

Акция онлайн – форматта Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан уҙғарыла. Проекттың ойоштороусыһы – Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ. Традицион халыҡ-ара акция “Халыҡтар күп – илебеҙ берәү!” девизы аҫтында һигеҙенсе тапҡыр үтә.
“Ҙур этнографик диктант”тың маҡсаты – илебеҙҙә йәшәүсе халыҡтарҙың тарихына, мәҙәниәтенә һәм милли берҙәмлегенә кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеү. Был белем Рәсәй Федерацияһы халыҡтары араһында татыулыҡты, этник-ара тыныслыҡты һәм милли берҙәмлекте нығытыуға булышлыҡ итә, һәм шулай уҡ халыҡтың этнографик грамоталылыҡ кимәлен күтәрә.
Акцияла йыл һайын ниндәй йәштә булыуына, ниндәй динде тотоуына, ҡайһы илдә йәшәүенә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәүсе миллиондарса кеше ҡатнаша. Диктант беренсе тапҡыр 2016 йылдың 4 октябрендә үткәйне, унда Рәсәйҙең 90 мең кешеһе ҡатнашҡайны. Ә 2021 йылда инде акцияға Рәсәйҙән һәм донъяның 95 иленән 2,5 миллиондан ашыу кеше ҡушылды. Диктантты Ер шарының барлыҡ ҡитғаларында ла яҙҙылар, ә Халыҡ-ара йыһан станцияһы иң экзотик майҙансыҡ булды, орбитала тест һорауҙарына космонавт Сергей Прокопьев яуап бирҙе.
Башҡортостан Республикаһында акция 4 ноябрҙә 14.00 сәғәттә ГКЗ “Башкортостан” дәүләт концерт залы (2 ҡаттағы фойе) офлайн-майҙансығында старт аласаҡ, унда йәмәғәт ойошмалары һәм милли-мәҙәни ойошмалар лидерҙары, сәнғәт эшмәкәрҙәре, власть органдары вәкилдәре йыйыласаҡ.
Диктантта йәшенә, белеменә, милләте, дине һәм гражданлығына ҡарамайынса – теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн бары тик miretno.ru рәсми сайтҡа инеп, “Диктант үтергә” тигән төймәгә баҫырға һәм үҙең тураһында мәғлүмәттәрҙе тултырырға, һорауҙарға яуап бирергә, ҡатнашыусы сертификатын күсереп алырға кәрәк буласаҡ.
16 йәшкә тиклем 20 дөйөм федераль һорау, 16 йәштән өлкәнерәктәргә – 30 һорау, шуларҙың 10-ы һәр төбәк өсөн уникаль булып тора. Һорауҙар Рәсәйҙәге этнографияны, тарих, традициялар, мөһим даталар, фольклор, мәҙәниәт, географик белемде күҙ уңында тота.
Бөтә заданиеларҙы башҡарған өсөн максималь балл суммаһы – 100.
Үтеү ваҡыты – 45 минут.
Диктанты электрон рәүештә үткәндән һуң ҡатнашыусының һөҙөмтәләре күрһәтелгән сертификат шунда уҡ барлыҡҡа килә.
“Ҙур этнографик диктант” Халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте www.miretno.ru сайтында һәм Бәйләнештә – https://vk.com/miretno рәсми төркөмөндә алырға була.
Шуныһын да билдәләп үтәйек, беҙҙең республика мәғрифәтселек акцияһында ҡатнашыусылар һаны буйынса ике йыл рәттән иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. 2022 йылда беҙҙең төбәктән 498 018 кеше үҙ белемен тикшерҙе. (2021 йылда – 341 027 кеше).
“Ҙур этнографик диктант” Халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһын ойоштороусылары булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто сығыш яһай.
Р.ЗАМАНОВА.