Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Октябрь 2023, 12:18

“СӘНҒӘТТӘН КИТЕРГӘ ТИП ТӘ БӨТКӘЙНЕМ...”

Әммә оҫта ҡурайсы асылына тоғро ҡала Сағыу талант эйәһе, күренекле ҡурайсы Динар Абдуллиндың Стәрлетамаҡ филармонияһында эшләүенә быйыл ун йыл була. Ошо йылдар эсендә ул төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, бик күп еңеүҙәр яуланы. Ә иң мөһиме, ул үҙенең ҡурай моңдары менән Стәрлетамаҡты ғына түгел, Башҡортостаныбыҙҙы сит өлкәләрҙә, сит илдәрҙә танытып, халҡыбыҙҙың данын күтәрҙе. Әле ул “Күңелем ҡурай моңдарында” тип аталған ҙур концерт менән сығыш яһарға йыйына. Ошо уңайҙан Динар Уразай улы менән ҡыҫҡаса ғына әңгәмә ойошторҙоҡ.

– Динар, үҙеңдең ижад биографияң менән яҡынданыраҡ таныштырып үт әле. Ҡурайға һөйөү ҡасан башланды? Ғөмүмән, профессиональ сәнғәткә юлың ҡайҙан башланды?

 – Үҙем Йылайыр районы Исҡужа ауылында тыуып үҫтем. Мәктәптә уҡыған сағымда уҡ ҡурайҙа уйнай инем, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша торғайным. Ун дүрт йәшемдә Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар конкурсында лауреат булдым.

Тәүҙә Сибай сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә уҡырға индем. Артабан ҡурайҙы нығыраҡ үҙләштереү, юғары белем алыу ниәтендә Өфөгә сәнғәт академияһына уҡырға килдем. Өфө дәүләт сәнғәт академияһын 2013 йылда тамамланым. Быйыл ун йыл тула. Ситтән тороп уҡып бөттөм. 2011 йылда уҡыуҙан китергә уйлағайным, кире килдем. Сәнғәт академияһының башҡорт музыкаһы факультеты деканы Айрат Ҡобағошов саҡырып алды. Айрат Миңләхмәт улы, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышы яғында ҡурай сәнғәтен үҫтереү ниәтендә, Ҡариҙел районы сәнғәт мәктәбенә ҡурай буйынса уҡытыусы булып эшкә урынлашырға тәҡдим итте. Унда өс йыл эшләнем, үҙҙәре теләп килгән балаларға ҡурай сәнғәтен төшөндөрҙөм, балалар күңелендә ҡурайға һөйөү уяттым. Әлбиттә, ҙур тәжрибә туплап, үҙемде лә ҡурайсы булараҡ үҫтерҙем, төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым.

– Стәрлетамаҡҡа нисек килеп юлыҡтың? Бында һиңә яңы офоҡтар асылды тип әйтергә була: бик күп ҡурайсылар бәйгеһендә ҡатнашып, еңеү артынан еңеүҙәр яулап, республика, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара кимәлдәге конкурстар, фестивалдәр лауреаты, дипломанты исемдәренә лайыҡ булдың. Тәүге еңеүең тураһында ла иҫкә төшөрөп үтәйек әле?

– Ҙур сәхнәгә сығып, халыҡҡа үҙебеҙҙең ҡурай моңон ишеттерергә теләгем ҙур булғас, Стәрлетамаҡҡа юлландым. Стәрлетамаҡ филармонияһына ҡурайсы булараҡ эшкә килгәс, тағы ла нығыраҡ дәртләнеп эшкә тотондом. Ошо йылдар эсендә бик күп еңеүҙәр яуланым. Шулар араһынан, бер нисәһен генә атап үтәм: 2015 йылда Батырғәле Вәхитов исемендәге “Яугир ҡурайсы” ҡурайсылар бәйгеһендә, 2018 йылда Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары конкурсында ҡатнашып Гран-при яуланым. Октябрьский ҡалаһында йыл һайын үткәрелеп килгән Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурайсылар конкурсында ҡатнашып, йыл да алдынғы урындарҙы алып киләм. Ингуш Республикаһында үткән халыҡ-ара этник эстрада конкурс-фестивалендә лауреат булдым.

– Алда әйтеп үткәнемсә, 20 октябрҙә киске сәғәт 7-лә “Күңелем ҡурай моңдарында” тип аталған ҙур концерт менән сығыш яһарға йыйынаһың. Унда кемдәр ҡатнаша, репертуарыңда ниндәй көйҙәр бар?

– Был концертым “Уҡытыусы һәм остаз йылына” арнала. Репетуарымда “Урал”, “Буранбай”, “Әрме”, “Эскадрон”, “Шарлы урман”, “Кәмәлек”, “Сәҙе буйы” һәм башҡа оҙон көйҙәр бар. Улар менән бер рәттән төрлө заманса композициялар яңғыраясаҡ. Концертта шулай уҡ мәшһүр ҡурайсы Азат Айытҡолов, ижадташ дуҫтарым – популяр йырсылар Сәйет Билалов, Юнир Һағынбаев, Рифат Йәмлихин, “Ашҡаҙар” таңдары фольклор-эстрада төркөмө, Бейеү театры һәм төрлө мәктәптәрҙән үҙем уҡытҡан уҡыусыларым ҡатнаша.

 – Әңгәмә өсөн рәхмәт! Алда тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр көтһөн!

 

Әңгәмәне Роза САФИНА ҡорҙо.

 Фото артистың шәхси архивынан алынды.

“СӘНҒӘТТӘН КИТЕРГӘ ТИП ТӘ БӨТКӘЙНЕМ...”
“СӘНҒӘТТӘН КИТЕРГӘ ТИП ТӘ БӨТКӘЙНЕМ...”
Автор:Роза Сафина
Читайте нас