Ашҡаҙар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь , 12:14

Унда “УАЗ”иктар бик кәрәк!

Махсус  хәрби операция  зонаһындағы егеттәргә һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Мәҫәлән, “Набат” һаҡлау ойошмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте рәйесе, ҡала Советы депутаты  Илдус Мәнәпов социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, улар был йәһәттән ҡалабыҙҙағы предприятиелар һәм ойошмалар менән бергәләп бик ҙур эштәр башҡара.

“Күптән түгел, Рәсәй Дәүләт флагы көнөндә Таһир Ғафаров, Андрей Касьянов һәм Дмитрий Касьянов “Набат” һаҡлау ойошмаһы”на махсус хәрби операция  зонаһындағы  егеттәргә кәрәкле әйберҙәр  ебәреү өсөн ике “УАЗ” автомобилен һәм  яралыларҙы ташыу өсөн носилкалар алып килде.

Ун беренсе гуманитар  конвой ойошторола, фронтҡа оҙатыу өсөн иң кәрәкле әйберҙәр йыя башлайбыҙ һәм беҙҙең яугирҙар өсөн УАЗ автомобилдәрен ремонтлап әҙерләп ҡуйыу талап ителә.

Ә  “СтәрлетамаҡВодоканалСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Руслан Галин менән “РегионГаз” ЯСЙ директоры Дмитрий Дацук футболкалар һәм УАЗ-икка  запас частар менән ярҙам итте. Шулай уҡ, ҡалабыҙҙың нотариустар командаһына рәхмәт еткергебеҙ килә.

Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! Артабан эшләйбеҙ!” – тип яҙа етәксе үҙенең сәхифәһендә.

Беҙ, тылдағылар ҙа ошо изге теләктәргә ҡушылабыҙ.  Махсус хәрби операциялағылар өсөн ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла, битараф булмағандары өсөн, оло рәхмәтлебеҙ! Ә яугирҙарыбыҙға иҫән-һау үҙ ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһындар тип теләйбеҙ.

Р.ЙӘЛИЛЕВА.

Унда “УАЗ”иктар бик кәрәк!
Унда “УАЗ”иктар бик кәрәк!
Унда “УАЗ”иктар бик кәрәк!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас в