Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Октябрь 2023, 06:00

Бер ваҡытта ла үҙҡиммәтен юғалтмай

29 октябрҙә Башҡортостан Республикаһында Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре тармағы хеҙмәткәре көнө билдәләнә. Фәҡәт 1991 йылдың 29 октябрендә дәүләт мөлкәте менән идара итеү буйынса Башҡорт ССР-ның Дәүләт комитеты барлыҡҡа килә. БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы хеҙмәткәрҙәре ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен  дәүләт кәйләүендә һәм дәүләт милке менән эффектлы идара итеүҙә туранан-тура ҡатнашалар. Стәрлетамаҡта дәүләт милке сикләнмәгән ер участкалары биреү буйынса вәкәләттәрҙе Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре Министрлығының биләмә бүлектәре һәм урындағы үҙ идаралыҡ органдары менән бәйләнеш эше буйынса идаралыҡтың Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса территориаль бүлеге тормошҡа ашыра. Бүлек начальнигы Альберт Назим улы Сибәғәтуллин менән әңгәмәбеҙ ер мәсьәләләре, һөнәр үҙенсәлектәре тураһында.

– Бүлектең бурысы нимәнән ғибәрәт?

– Ирешелгән һөҙөмтәләрҙә генә беҙҙең һигеҙ кешенән торған бүлек туҡтап ҡалмай, элеккесә: ер мөнәсәбәттәре өлкәһендә дәүләт хеҙмәтен һанлаштырыу, ҡуртымға түләү буйынса бурыстарҙы ҡыҫҡартыу буйынса эште көсәйтеү һәм ҡулланылмаған һәм тейешле ҡулланылмаған ер участкаларын  хужалыҡ әйләнешенә йәлеп итеү төп бурысыбыҙ булып тора. Йыл һайын Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы  Башҡортостан Республикаһы  Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһе хеҙмәткәре көнөнә ҡағылышлы тантаналы саралар уҙғарып, тармаҡтың лайыҡлы хеҙмәткәрҙәрен ҡотлай. Беҙҙең бүлектән яҡшыларҙан яҡшы хеҙмәткәрҙәр министрлыҡ наградаларына лайыҡ булды.

–  Бөгөн дәүләт төп иғтибарҙы беҙ йәшәгән ерҙе яҡшыртыуға йүнәлтә һәм шуға күрә һеҙҙең эшегеҙгә лә талаптар юғарылыр? 

 – Ер тиһәң дә, һәр мөрәжәғәт ул кеше яҙмыштарына бәйле. Әгәр ҙә ул (мәрәжәғәт итеүсе) беҙгә килеп, мәсьәләһен хәл итә ала икән, юғары рухта, ҙур ҡәнәғәтлелек менән ҡайтып китә, был үҙ сиратында дөйөм йәмғиәт торошона барып тоташа. Шуға беҙ һәр кешегә иғтибарлы, итәғәтле булырға тырышабыҙ. Хатта һорауҙы хәл итеп булмаһа ла, аңлатабыҙ, башҡа төрлө хәл итеү юлдарын өйрәтәбеҙ.

Бер урында ғына тормайбыҙ һәм мәғлүмәт технологиялары дәүеренә атлайбыҙ: ер мөнәсәбәттәре менән идара итеү процестары автоматлаштырыла, электрон реестрҙар алып барыла, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша хеҙмәттәр күрһәтелә. Мәғлүмәт технологиялары   дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙең сифатын күтәреүгә, дәүләт идаралығының һөҙөмтәлелеген һәм эффектлылығын тәьмин итеүгә мөмкинлек бирә. Бөгөнгө көндә халыҡҡа дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙең 21 электрон төрө бар. Шуныһын да билдәләп китергә кәрәк: ҡалала ер  мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итеүселәрҙең 97 проценты “Дәүләт хеҙмәтәре” порталы аша ғаризалар тапшыра. Тимәк, халыҡ электрон документ әйләнешен үҙ итә һәм үҙ мәсьәләләрен нәҡ ошо ысул ярҙамында хәл итә.

– Бүлек эше, белеүебеҙсә, шулай уҡ ер участкаларын ҡуртымға биреү һәм һатыуҙан ҡала ҡаҙнаһы килемен арттырыу өлкәһендә лә эш алып бара. Ошо мөһим йүнәлеш хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.

– Ағымдағы йылдың үткән туғыҙ айы эсендә Башҡортостан Республикаһы Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы аша теркәлгән  килем Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының шәхсән килемендә был өлкәлә 15 процент тәшкил итте. Ағымдағы йылдың өсөнсө кварталында ҡала ҡаҙнаһына 309106,28 мең һум аҡса индерелде, был план күрһәткесенең әлеге мәлгә 85 проценты тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта ер участкаларын ҡуртымға биреүҙән килгән аҡса – 279348,53 мең һум булһа, ер һатыуҙан килгән килем – 29757,75 мең һум тәшкил итте.

– Һеҙҙең тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланамы?

– Бергә эшләгән коллегаларым менән ғорурланам да, улар өсөн сикһеҙ шатмын да. Мәҫәлән, “Башҡортостан Республикаһының ер-мөлкәт мөнәсәбәттәренең почетлы хеҙмәткәре” тигән билдә менән был өлкәлә 17 йылдан ашыу эшләгән баш эксперт Иванова Елена Ксенофоновна, баш эксперт Сиражетдинова Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы һәм әйҙәүсе эксперт Золотарева Лидия Фәнис ҡыҙы бүләкләнделәр.

Шәхсән үҙемә һәм бүлектең әйҙәүсе белгес-эксперты Ольга Леонидовна Солодоваға Башҡортостан Республикаһы ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының  Почет грамотаһы тапшырылды. Шулай уҡ  сектор  мөдире Аллабирҙина Земфира Фәрхәт ҡыҙы менән әйҙәүсе белгес-эксперт  Юлия Александровна Вороноваға Башҡортостан Республикаһы  ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының рәхмәте белдерелде.

– Байрам уңайынан әйтер теләктәрегеҙ барҙыр.

– Башҡортостан Республикаһы ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының  Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте, ҡала хеҙмәттәре менән берҙәм һәм көйләнгән эшмәкәрлеге  артабан да  ҡалабыҙҙың  тотороҡло  социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итер тип ышанам.

– Изге теләктәргә беҙ ҙә ихлас ҡушылабыҙ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фидан ҮЛЕҠАНОВ фотоһы.

 

Бер ваҡытта ла үҙҡиммәтен юғалтмай
Бер ваҡытта ла үҙҡиммәтен юғалтмай
Автор:Римма Галимова
Читайте нас