Бында барлығы 24 бала шөғөлләнә. Улар йәнһүрәт сюжеттары уйлап табып, «Бәйләнештә» төркөмөнә һалалар икән. Тәүге проект Өфөнөң «Айырылып торған балалар» хәйриә фонды ярҙамында тормошҡа ашырылһа, хәҙер үҙәктең үҙаллы гранттарҙа ҡатнашырға ла теләктәре бар. Ә әлеге отҡан грантка килгәндә, бәйләнештәр буйынса белгес Ирина Юрьевна Латиповаға рәхмәт әйтергә була. Шулай уҡ «Сами с усами» йәнһүрәттәр студияһында күңел һалып эшләүселәр Дилара Наил ҡыҙы Арыҫланова һәм Наталья Юрьевна Сиротинаны билдәләп киткем килә. Беҙҙе иң хайран иткән бала Глеб Бәширов булды. Үҙе инвалид арбаһында ултырһа ла, был бала менән осрашыу мәлендә уның зирәклеге күҙгә ташланды. Шул тиклем асыҡ бала, аралашырға ғына тора. Үҙе башҡарған эштәрҙе мауыҡтырғыс итеп аңлата белә. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул өлкәндәрҙең иғтибар үҙәгендә булырға тырыша. Шулай уҡ беҙгә Владимир Михайлов, Злата Додонова, Ангелина Ибраһимоваларҙың йәнһүрәттәре менән яҡындан танышырға, балаларҙың болотһоҙ күңел донъяһына «сумырға» мөмкин булды. Уларҙың күңел донъяларының ифрат та бай булыуына хайран ҡалдыҡ. Ошо рәүешле башҡаларҙан айырылып торған был балалар аҙымлап бейеклекте яулайҙар. Уларға һәм уларҙың эргәһендәге миһырбанлы белгестәргә түҙемлек, эштәрендә уңыштар ғына теләргә ҡала.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.