Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2023, 05:00

ХАЛЫҠ АРТИСЫН ТӘРБИӘЛӘГӘН ӘСӘ

 Миңлеғаян инәй 95 йәшен билдәләне 
– Ун ике генә йәшемдә әсәйһеҙ ҡалдым, әсәйем һуғыштағы улының үлем хәбәрен ишеткәс, ҡаты ҡайғыны күтәрә алмай үлеп китте, атайым дүрт бала менән тороп ҡалды. Ҡыҙ балаларҙан иң ҙуры мин булғас, донъя йөгө күбеһенсә минең иңгә төштө. Иң бәләкәй туғаныбыҙ бишектә генә ҡалды. Береһенән-береһе бәләкәй балаларҙы ҡарашырға, өйҙәге булған эштәрҙе миңә эшләргә тура килде, – тип һөйләй Миңлеғаян инәй үҙенең йәш сағы тураһында. – Атайым Йомағол өс һуғышта булған – Рус-япон, Беренсе бөтә донъя һуғышы, Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. Атайым бик аҡыллы, хәстәрлекле кеше булды. Үгәй инәй ҡулында үҫһәк тә, балаларын ҡыйырһытырға бирмәне, – ти ул бала сағын иҫкә төшөрөп. – Атайым гөрләтеп донъя көтөп, 97 йәшенә етеп донъя ҡуйҙы. 

Уҡыуға зирәк, белемгә ынтылышы көслө булһа ла, йәштән тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күреп, сынығып үҫкән Миңлеғаянға уҡыуын артабан дауам итергә насип булмай. Ете класты уҡып бөткәс, Насибаш ауылындағы педагогия училищеһына уҡырға инеп тә, әсәһенең үлеме арҡаһында уҡый алмай, һауынсы булып эшкә бара. Әсәйҙән иртә ҡалһа ла, ҡул эштәренә тиҙ төшөнөп ала ул, күрше-тирә әбейҙәрҙән ойоҡбаштар бәйләргә өйрәнә. Хәйләһеҙ, тырыш ҡыҙ һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә маҡталып эшләп йөрөй. Намыҫлы хеҙмәтен күреп, етәкселәр уны миҙалдар менән бүләкләй.

Еткән ҡыҙ күрше Яҙғы йорт ауылы егете Арыҫланға кейәүгә сыға. Күп тә үтмәй, ирен армияға алалар. Ирен хеҙмәткә оҙатҡанда Рафиғаһы (тыуасаҡ сабыйы) ҡорһаҡта ғына ҡала. Ә бына балаға исемде ире хат аша яҙып ебәрә: “Малай булһа – Рафиҡ, ҡыҙ булһа, Рафиға тип ҡушырһың” тип яҙа ул. Дүрт йыл моряк булып хеҙмәт иткәндән һуң, иптәштәре өгөтөнә бирелеп, Арыҫлан йәнә биш йылға траулер менән балыҡ тоторға ҡала. Шулай итеп, Миңлеғаяндың ире туғыҙ йылдан һуң ғына ауылдарына әйләнеп ҡайта. Ул саҡта ҡыҙҙары Рафиғаға инде туғыҙ йәш була. Яҙмыш ҡушыуылыр инде, Арыҫланы менән ун йыл ғына йәшәп ҡала Миңлеғаян. Ир бәхетен күреп, рәхәтләнеп кенә донъя көтөп ятҡанда, ҡайғы ишек шаҡый – ире фажиғәле рәүештә (машина бәрҙереп китә) һәләк була.

Әммә төшөнкөлөккә бирелә торғандарҙан түгел Миңлеғаян. Ир урынына ла, ҡатын урынына ла донъя йөгөн тартырға кәрәк. Колхоз фермаһында – алдынғы һауынсы, өйҙә йорт-ҡура тулы малтыуар, уларына ла ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләргә кәрәк. Ул саҡта хәҙерге һымаҡ трактор менән сабыу юҡ, ҡайһы саҡта аҙналар ғына түгел, айҙар буйы бесән эшләргә тура килә, уныһы ла колхоз эше араһында. Бер бөртөк кенә ҡыҙым тип тормай, Рафиғаһын да йәштән эшкә өйрәтә сәмле, ғәмле ҡатын. Үҙе яланда бесән әҙерләһә, ҡыҙы әсәһе урынына колхоз һыйырын һауа – егерме ике баш һыйырҙы көнөнә икешәр тапҡыр һауырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта, ҡыҙын уҡытып ҙур кеше итергә тигән маҡсат та ҡуя аҡыллы ҡатын. Рафиғаһы ла (Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға Галина) юғалып ҡала торғандарҙан түгел, бала саҡтан хыялында йөрөткән сәнғәт юлын һайлай. Мәктәпте тамамлау менән Өфө сәнғәт институтының театр бүлегенә уҡырға инә. Шунда уҡыған йылдарҙа һабаҡташы Рауил Галин (Башҡортостандың халыҡ артисы) менән танышып, ғаилә ҡоралар. Икеһе лә студенттар, балалары тыуғас, уҡырға ла өлгөрөргә, баланы ҡарарға ла кәрәк йәштәргә. Әсәһе күп уйлап тормай, Рафиғаһына ярҙам итеү уйы менән Өфөгә күсенеп килә. Уңған ауыл ҡатыны баш ҡалаға килеп төпләнгәс тә юғалып ҡалмай, Машиналар эшләү заводында эшләгәндә лә, үҙен тырыш, намыҫлы эшсе итеп күрһәтеп, ҙур наградаларға лайыҡ була. Уның түшендәге миҙалдар тап ошо хаҡта һөйләй.

Миңлеғаян инәй хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып ултырмай, Өфөлә балаһының балаларын – Розалия менән Рөстәмде үҫтерешә. Унан һуң Розалияның ҡыҙҙары Гөлдәриә менән Азалияны тәрбиәләшә. “Һәр эшкә талапсан ҡараған кеүек, әсәйебеҙ балаларҙы ла ҡаты тотто. Дөрөҫ тәрбиә биргәне өсөн рәхмәтлебеҙ”, - ти бер тауыштан Галиндар. Бына шулай үҙенең өләсәйлек бурыстарын теүәл үтәп, бөгөн инде ул берҙән-бер ҡыҙында – Рафиғаһында йәшәй. Бер ҡасан да тормош ауырлығына зарланмаҫ, барыһына ла риза ул. Әле лә уның “Ашҡаҙар” гәзитен күҙлекһеҙ уҡып ултырыуы хайран ҡалдыра! Бына шундай аҡыллы, сабыр Миңлеғаян инәй күптән түгел генә 95 йәшен тултырған. Һәр хәлдә уның йөҙөндә мин ғорур Ил инәһенең рухын күрҙем.

Роза ҠОБАҒОШОВА.

 Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Һүрәттә: Миңлеғаян инәй Башҡортостандың халыҡ артистары Рафиға һәм Рауил Галиндар ҡурсауында татыулыҡта бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас