Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Октябрь 2023, 04:00

Башҡортостан – ҡаҙаныштар иле!

Хөрмәтле Стәрлетамаҡ халҡы! Башҡортостандың төп дәүләт байрамдарының береһе – Республика көнө менән ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Был әһәмиәтле көн беҙгә матур төбәгебеҙҙең бай тарихы, мәҙәни мираҫы һәм ҡаҙаныштары тураһында иҫкә төшөрә. Бында төрлө мәҙәниәттәр һәм милләттәр бер бөтөнгә ҡушыла, традициялар һәм халыҡ йолалары сағыу сағылыш таба.

Башҡортостан – талантлы кешеләр һәм  фән, сәнғәт, спорт һәм сәнәғәт өлкәһендә уникаль ҡаҙаныштар иле. Беҙ бергәләп һәр кем үҙенең мөмкинлектәрен тормошҡа ашыра алырҙай көслө һәм алға киткән йәмғиәт төҙөйбөҙ. Бөгөн яҡташтарыбыҙҙың ҡаҙаныштарын билдәләү  айырыуса мөһим һәм кемдәр үҙенең хеҙмәте һәм ижад энергияһы менән республикабыҙ үҫешенә ҙур өлөш индерә – уларға рәхмәтлебеҙ.

Хөрмәтле ҡала халҡы, ошо байрам көнөндә һеҙҙең һәммәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ һәм Башҡортостан Республикаһы мәнфәғәтендә артабан да уңыштар теләйем! Байрам менән!


Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы

 ҡала округы хакимиәте башлығы.

Башҡортостан – ҡаҙаныштар иле!
Башҡортостан – ҡаҙаныштар иле!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас