Ашҡаҙар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь , 09:57

Көҙгө йәрминкәләр башлана

23 сентябрҙә, 11, 21 октябрҙә “Стәрлетамаҡ-Арена  спорт һарайы алдындағы майҙанда  (Коммунистик урамы, 101-се йорт) ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙғарыла. Йәрминкә сәғәт 10:00-дән 15:00-гә тиклем эшләйәсәк.

Йәрминкәлә ҡатнашыу өсөн  ауыл тауар етештереүселәре, крәҫтиән һәм фермер хужалыҡтары, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы саҡырыла.

 Көндәр йылы тороуға (атмосфера һауаһының плюс температуралы булыуына) бәйле ит продукцияһы менән сауҙа итеү һыуытыу өсөн махсус ҡорамал (прилавкалар, витриналар,һыуытҡыстар) булғанда ғына мөмкин буласаҡ. 
Аҙыҡ-түлек булмаған әйберҙәр менән һатыу итеү рөхсәт ителмәй.

 Бынан тыш, йәрминкәләр аҙна  һайын шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә Стәрлетамаҡ  район-ара базаһында уҙғарыла (Стәрлетамаҡ, Хоҙаайбирҙин урамы, 85-се йорт). Йәрминкәнең эш ваҡыты – сәғәт 9:00-дән 16:00-гә тиклем.
Йәрминкәлә һатыу итеү өсөн урындар бушлай бирелә.

Ҡала хакимиәтенең сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү  бүлеге.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас в