Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2023, 18:32

ЯТЫП ҠАЛҒАНСЫ – АТЫП ҠАЛ! “Стәрлетамаҡ – уртаҡ йортобоҙ” грантына кемдәр дәғүә итә?

 30 октябргә тиклем “Стәрлетамаҡ –  уртаҡ йортобоҙ” конкурсы буйынса грант проекттарына заявкалар ҡабул ителә. Конкурста  йәмәғәтселек ойошмалары, коммерция булмаған берекмәләр, физик шәхестәр, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар, ижади коллективтар ҡатнаша ала.  

200 миллион һумлыҡ 12 номинация

Белеүебеҙсә, “Стәрлетамаҡ –  уртаҡ йортобоҙ” күләмле грант проекттары конкурсы 2018 йылда тәүге тапҡыр  старт алғайны. Конкурстың маҡсаты булып Башҡортостандағы ҡалаларҙың һәм райондарҙың йәлеп итеүсәнлеген үҫтереүгә, уңайлы ҡала мөхите булдырыуға, ҡала халҡының ижади потенциалын асыуға, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү өсөн  шарттар булдырыуға  йүнәлтелгән йәмәғәт башланғыстарын яҡлау тора. Конкурстың ойоштороусыһы – “Башҡорт сода компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте.

Конкурстың төп майҙансығы – стерлитамакнашобщийдом.рф сайты. Бында бөтә бөтә актуаль мәғлүмәтте табырға һәм конкурста ҡатнашыу өсөн заявка бирергә була.

Компанияның грант ярҙамы ике ҙур йүнәлешкә: “Тормош сифаты” һәм “Экология”ға бүленә. Конкурста йәмғеһе 12 номинация тәҡдим ителә. Һәр ҡайһыһында, конкурс ғаризаһына ярашлы, еңеүселәр билдәләнә һәм гранттар бирелә.

Быйыл дөйөм приз фонды ике тапҡырға артты һәм рекордлы 20 миллион һум тәшкил итте. 1-се грант категорияһы – 300  мең һум;
2-се  грант категорияһы – 600 мең һум; 3-сө грант категорияһы – 1 миллион һум; 4-се грант категорияһы 1 миллион 500 мең һум тора.
Шулай уҡ махсус гранттар ҡаралған: “Генераль директорҙан Гран-при” һәм халыҡтың  тауыш биреүе сиктәрендә, “СтерлитамакНашОбщийДом.рф” конкурсы  сайтында иң күп тауыш аласаҡ “Ҡала һайлау”  проекты.

 

Мәскәү ҡунағы тәжрибәһе менән уртаҡлашты

Яңыраҡ ҡала хакимиәтендә Башҡорт сода компанияһы  “Стәрлетамаҡ –  уртаҡ йортобоҙ” грант проекттары конкурсы буйынса эксперт  сессияһы уҙғарҙы.

Сессияның  эшендә “БСК” акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса директоры С.А.Лобастов һәм Мәскәүҙән саҡырылған  спикер, Gladway медиапроекттар һәм социаль программалар үҫеш  фонды директоры, Позитив үҙгәрештәр фабрикаһы директоры, “Юғары иҡтисад мәктәбе” милли тикшеренеү университеты социаль-иҡтисади  проектлау  институтының  социаль өлкәһендә  инновацион экосистемалар үҙәге мөдире, “Позитив үҙгәрештәр” фәнни-популяр журналының баш мөхәррире Владимир Вайнер, “БСК” акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса директор урынбаҫары Алина Халиҡова, Стәрлетамаҡ химия-технология колледжы директоры вазифаһын башҡарыусы Әлфиә Әсфәндиәрова һәм ҡаланың  грант конкурсында ҡатнашыусы белем биреү учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.

–Бындай гранттарҙа ҡатнашыуҙың ни тиклем ҡыйын икәнлеген беҙ яҡшы аңлайбыҙ, – тине “БСК”-ның  йәмәғәтселек менән бәйләнеш  буйынса директор урынбаҫары Алина Халиҡова залдағыларҙы  Владимир Леонидович менән таныштырып. – Ғаризаларҙы дөрөҫ рәсмиләштереү өсөн инициатива, теләк булыу ғына аҙ әле. Ундай осраҡта  беҙ үҙебеҙҙең кураторҙар менән бергәләп аңлатабыҙ, күрһәтәбеҙ.

Эксперт сессияһы барышында Владимир Леонидович социаль проектлау өлкәһендәге эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, шулай уҡ, ул проект нисек барлыҡҡа килә, үҙеңдең  идеяңды нисек үҫтерергә, нисек итеп маҡсатлы аудитория табыу, этаптарҙы һәм ысулдарҙы билдәләү тураһында ентекләп аңлатты.

Владимир Леонидович һәр икенсе кешенең тиерлек яҙмышы БСК менән бәйле булған ҡала өсөн  “Стәрлетамаҡ – уртаҡ йортобоҙ” проектының әһәмиәтен билдәләне. Спикер шулай уҡ,  социаль  эшҡыуарлыҡ менән грант конкурсы араһында айырма нимәлә икәнлеген ентекләп аңлатты. Конкурс ҡалабыҙҙың һәм райондарҙың социаль проблемаларын урында хәл итергә мөмкинселек бирә.

Социаль  проекттар үҫешһен  һәм улар тураһында мөмкин тиклем күберәк кеше белһен һәм ҡушылһын өсөн нимәләр эшләргә? Ошо һорауға яуап итеп, спикер ҙур булмаған  социаль проекттың да  тотош ҡаланың, төбәктең, хатта илдең йәмғиәт тормошон үҙгәртеүгә  йоғонто яһай алыуына бәйле миҫалдар килтерҙе.  Социаль  проекттар нисек барлыҡҡа килә һуң? Әлбиттә, һәр төрлө ыңғай үҙгәрештәр ҙә юғарынан күрһәтелгән күрһәтмә буйынса килеп сыҡмай. Социаль  проекттарҙың нигеҙендә кешеләр башта үҙ проблемаларын хәл итеп, тәжрибәһен башҡалар менән уртаҡлашыу проекттары ята. Һәм улар йыш ҡына күршеләре өсөн, шундай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалыусылар өсөн әһәмиәтле булып сыға. Тәүҙә үҙҙәре йәшәгән биҫтәлә, унан ҡалала, республикала, илдә кәрәкле булған социаль проекттар барлыҡҡа килә лә инде.  Ғөмүмән алғанда,  теләһә ҡайһы социаль проектты ете аҙымдан торған моделгә һыйҙырырға мөмкин, тип аңлатты Владимир Леонидович һәм ул ошондай проектты тормошҡа ашырыуҙа ете аҙымдың һәр береһе менән һәммәһен дә ентекләп таныштырҙы.

 

Проект ярҙамында тотош аллея

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, Башҡорт  сода компанияһы  гранты ярҙамы арҡаһында ҡалабыҙҙа һәм райондарҙа күп функциялы спорт майҙансыҡтары, художество оҫтаханаһы, медицина хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар һәм яҙыусылар иҫтәлегенә аллеялар, тарих ҡомартҡылары буйлап виртуаль экскурсиялар, ҡыҙыҡлы химия лабораторияһы һәм башҡалар барлыҡҡа килде.

Мәҫәлән, быйыл май айында Стәрлетамаҡта ҡала, республиканың мәҙәни, ғилми һәм рухи үҫешендә ҙур көс һалған шәхестәрҙең бюстарынан торған аллея барлыҡҡа килде. Унда башҡорт мәғрифәтсеһе һәм шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, рус яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Сергей Аксаков, татар яҙыусыһы һәм телсе Ғәлимйән Ибраһимов, сыуаш шағиры Константин Ивановҡа бюстар ҡуйылған. Әле 2015 йылда уҡ тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлеге рәйесе Ләйсән Йосопова тарафынан 3-D туристик маршруты проекты барлыҡҡа килде. Ошо проект сиктәрендә әлеге аллея идеяһы ла тыуа, сөнки, Ләйсән Йәркәй ҡыҙы билдәләүенсә, ҡала, республика тарихы менән яҙмыштары бәйле шәхестәргә һәйкәлдәр бик аҙ кимәлдә ине. Һәм, ниһайәт, был хыял тормошҡа ашты. Проектты Стәрлетамаҡ ҡалаһы сыуаш милли-мәҙәни автономияһы рәйесе урынбаҫары Оксана Федорова тормошҡа ашырҙы. Автономия Башҡорт сода компанияһы үткәргән “Стәрлетамаҡ – дөйөм йортобоҙ” конкурсында ҡатнашып, бер миллион һумлыҡ грант ота һәм эшкә тотона. Бюстарҙы Башҡортостан рәссамдар союзы ағзаһы Хәлит Ғәлиуллин эшләгән.

Оксана Петровна белдереүенсә, был аллея ҡалаға эстетик матурлыҡ ҡына биреп ҡалмай, ә йәш быуынды рухи, мәҙәни йүнәлештә тәрбиәләүҙә әһәмиәтле булып тора.

Ысынлап та, Стәрлетамаҡ –  ул беҙҙең уртаҡ йортобоҙ. Шуға күрә ҡалабыҙ яҙмышына битараф ҡалмайыҡ,  бергәләп төҙөкләндерәйек!

 Роза САФИНА.

Сергей Крамсков фотоһы.

ЯТЫП ҠАЛҒАНСЫ – АТЫП ҠАЛ!  “Стәрлетамаҡ –  уртаҡ йортобоҙ” грантына кемдәр дәғүә итә?
ЯТЫП ҠАЛҒАНСЫ – АТЫП ҠАЛ! “Стәрлетамаҡ – уртаҡ йортобоҙ” грантына кемдәр дәғүә итә?
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: