Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2023, 05:21

СТӘРЛЕТАМАҠ ТРОЛЛЕЙБУСҺЫҘ ҠАЛМАҪМЫ?

4 миллиард кешене йөрөткән транспорт ойошмаһының киләсәге Стәрлетамаҡта Халыҡ-ара автомобиль транспорты һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре профсоюздары берекмәһе вәкилдәре делегацияһы булып китте. БДБ илдәренән – Беларусь Республикаһынан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстандан килгән етәкселәр һәм йәш транспорт профсоюздары активистары ҡаланың иң боронғо транспорт предприятиеларының береһе  булған “Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы” муниципаль унитар предприятиеһында булып, предприятиеның производство-техник базаһы менән танышты, хеҙмәт коллективы һәм профсоюз активы менән аралашты. Осрашыу тәжрибә уртаҡлашыу, көнүҙәк проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү менән аралаштырып алып барылды. Ҡунаҡтар ойошмала булған проблемалар илдең, сит илдәрҙең ошондай уҡ предпритиеларына хас икәнлеген билдәләп үтте. Парктың иҫкереүе, хеҙмәткәрҙәрҙә ҡытлыҡ һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде.

Электробустарға алмаштырырға...

Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы –  ул Стәрлетамаҡтың 13 троллейбус, 4  автобус маршруты, ә был – 100 километр линия һәм бер депо. Бында барыһы 630 хеҙмәткәр-профессионал эшләй. Көн һайын 60 троллейбус, 33 автобус линияла. Беҙҙең троллейбустар һәм автобустар көн һайын 40 меңдән ашыу, ә йылына 14 миллион пассажирҙы йөрөтә.

Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығында делегацияны директор вазифаһын башҡарыусы Андрей Паничев менән профсоюз ойошмаһы  рәйесе  Борис Теплов ҡаршы алды. Улар  ҡунаҡтарҙы ҡалала электр транспорты менән профсоюз барлыҡҡа килеүе, уның үҫеше һәм ҡаҙаныштары тураһында һөйләүсе бай тарихи музей менән таныштырҙы. Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығының алтмыш йылдан ашыу тарихында ҡалала 4 миллиардтан ашыу кеше ташылған, был иһә Ер йөҙөндәге  халыҡтың яртыһы тигән һүҙ, 500 миллион километр юл үтелгән, тип һөйләне  Андрей Паничев сарала ҡатнашыусыларға. БДБ илдәренән килгән ҡунаҡтар троллейбустарҙы ремонтлау цехтарында, Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы  диспетчерҙар бинаһында булды.

Дөйөм Рәсәй автомобиль транспорты һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Владимир Ломакин идаралыҡ эшенә ҡағылышлы һорауҙар бирҙе. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта киләсәктә ниндәй транспорт төрөнә өҫтөнлөк биреләсәк тигән һорауға электробустар тигән яуап бирелде. Транспортсылар профсоюзы  лидеры шулай уҡ,  көнүҙәк проблемалар менән ҡыҙыҡһынды һәм уларҙы хәл итеү юлдарын аңлатты.

Осрашыу һуңында идаралыҡтың тантаналар залында алдынғы хеҙмәткәрҙәргә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн  миҙалдар  һәм маҡтау грамоталары тапшырылды. Артабан делегация Торатау геопаркына юл тотто.

 

Иң  зыянһыҙ, хәүефһеҙ, уңайлы транспорт төрө

Иң боронғо транспорт предприятиеларының береһе булған троллейбус идаралығының тарихына күҙ һалһаҡ, уның шишмә башы  1957 йылға ҡайтып ҡала. Стәрлетамаҡта тәүге  троллейбус 1961 йылдың 25 февралендә рейсҡа сыға. Муниципаль предприятиеның  60 йылдан  ашыу  эшләү дәүерендә егермешәр йыл эшләгән өс етәксе алмашынған. Әлеге ваҡытта  100 километр самаһы линия буйынса 12 троллейбус  һәм 4 автобус маршруты үҙ эшен башҡара. Көн һайын  50 меңдән ашыу пассажир Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы хеҙмәте менән файҙалана.

Бер кемгә лә сер түгел, бөгөнгө көндә төп проблемалар булып хәрәкәт итеүсе составтың ныҡ туҙыуы  һәм квалификациялы персоналдың етешмәүе  тора. Троллейбус паркының 100 проценты тиерлек туҙған. Булған троллейбустар ҙа әленән-әле ремонтлап тороу арҡаһында ғына йөрөй. Республика хөкүмәте ҡалаға  автоном йөрөшлө, тәпәш иҙәнле, видеокүҙәтеү камералары, USB розеткалары менән йыһазландырылған бик уңайлы “Горожанин” маркалы троллейбус  бирҙе. Тик бындай троллейбуста йөрөү бәхете пассажирҙарға һирәк эләгә шул. Әлбиттә, ҡала етәкселеге был мәсьәләне хәл итеү өсөн төрлө юлдар эҙләй, халыҡ туҡталыштарҙа, айырыуса киске сәғәттәрҙә оҙаҡ көтөп тормаһын өсөн, пассажирҙар ағымы динамикаһын өйрәнә. Бер троллейбустың хаҡы 30 миллион һум тора, бындай хаҡҡа троллейбус алырға идаралыҡтың мөмкинселеге юҡ. Троллейбустарҙы һаҡлап алып ҡалырға тырышҡан хәлдә лә, электробустарға, автобустарға  алмаштырырға тура килер, тип күҙ аллана.

Әйткәндәй, кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһе бер троллейбус идаралығына ғына ҡайтып ҡалмай, мәҫәлән, ошо тармаҡҡа ҡараған “Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығының төҙөкләндереү цехында ла шул уҡ хәл.  Эш хаҡы 35 мең һум булыуға ҡарамаҫтан, участка мастеры кеүек вазифаларға кеше табыуы ҡыйын.

Нисек кенә булмаһын, Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы һәр заманда ла халыҡҡа иң  яҡын булған, халыҡ мәнфәғәтен яҡлаған, халыҡ ихтыяжын ҡайғыртҡан предприятие булып ҡалды һәм ҡаласаҡ. Электробустарға килгәндә, уларҙы “мөгөҙһөҙ троллейбус” тип атарға ла була. Улар ҙа, троллейбус кеүек үк, зыянһыҙ, хәүефһеҙ, уңайлы транспорт төрө булып тора.

Роза САФИНА.

 

Андрей      Паничев, Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы етәксеһе:

 – Иң мөһим мәсьәлә – күсмә составты яңыртыу. Ул федераль һәм республика кимәлендә  “Таҙа һауа”, “МКД”, “Хәүефһеҙ юлдар” махсус ҡаҙна кредиты программаһы сиктәрендә хәл ителергә тейеш. Электробусҡа килгәндә, ул бик уңайлы,  бәйләнеш селтәре кәрәкмәй.

Ә инде коллективҡа лайыҡлы эш хаҡын булдырыу – көндәлек аҙым.

СТӘРЛЕТАМАҠ ТРОЛЛЕЙБУСҺЫҘ ҠАЛМАҪМЫ?
СТӘРЛЕТАМАҠ ТРОЛЛЕЙБУСҺЫҘ ҠАЛМАҪМЫ?
СТӘРЛЕТАМАҠ ТРОЛЛЕЙБУСҺЫҘ ҠАЛМАҪМЫ?
СТӘРЛЕТАМАҠ ТРОЛЛЕЙБУСҺЫҘ ҠАЛМАҪМЫ?
Автор:Роза Сафина
Читайте нас