Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2023, 14:02

Беренселәр көс һынаны

Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер”  муниципаль тест үҙәгендә ҡала халҡы әүҙем рәүештә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер”  (ГТО) нормаларын тапшыра. Был юлы “Берҙәм Рәсәй” партияһының  беренсел бүлексәләре секретарҙары, ағзалары һәм партия яҡлылар араһында “Беренселәр ярышы str” спорт сараһы уҙҙы.

Ҡатнашыусыларҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһы исеменән үҙәктең  директоры, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты Владимир Петров, ҡала Советы депутаты, 7-се мәктәп директоры, “Юрматы” көрәш клубы етәксеһе, “Нахимов – 1” беренсел бүлексәһе секретары Илшат Ҡотлошин һәм партияның  урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Лилиә Бикмәтова сәләмләне һәм бүләкләне. Бүләктәр менән “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы, ҡала Советы депутаты Ратмир Фәхриев тәьмин итте.

Атыу, оҙонлоҡҡа һикереү, арҡала ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү, гимнастика эскәмйәһендә баҫып тороп алға эйелеү – ҡатнашыусылар үткән һынауҙарҙың төп нормативтары ошолар. Күңелле лә, дәртләндергес тә, ә иң мөһиме файҙалы булды сара.

Тест  тамамланғандан һуң был көндөң иң күңелле өлөшө   –  бүләкләү мәленә килеп еттек. Һәр ҡатнашыусы Маҡтау ҡағыҙы һәм  бүләк сертификаты алды, сара  сәй табыны артында ихлас һәм күңелле һөйләшеү менән тамамланды.

– Беренсел бүлексә сәркәтиптәре менән бындай саралар үткәреү партия активын берләштерә. Пландар күп, уйҙа – күберәк осрашыуҙар, конкурстар, квестар уҙғарыу. Бөгөн бында килеүселәр бик күп ыңғай эмоциялар,  йылы тәьҫораттар алып ҡайтҡандыр, тип уйлайым, – тип билдәләне сараны ойоштороусылар.

Р.ЗАМАНОВА.

Ф.ӘБДРӘХИМОВА фотолары.

Беренселәр көс һынаны
Беренселәр көс һынаны
Беренселәр көс һынаны
Беренселәр көс һынаны
Беренселәр көс һынаны
Автор:Роза Сафина
Читайте нас