Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Октябрь 2023, 08:12

Ҙур этнографик диктант акцияһына ҡушылығыҙ!

“Халыҡтар күп – илебеҙ берәү!” – шундай лозунг аҫтында 3 ноябрҙән 8-нә тиклем “Ҙур этнографик диктант” VIII Халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы үтәсәк.

 Проект Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәниәте  менән таныштыра, һәм шулай уҡ этномәҙәни грамоталылыҡтың дөйөм кимәлен баһаларға  мөмкинселек бирә.

Заданиелар 3 ноябрҙә “Ҙур этнографик диктант”тың miretno.ru.рәсми сайтында баҫылып сығасаҡ.

Унда:

 20 һорау – диктанттың бөтә ҡатнашыусылар өсөн дә берҙәм  дөйөм федераль бүлеге;
10 һорау – диктанттың Рәсәй Федерацияһының һәр субъекты өсөн  уникаль булған төбәк өлөшө.

Бөтә заданиеларҙы башҡарған өсөн максималь балл суммаһы – 100.

Үтеү ваҡыты – 45 минут.
Ҡатнашыусының һөҙөмтәләре күрһәтелгән сертификат диктантты электрон рәүештә үткәндән һуң шунда уҡ барлыҡҡа килә.

Быйыл  дөрөҫ яуапты шунда уҡ белеп һәм сығанаҡтарға һылтанмалар менән тарихи белешмә алып буласаҡ.

В этом году у участников сохраняется возможность сразу узнать правильный ответ и получить историческую справку со ссылками на источники.
Проекттың ойоштороусыһы –  Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ.

Р.ЗАМАНОВА.

Ҙур этнографик диктант акцияһына ҡушылығыҙ!
Ҙур этнографик диктант акцияһына ҡушылығыҙ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас