– Эдуард Иҙрисович, ваҡыт бер урында тормай. Енәйәтселектең дә төрҙәре үҙгәрҙеме?
– Штат төрлө тәфтиш бүлектәренә ҡарай: наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше; иҡтисади енәйәттәр буйынса тәфтиш бүлеге; милек буйынса енәйәттәрҙе асыҡлау; ғәҙәтләнгән өс йүнәлешкә хәҙер инде мәғлүмәти-телекоммуникациялы технологияларҙы ҡулланып ҡылынған енәйәттәрҙе тикшереү өҫтәлде. Икенсе төрлө әйткәндә, Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда яңы технологияларҙы ҡулланып, дистанцион алымдар менән ҡылынған енәйәттәр йышайҙы. Бынан ун йылдар самаһы элек шәхескә ҡаршы көс ҡулланһалар, урамдарҙа йәки кибеттә урлаһалар, хәҙер иһә дистанцион алымдар менән мутлашыусылар тоҙағына бигерәк тә пенсия йәшендәге кешеләр эләгә. Шулай уҡ мутлашыусылар йыш ҡына “туғанығыҙ юл-транспорт хәрәкәтендә бәләгә тарыны” тигән хәбәр менән шылтыраталар һәм “ыңғай хәл итер” өсөн аҡса һорайҙар. Бынан тыш, тауар һатыу иғландары аша ла ҡорбандарын аҡса күсерергә күндерәләр. Һуңғы ваҡытта интернетта шулай уҡ төрлө ҡушымталар аша ла еңел генә аҡса эшләргә өйрәтеүселәр ҙә табылып тора. Дәүләт хеҙмәте кабинеттарын “емереп”, “банк йәки хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре” булып шылтыратып, кредит алырға күндереүселәр күбәйҙе. Шулай уҡ ошо йәй арауығында ғына ла республиканан 1,6 миллиард һум мутлашыусылар ҡулына күсеп өлгөргән.
– Бындай енәйәтте иҫкәртеү юлы менән кәметеп булалыр, бының өсөн ниндәй саралар күрәһегеҙ?
– Хеҙмәт коллективтары менән осрашып аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Бигерәк тә мәғариф өлкәһендә, йәмәғәт транспортына ҡараған предприятиеларҙа, заводтарҙа эшләүселәр менән, шулай уҡ айырым граждандар менән дә осрашып, мәғлүмәтте халыҡҡа еткерергә тырышабыҙ.
– Мутлашыусыларҙы тотҡан осраҡтар буламы һуң?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар республиканан ситтәге биләмәләрҙән шылтыраталар. Хәҙер бит алдынғы технологияларҙың тәьҫиренән енәйәтселәр ҙә ҡалышмай. Хатта наркотиктар һатҡан кешеләрҙе асыҡлау ҙа ҡатмарлашты. Йәшерен нөктәләрҙә ҡалдырыу юлы менән таратыла. Наркотиктарҙың төрҙәре лә үҙгәрҙе. Химик наркотиктарға кеше тиҙ өйрәнә, улар үҙҙәрен адекватно тотмай. Наркотиктарҙы таратырға өсөнсө шәхестәр йәлеп ителә, бигерәк тә, студенттарҙы курьер итеү осраҡтары күҙәтелә. Медколледж, физкультура колледжы студеттары араһында йәлеп ителгән һәм ошо айҡанлы уҡыу йорттарынан ҡыуылыусылар ҙар бар. Беҙҙә 14-16 йәштәгеләргә лә енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Шуға күрә йәштәр «курьер» ғына булһалар ҙа был хаҡта иҫтәренән сығармаһындар ине.
– Үҙегеҙ етәкләгән идаралыҡ менән ентекләберәк таныштырып китһәгеҙ ине.
– Идарарылыҡты төрлө йылдарҙа Ф.М.Хәмиҙуллин, М.Н.Япрынцев, М.В.Сәфәрғәлиев, С.Г.Мачихин, С.Н. Сидоров етәкләгән. Идаралыҡ начальнигы урынбаҫарҙары Н.Ғ.Аҙнабаева, В.А.Котельников, И.А.Халиҡов енәйәттәрҙе тикшереүгә лайыҡлы өлөш индергәндәр. Улар, оҙаҡ йылдар биргән анттарына тоғро ҡалып, ҡуйылған бурыстарҙы намыҫлы үтәгәндәр.
– Эдуард Иҙрисович, байрам уңайынан хеҙмәт алдынғыларын билдәләп китһәгеҙ ине.
– Әлбиттә, һәр дәүерҙең үҙ геройҙары, һәр енәйәтте асыҡлауҙың үҙ оҫтаһы бар. Ошо йылдың үткән ун айы һөҙөмтәләренә туҡталһаҡ, мәҫәлән, айти технологиялар буйынса бүлек начальнигы А.А. Стаматинаны, өлкән тәфтишселәр К.Р. Сиражетдинова менән Р.А. Сөләймәновты атап китер инем. Шул уҡ ваҡытта идаралыҡта бик аҙ ваҡыт, әйтәйек, бер-ике генә йыл эшләп тә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүсе коллегаларым да бар. Ә ике йылдан әҙерәк эшләп тә ыңғай һөҙөмтәләргә ирешкәндәр араһында Т.В.Мамаева, В.Э. Мөхәррәмова, А.А. Кәримова һымаҡ йәш белгестәр улар.
– Коллегаларығыҙға әйтер һүҙҙәрегеҙ ҙә барҙыр?
– Барлыҡ полиция хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, еңел булмаған эшебеҙҙә уңыштар һәм ғаилә именлеге теләйем.
– Ихлас теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП: Әңгәмә барышында идаралыҡтан миҫалдар килтереп үтеүен дә үтендек. Төрлө енәйәттәрҙе асыҡларға тура килә икән. Мәҫәлән, иҡтисади енәйәттәр буйынса бүлек начальнигы Олег Озеров һөйләүенсә, ошо йылдың июль айында законһыҙ рәүештә маркировкаһы һәм акцизы булмаған ун меңдән ашыу ҡап тәмәке һаҡлаған һәм һатҡаны өсөн шәхси эшҡыуар А. Юхновтың тауарын тартып алыуҙары хаҡында хәбәр итте. Аҡсаға әйләндергәндә, был тартып алынған тәмәке хаҡы 1 миллиондан ашыу һумға барып баҫа. “Тартып алынған тәмәкене нишләтәһегеҙ?” тип төпһөнәм. Суд булып, хөкөм сығарылғансыға тиклем тәмәке камерала ятып тора икән. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәти хатына ярашлы, 2023 йылдың 1 мартынан алып Рәсәйҙә бер пачка тәмәкенең хаҡы 119 һумдан кәм булмаҫҡа тейеш. Ә эшҡыуар уны күпкә арзаныраҡ хаҡҡа һатҡан. Әлбиттә, закон – закон булып ҡала, уны боҙорға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Алкоголь продукцияһы булһынмы, тәмәке булһынмы, закон боҙоу – иҡтисади енәйәт булып иҫәпләнә һәм тартып алына.
Әңгәмәне Римма ҒӘЛИМОВА ҡорҙо.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.