Ололар хаҡында хәстәрлек күреү – ул беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың йылына бер генә көн түгел, ә көндәлек тормошобоҙҙоң нормаһы булырға тейешле бурысыбыҙ. Өлкән быуын – беҙҙең таянысыбыҙ, юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙең лайыҡлы өлгөһө, аҡыл һәм изгелек сығанағы.
Хөрмәтле пенсионерҙар, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары! Һеҙ беҙ әле йәшәгән һәм ғорурланған, киләсәк быуындарға тапшырырға кәрәк булған тормошто булдырғанһығыҙ, яҡлағанһығыҙ һәм һаҡлағанһығыҙ.
Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон, бәхетле ғүмер һәм рух күтәренкелеге теләйем. Туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ һәр ваҡыт үҙҙәренең һөйөүе, хәстәре һәм иғтибарына сорнаһын әйҙә!
Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы
ҡала округы хакимиәте башлығы.