Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2023, 16:41

Гөрләп торһон баҡсабыҙ!

Беҙҙең менән уйнай ҡояш,Беҙ – ҡояштың дуҫтары.Йәй буйына оҙатып барҙы Һибеп йылы нурҙарын.

Гөрләп торһон баҡсабыҙ!
Гөрләп торһон баҡсабыҙ!

Йәй – иң күңелле, һағынып көткән йыл миҙгеле! Тәбиғәт йәшелләнә, сәскәләргә күмелә, йылы ҡояш нурҙарына бай, ниндәй хозурлыҡ, саф һауа, йәйғор! Балалар рәхәтләнеп тәбиғәт ҡосағында, ата-әсәләр менән ялға ашыҡһа ла, балалар баҡсаһында йәйге фәһемле, ҡыҙыҡлы, һаулыҡты сәләмәтләндерә торған күңелле саралар гөрләп торҙо. Мәҫәлән, “Һабантуй”, “Кәкүк сәйе”, “Балаларҙы яҡлайыҡ һәм һаҡлайыҡ” һәм башҡалар.

Август айына ғына туҡталайыҡ әле. Йәй миҙгелендә балалар саф һауала көс алып, витаминдар менән туҡланып, рәхәтләнеп ял итеп, көҙҙө ҡаршыларға килделәр. 62-се балалар баҡсаһы күңелһеҙләнеп тормай был айҙа ла: аҙна буйы күңелле байрамдар үткәрҙе.

“Һау бул, йәмле йәй!” тигән темаға арнап “Бал байрамы”, “Һабын ҡыуыҡтары”, “Һауа шарҙары беҙҙә ҡунаҡта”, “Юл ҡағиҙәләре билдәләре” саралары үтте. Саф һауала балаларға төрлө уйындар ойошторҙоҡ. Кемдер шиғыр һөйләһә, икенселәр йырланылар, бейенеләр. Гөрләп торҙо баҡсабыҙ!

Балаларға байрамдар бик оҡшаны. Ата-әсәләр тәрбиәселәргә лә, балалар баҡсаһының музыка етәкселәренә лә ҙур рәхмәт белдерҙе. Беҙҙең өсөн инде быныһы эшебеҙгә ҙур баһа һәм күңелгә май булып ятты. Барыбыҙ ҙа балаларыбыҙҙың бәхет-шатлығы өсөн эшләйбеҙ, йәшәйбеҙ бит!

Раушания ДАУЫТОВА,
62-се балалар баҡсаһы өлкән тәрбиәсеһе.

Ризида ЮЛАМАНОВА фотолары.

Гөрләп торһон баҡсабыҙ!
Гөрләп торһон баҡсабыҙ!
Автор:
Читайте нас: