Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2023, 11:52

Самолет баҫыуға килеп ултырған

Новосибирск өлкәһендә “Урал авиалиниялары” самолеты баҫыуға килеп ултырған. Борт Сочиҙан Омскиға осоп барған, ләкин ул  ашығыс рәүештә Новосибирскиҙан  200 километр самаһы ерҙә иген баҫыуына килеп ултырырға мәжбүр булған. Бортта 170 пассажир булған, бер кем дә зыян күрмәгән, самолет та бөтөн. Самолет төшкән урында уң ҡанатының яна башлауының эҙҙәре күренә, тип хәбәр итәләр РБК -нан.

Новосибирск губернаторы Андрей Травников һөйләүенсә, борт баҫыуға 9:44 (5:44 мск) сәғәттә килеп ултыра. Ваҡиға төбәктең үҙәк өлөшөндә Новосибирск менән Омск араһындағы Убинское районында була. “Самолет Каменка ауылынан йыраҡ түгел  һауанан һайлап алынған майҙансыҡҡа ултыртылды (Новосибирскиҙан 180 км самаһы)”, - тип  белдерәләр Росавиациянан.
Авиалайнер бортындағы  пассажирҙар һәм экипаж һауа өрөп  тултырылған баҫҡыстар ярҙамында эвакуацияланған. Уларҙы  алты автобуста район мәҙәниәт йортона  ваҡытлыса урынлаштырғандар һәм йылы аш бирелгән. Табиптарҙың дежурлығы ойошторолған.

Ваҡиғаға бәйле транспорт прокуратураһы тарафынан тикшереү башланған.

“Экипаж бик грамоталы эшләне”, - тип һөйләй  пассажирҙаҙың береһе.

“Урал авиалиниялары” самолетының һауала осоуына егерме йыл. Осоуға яраҡлылыҡ сертификаты 2024 йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә булыуы билдәле. Беренсе тапҡыр ул 2004 йылдың 2 февралендә осош яһай. Асыҡ сығанаҡтарҙан күренеүенсә, уның менән ике тапҡыр ғәҙәттән тыш хәл була. Беренсеһе  2022 йылдың 9 июлендә була, ул саҡта командир техник сәбәптәр арҡаһында  старт урынында туҡталҡаға кире ҡайтыуҙы һорай. Икенсе ваҡиға  2023 йылдың 11ғинуарында була – командир генераторҙың боҙолоуы арҡаһында кире туҡталҡаға ҡайтырға ҡарар итә.

Р.САФИНА.

 

Самолет  баҫыуға килеп ултырған
Самолет баҫыуға килеп ултырған
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: