Хафизыңды һаман яратаһың. Беренсе мөхәббәт онотолмай ул, шулай бит? Һин йәшлектә һөйгәнһең, һөйөлгәнһең, ә был ирең унан мәхрүм булған. Шуға ла ул, һау - һаҡ булһа ла бәхетһеҙ. Аңлайһыңмы?

-Эй - й-йеее - тип йылмая Һылыубикәм, баш ҡаға.

-Төҙәлеп тә китерһең, йәшһең бит әле һин, - тием. - Эш эшлә, унда эш күп була ул. Һин эш рәтен беләһең, эйе бит? эш әүрәтул кешене, тынысландыра, уйҙарҙы оноттора. Кеше менән һөйләшергә тырыш - телең дә яйлап асылыр, - тигән булдым инде. Башҡа нимә тиәйем... Беҙ бына ял йортона килдек, ә һылыубикә икенсе бер йортҡа бара...

Фәғилә әбей тынып ҡалды. Бүлмәлә лә тынлыҡ урынлашты. Йәшлектәге матур мөхәббәте өсөн ғазаптар кисереп, ауырыуға дусар булған һылыу ҡатындың яҙмышы барыһын да тетрәндерҙе.. Күҙ йәштәрен һөртөп, көрһөнөштөләр.

- Кина ҡарағандай булдыҡ, ҡыҙғаныс кина, - тип үҙ диванына барып ултырҙы Бибиниса.
- Йәрәкте һыҙлатырлыҡ шул. Алдағы тормошонда Алла ярҙам бирһен үҙенә. Ейәндәре һау , бәхетле тәүфиҡлы, ата - инәле булып үҫһендәр. Зәкирә бөтәһе исеменән теләк теләне, әбейҙәр, уҡынып. бит һыйпаны.

БЕР ҠАЛАЛА СИБӘР КҮРҘЕМ
БЕР ҠАЛАЛА СИБӘР КҮРҘЕМ
Автор:
Читайте нас: