Уҡытыусы – ул һәр заманда ла талап ителә торған, кәрәкле һөнәр булды һәм булып ҡаласаҡ. Фәҡәт һеҙ үҫеп килгән быуынға уларҙы киләсәккә илтеүсе белем багажын тапшыраһығыҙ. Балаға тормошта үҙен табырға, иң яҡшы кешелек сифаттарын асырға, һәләтен үҫтерергә ярҙам итәһегеҙ. Һеҙ үҙегеҙ ҙә профессиональ йәһәттән даими үҫәһегеҙ. Был турала һөнәри оҫталыҡ конкурстарындағы шәхси еңеүҙәрегеҙ, беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙҙың берҙәм һәм Дөйөм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙағы юғары һөҙөмтәләре, абруйлы конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙағы ҡаҙаныштары һөйләй.
Хөрмәтле педагогтар, һеҙгә ысын күңелдән эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек алыуығыҙҙы, балаларҙың йөрәгенә асҡыс табыуығыҙҙы һәм ата-әсәләр менән арағыҙҙа аңлашыусанлыҡ булыуын теләйем. Алдағы тормошоғоҙҙа ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм ижади уңыштар юлдаш булһын!
Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.