Тәүгеләрҙән булып үҙ аллы башҡорт гәзите сығара
Ниязбай Сәлимовтың исеме беҙҙе алыҫ та, яҡын да булған үткән быуаттың һикһәненсе йылдар аҙағы, туҡһанынсы йылдар башына алып ҡайта. Халыҡ тел азатлығы даулап, мөстәҡиллек даулап сыҡҡан ана шул рухи күтәрелеш йылдарында барлыҡҡа килде лә инде беҙҙең республика күләмендә ҡолас йәйгән милли матбуғатыбыҙ. Стәрлетамаҡта Вил Ғүмәров, Рауил Ниғмәтуллин ағайҙар, Зөбәржәт Йәнбирҙина апайҙар башҡорт телендә үҙ аллы “Ашҡаҙар” (ул саҡтағы “Стәрле таңдары”) гәзитен булдырыу өсөн ҡалабыҙҙың зыялыларын йыйып йыйылыштар уҙғара, ҡултамғалар йыйып, Мәскәүгә Госкомиздатҡа хат яҙа. Тап ошо уҡ мәлдә Ғафури районының “Йондоҙ” (руссаһы “Звезда”) гәзитенең яңы ғына тәғәйенләнгән баш мөхәррире Ниязбай Сәлимов ҡыйыу ҡарар ҡабул итә: ул хәҙер дубляж хәлендәге “Йондоҙ” түгел, ә үҙаллы милли баҫма – “Табын” гәзите булып сыға башларға тейеш. Шулай итеп, 1991 йылда фәҡәт уның тырышлығы менән Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып башҡортса үҙ аллы “Табын” гәзите донъя күрҙе. Ә иң мөһиме, Табын ырыуы исемен мәңгеләштерергә насип булды. Шуның менән бергә, 1993 йылда Ниязбай Сәлимов, Ырымбур башҡорт йәмәғәтселеге үтенесе буйынса, ошо гәзит редакцияһы ерлегендә Ырымбур башҡорттарының “Каруанһарай” гәзитен нәшер итте. (Ул саҡта ротапринт менән генә сығарылһа ла, “Каруанһарай” бик бай йөкмәткеле гәзит булды). Әйткәндәй, шул йылдарҙа, беҙҙән күрмәксе, быға тиклем дубляж рәүешендә сығып килгән башҡа район-ҡала гәзиттәре лә үҙ аллы сыға башланы. Тиҙ арала абруй ҡаҙанған ҡыйыу, үткер фекерле “Табын” гәзите мөхәррирен үрҙә ултырған етәкселәр күреп ҡалып, баш ҡалаға саҡыра. Артабан Ниязбай Булатбай улы быға тиклем “Ленинец” гәзитенең дубляжы булған “Ленинсы” гәзитен “Йәшлек”кә әйләндерҙе.
Әйтеүе генә анһат, булғанды юҡҡа сығарыуы еңел, бына булмағанды бар итеп ҡара әле һин! Бындай мөстәҡиллеккә ирешеү өсөн түрәләрҙең фатихаһын алыу өсөн күпме ишектәрҙе асып инергә, күпме ҡыйыу аҙымдар яһарға тура килгән уға! “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире вазифаһында эшләгәндә өс йыл эсендә Ниязбай Булатбай улы ошо баҫманы ныҡлы аяҡҡа баҫтырып, тиражын ике тапҡырға тиерлек арттырыуға иреште. Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә эшләгәндә лә, республикабыҙҙың иң мөһим, мәртәбәле матбуғат баҫмаһы “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире булғанда ла милләт яҙмышы өсөн янған, ҡыйыу фекерле, булдыҡлы етәксе булыуы менән айырылып торҙо. Ул шулай уҡ, терминологик комиссияла эшләп, башҡорт теленең терминологик һүҙлегенә ононотолоп бөткән бик күп һүҙҙәрҙе яңынан ҡайтарҙы. Мәҫәлән, йәниҫәп, ҡылыҡһырлама һәм башҡалар. “Әүҙем” һүҙе урынына беҙ “актив” һүҙен ҡуллана инек.
Кешегә һәләт бирелһә, бар яҡтан да бирелә бит ул. Ниязбай Булатбай улы ла, ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр ваҡыт халҡым, телем тип янып йәшәгән шәхес. Ошо урында бер генә миҫал килтереп үтәйек. Генерал Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү архив документтарына таянып юлланды. Әлбиттә, был Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың абруйы тураһында һөйләй. Ә бына Шайморатов шәжәрәһен юллап, нәҫел ебен барлап, Салауат Юлаев менән туғанлығын иҫбатлаусы – Ниязбай Сәлимов!
Буласаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, журналистар, шағир-яҙыусылар, тел белгестәре өсөн бындай кимәлдәге шағир, етәксе, журналист менән осрашыу күңелдәрендә мәңге һаҡланыр ваҡиға ул!..
“Үҙебеҙ төҙөнөк!”
Шәхес менән осрашыуҙы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Рәйсә Илишева баштан уҡ рәсми булмаған, ихлас шарттарҙа асып ебәрҙе. Ул, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында башҡорт бүлеген тамамлаған күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, билдәле яҙыусы һәм журналист, телсе-ғалим Ниязбай Булатбай улы Сәлимовты юбилейы менән ҡотлап, студенттарҙы артабан килгән ҡунаҡтар менән таныштырып сыҡты. Бер заманда бер вузда белем алып, бер ятаҡта йәшәгән замандашым, рухташым, йәштәшем тураһында яҙыуы үҙе бер кинәнес тә, шул уҡ ваҡытта оло яуаплылыҡ та өҫтәй. Ә залда ултырған ҡунаҡтар араһында бер заманда уҡыған күпме һабаҡташтар бар ине! Үҙе бер матур иҫтәлек.
Өс сәғәткә яҡын барған осрашыу бер тынала үтте лә китте. Студенттар юбилярҙың һәр һүҙен йотлоғоп тыңланы, үҙҙәре иһә төрлө һорауҙар яуҙырҙы: “Һеҙ Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағанһығыҙ, Стәрлетамаҡтың республикала тотҡан урыны хаҡында ла фекерегеҙҙе ишетке килә”; “Журналистиканы һайлағанығыҙға үкенмәйһегеҙме? Журналист – ул һөнәрме, уның үҙенә генә хас ниндәй үҙенсәлектәре бар?” һәм башҡалар...
– Хөрмәтле студенттар, ҡәҙерле институтыбыҙҙағы фекерҙәштәр, рухташтар менән осрашыуыма бик шатмын, – тип башлап ебәрҙе ул ялҡынлы сығышын. – Бына әле залда һабаҡташтарым ултыра: Дауыт Шәмғунов – Һамар өлкәһенән, Земфира Ибраҡова – Ырымбур өлкәһенән. Заманында шундай матур сәйәсәт үткәрелде: күрше өлкәләрҙән милләттәштәребеҙҙе Башҡортостандағы уҡыу йорттарына саҡырҙылар. Ошо урында ҡыҡаса ғына таныштырып үтәм: Дауыт Шәмғунов оҙаҡ йылдар БАССР-ҙың мәғариф министры булған күренекле дәүләт эшмәкәре Фатима Мостафинаның ауылдышы. Дауыт Вәдүт улы егерме биш йыл Һамар өлкәһендә мәктәп директоры булып эшләне, әлеге ваҡытта – Өфөләге 160-сы лицейҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Ә Ырымбур ҡыҙы Земфира Ибраҡованың исеме беҙгә яҡшы таныш: ул Стәрлетамаҡта берҙән-бер “Толпар” башҡорт балалар баҡсаһын асып, уны сирек быуатҡа яҡын йылдар етәкләне. Шундай һабаҡташтар менән ғорурланырлыҡ бит!
Артабан юбиляр үҙенең йәшлек йылдарына ла ҡайтып әйләнде.
– Бында килеп йәшлегебеҙгә ҡайттыҡ, – тип хәтирәләре менән бүлеште Ниязбай Булатбай улы. – Беҙ уҡығанда әле беҙ ултырған ошо төп корпус бинаһына нигеҙ ташы һалынды. Шул саҡта беҙ өмәгә йөрөнөк. Үҙебеҙ 3-сө ятаҡтан Иҫке ҡала биҫтәһенә уҡырға йөрөнөк...
Был өмәләрҙә күп студенттарға ҡатнашырға тура килде. Ошо юлдарҙы уҡығанда шул йылдарҙа уҡыған һабаҡташтарыбыҙ носилкалар менән кирбес ташыған саҡтарҙы иҫенә төшөрөр. Шуға ла был төп корпус бигерәк тә күңелгә яҡын.
Дөйөм ятаҡта йәшәгәндә кухняла ҡыҙҙар ашарға бешерә. Шунда бер мәлде кәстрүлдәр бушап ҡала, йә булмаһа, ашы менән бергә “аяҡлана”. Егеттәр “ярҙам итә”. Ниязбай менән ятаҡтың бер ҡатында йәшәгәс, был хәлдәр мәҡәләнең авторына ла яҡшы таныш. Бындай шуҡлыҡтар йыш ҡына була торғайны.
– Стәрлетамаҡ элек-электән кадрҙар әҙерләп сығарыу үҙәге булып торҙо, – тип дауам итте журналист һүҙен. – “Башҡортостан” гәзитенең өс баш мөхәррире – Рәлиф Кинйәбаев, Ниязбай Сәлимов, Азамат Юлдашбаев Стәрлетамаҡта уҡыған – был беҙҙең Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының уҡыу сифатының юғарылығы тураһында һөйләй. Беҙ вузды Рәшит Вәлиәхмәт улы Әлмөхәмәтов етәкләгән осорҙа уҡыныҡ, бик аҡыллы ағай булды. Ошо урында беҙ мәрхүм булған уҡытыусыларыбыҙҙы иҫкә алып үтергә бурыслыбыҙ. Беҙ фольклор белгесе Иван Карпухин, мәшһүр ғалимдарыбыҙ Данис Тикеев, Ишбулды Вәлитов, Булат Ғафаров кеүек зыялыларҙың тәрбиәһендә белем алдыҡ, институтта эшләп килгән “Ашҡаҙар” әҙәби берекмәһендә ҡанаттарыбыҙҙы нығыттыҡ.
Журналист тормоштан бер көн алда бара
Ниязбай Булатбай улы нисек итеп журналист булып китеүе, студент саҡта уҡ ҡыҙыҡлы, күләмле мәҡәләләр яҙыуы тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп иҫкә төшөрөп үтте.
– Журналист һөнәре – иң яратҡан, донъялағы иң абруйлы, дәрәжәле һөнәрҙәрҙең береһе. Мин бер ҡасан да мине журналист итеп эшкә алығыҙ тип һоранып йөрөмәнем, яҙмыш ҡушыуы буйынса журналист булып киттем. Стәрлетамаҡтан Иҫке Собханғолға “кукурузник”та оса торғайныҡ. Ер аяғы, ер башына барып, хайран ҡалып ҡайтҡандан һуң “Совет Башҡортостаны”нда “Гүзәл икән Бөрйән яҡтары” тигән күләмле мәҡәләм донъя күрҙе, мәҫәлән, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты ҡунаҡ. Шулай уҡ профессия нескәлектәре менән дә яҡындан таныштырып китте.
– Журналист тормоштан бер көн алда барырға тейеш. Журналиста һәләт тә, белем дә, тырышлыҡ та булыу мөһим. Ул образлы итеп фекерләй белергә тейеш, – тине үткер ҡәләм оҫтаһы. – Иң мөһиме, мәҡәлә аналитик булырға тейеш. Йәғни, бөтә эш процесын күрһәтә белергә, мәғлүмәт туплай белергә кәрәк. Әйтәйек, спектакль күрһәтәләр, ярты зал буш. Һин шуны анализлап, итәғәтле генә итеп, кинәйәләп аңлатырға тейешһең. Журналистарҙың да төрлөһө була. Редакцияла ултырып ҡына өс һөйләм яҙып биргән журналистар ҙа була. Өтөр ҙә ҡуя белмәгәндәре бар, ә бит шул бер өтөр, “казнить нельзя помиловать” тигәндәй, кеше яҙмышын хәл иткән саҡтар ҙа булған. Журналистың күҙе үткер, ҡолағы осло, һүҙе тапҡыр булырға тейеш. Биналарҙа алтаҡта иғтибарҙы йәлеп иткән кеүек, мәҡәләнең башы, исеме отошло булырға, үҙенә саҡырып торорға тейеш, – тигән кәңәштәрен дә бирҙе йәштәргә тәжрибәле журналист.
...Сара шул тиклем йәнле, күңелле үтте. Юбиляр студенттарға төрлө һорауҙар биреп кенә ҡалманы, иҫтәлекле бүләктәр, миҙалдар тапшырҙы. Ҡыҙҙар йырлағанда Ниязбай Булатбай улы үҙе лә дәртләнеп бейергә төшөп китте.
– Студенттар араһында Яҡты йондоҙ булды һәм әле лә беҙ уны Илен, Телен, Халҡын сикһеҙ яратҡан Яҡты йондоҙ итеп күрәбеҙ, – тине башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире Зөһрә Сәләхова. – Кеселекле, кешелекле, ихлас, әммә талапсан, заманса фекерләүсе. Ысын журналист тап ана шундай сифаттарға эйә булырға тейеш!
– Стәрлетамаҡ – Рух бишеге булды һәм булып ҡалыуы менән ҡәҙерле, - тип йомғаҡланы һүҙен Ниязбай Булатбай улы. – “Башҡорттоң ике ҡанаты бар: башҡорт теле һәм шәжәрәһе!”
Ошо һүҙҙәрҙе оран-өндәмә итеп йәшәгән илһамлы шәхесебеҙ артабан да Яҡты йондоҙ булып, нур балҡытып йәшәһен әйҙә!
Роза ҠОБАҒОШОВА,
БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм
киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
Булат БАЙҒУСҠАРОВ фотоһы.