Был байрам беҙҙең күп һанлы халыҡтарыбыҙҙың яҡшы күршеләрсә мөнәсәбәтен символлштыра, улар араһындағы берҙәмлекте һәм теләктәшлекте нығытыуға булышлыҡ итә.
Бөгөн беҙ илебеҙҙең шанлы һәм данлы үткәнен иҫкә алабыҙ һәм ата-бабаларыбыҙға һәм уларҙың ҡаһарманлығына тәрән хөрмәт белдерәбеҙ. Беҙ Тыуған илебеҙҙең берҙәмлеген тергеҙгәндәрҙе һәм Рәсәй халҡының көс һәм аҡыл символына әйләнгәндәрҙе данлайбыҙ.
Бөгөн Стәрлетамаҡта һәм Башҡортостан Республикаһында төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Уларҙың, этник һәм мәҙәни үҙенсәлеге, милли үҙәктәр менән йылы мөнәсәбәттәре, бербереһенә ярҙам итеүе – дәүләт көсөнең төп күрһәткесе, уның үҫеш һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау нигеҙе. Тик бергәләп кенә бөтә проблемаларҙы еңеп сығырға, һәр кемдең тормошо өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкин.
Берҙәмлегебеҙ ныҡлы булһын, ә илебеҙ сәскә атһын! Һеҙҙең һәммәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем!
Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.