Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2023, 10:52

Стәрлетамаҡ тағы ла йәшелләнһен!

Ошо шәмбе, йәғни 23 сентябрь иртәнге сәғәт 10-дан  йыл һайын уҙғарылып килгән “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы башлана. Ағас ултыртыу акцияһында теләгән һәр кем ҡатнаша ала. 

Ағас ултыртыу түбәндәге майҙансыҡтарҙа  планлаштырыла:

Стәрле йылғаһы яр буйында (Шәфиев урамындағы спорт майҙансығынан алып 23 май урамы буйлап автоюл күперенә ҡарай). 30 төп пирамидаль тирәк үҫентеһе, 10 төп ҡарағас, 12  төп шыршы, 15  төп  саған   һәм 60 төп  ҡыуаҡ ултыртыласаҡ.

Комаров һәм Ҡ.Моратов урамдары киҫелешендә (Дауаханалар ҡаласығы менән “Стәрлетамаҡ-Арена спорт һарайы араһында) 15 төп саған үҫентеһе ултыртыласаҡ.

 Артем урамы, 82-се йорт янында 31-се балалар баҡсаһы тирәләй  “Балалар аллеяһы”  барлыҡҡа киләсәк, унда  20 төп ҡарама ағасы ултыртыласаҡ.
Шулай уҡ  ҡалала ҡороған, тамырланып китмәгән ағастар урынына берәмләп 62 ағас үҫентеһе һәм 80 ҡыуаҡ ултыртыласаҡ.  
 
Торлаҡ коммуналь хужалыҡ идаралығы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: