Бынан тыш, инвалид кеше өсөн шәхси реабилитация йәки абилитация программаһы (ИПРА) әҙерләнә. Ул да - документ.
Әгәр кеше фамилияһын алмаштырһа, белешмәне лә, шәхси реабилитация программаһын да алмаштырыу мотлаҡ. Бының өсөн документты алмаштырыу тураһында ғариза яҙырға кәрәк. Быны нисек эшләргә?
Йәшәгән урын буйынса шәхсән рәүештә медицина-социаль экспертиза бюроһында (яңы программа ғариза буйынса МСЭ бюроһында ғына бирелә) йәки Дәүләт хеҙмәттәрендә: https://vk.cc/cqVt95.
Ғаризаға өҫтәп, иҫке белешмәне, яңы паспорт күсермәһен, фамилия алмаштырыуҙы раҫлаған документты (мәҫәлән, никах теркәү тураһында таныҡлыҡ) тапшырырға кәрәк.
Инвалидлыҡты билдәләү өсөн ҡабаттан экспертиза үтергә кәрәкмәй.
Берҙәм бәйләнеш үҙәге: 8 (800) 1-00000-1
Шулай уҡ:
инвалид кешеләр өсөн файҙалы постар йыйылмаһы менән танышығыҙ
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан