Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2023, 15:14

Хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселргә 100 мең һум ташлама

Стәрлетамаҡ ҡалаһының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге ҡаланың эре төҙөлөш предприятиелары менән берлектә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселәргә яңы ярҙам сараһы ҡабул иткән.

Хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселргә 100 мең һум ташламаХәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселргә 100 мең һум ташлама
Хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселргә 100 мең һум ташлама

Был проектҡа ярашлы, ағымдағы йылдың 13 ноябренән алып 25 декабренә тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса хәрби комиссариатта (Хоҙайбирҙин урамы, 118-се йорт, 19-сы бүлмә) хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүсе (граждандың ҡайҙа йәшәүенә һәм ҡайҙа пропискала тороуына ҡарамаҫтан) Стәрлетамаҡ ҡалаһында фатир һатып алған осраҡта 100 мең һумлыҡ ташламаға иҫәп тота ала.

Ташламаны «Риком»; «Альянс-Групп»; «Стройиндустрия»; «Жильё Плюс»; «КПД»; «Райз-девелопмент» һымаҡ төҙөлөш компаниялары тәьмин итә.

Белешмә өсөн телефон: 8-987-139-90-38.

Хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселргә 100 мең һум ташлама
Хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселргә 100 мең һум ташлама
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас