Блогер һүҙе беҙгә хәҙер яңылыҡ түгел. Улар – тормоштағы айырым бер өлкәләге фекерҙәрҙең башында торған кешеләр, йәғни лидерҙар. Уларҙың социаль селтәрҙәрҙәге эше даими рәүештә яңы контент етештереүҙән ғибәрәт (тора) (бизнес, сәләмәтлек, кулинария, мәғариф, спорт, матурлыҡ, ижад, сәйәхәт). Улар үҙ аудиторияһы менән оялмай аралаша, үҙҙәрен камераға төшөрөүҙән һис арымайҙар.
Блогерҙарға ҡалабыҙ ҙа бай беҙҙең. Мәҫәлән, йәш быуын Светлана Бикмәтова, Арина Стройная, Елена Гурьева, Әлиә Салауатова, Нәркәс Иҫәнгилдина, Зарема Фридма, Дмитрий Черников, Индира Хәбибуллина Алмаз Йәғәфәров, Аделя Жигалова, Ләйсән Хәбибуллина, Лиана Йәғәфәрова, Лиана Лоҡманова, Полина Алексеева, Лиана Садиҡова һәм башҡа блогерҙарҙың яҙмаларын ҡарап бара, уларҙың төркөмдәрендә тора, фекерҙәрен йәмәғәт лидеры фекер итеп ҡабул итә. Әйткәндәй, күптән түгел Стәрлетамаҡтың иң әүҙем, ижади ҡарашлы, булдыҡлы, сағыу йәштәре араһында “Йыл блогеры – 2023” блогерҙарын бүләкләү тантанаһына йыйылды.
Блогерҙарҙың байрамы ла үтә лә тантаналы һәм замансалылығы менән айырылып торҙо. Театрға ингәндә үк сәскәләр һибелгән ҡыҙыл келәмдән атлап үтеп китеүе, сағыу фотозоналар, күңелле аралашыу – тәү ҡарашҡа беҙ йәшәгән мөхит өсөн бер аҙ ят та, сәйерерәк тә, тартындырған да һымаҡ. Артабан ҡунаҡтарҙы һәм номинанттарҙы маскарад битлектәрендәге аниматорҙар сәләмләй, ә икенсе ҡатта “Йыл блогеры – 2023” ерлегендә иҫтәлеккә фотоға төшөргә мөмкин, йәнәшә бүлмәлә бай фуршет ҡаршы ойошторолған. Бына шулай башланып китте “Йыл блогеры” премияһы.
Сәхнәгә сарала ҡатнашыусыларҙы ҡотларға тип, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов менән йәштәр сәйәсәте буйынса бүлек начальнигы Альбина Бикмәтова сыға. Улар блогерҙарҙың йәмғиәттә тотҡан урыны, ҡалабыҙҙың тормошон ҡыҙыҡлы итеп һүрәтләүсе һәм уҙғарылған саралар тураһында бәйән итеүсе йәмәғәт фекере лидерҙары булыуын һөйләне.
– Һәр берегеҙ блогерлыҡтан тыш, билдәле бер эш менән мәшғүл. Үҙегеҙгә яҙылыусыларға ҡалала барған хәл-ваҡиғалар тураһында аңлайышлы ғына һәм ҡыҙыҡлы ғына итеп ҡыҫҡаса ғына аңлатып биреүсе йәмәғәт фекеренең хәҙерге заман лидерҙары, һеҙгә ҙур рәхмәт, ошондай сағыу саралар күберәк булһын, – тип билдәлдәне Павел Николаевич.
Әйтергә кәрәк, бындай сара быйыл өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла һәм йәштәрҙең иң матур байрамына әйләнде. Уның ойоштороусылары – маркетологтар, “ProBrand” маркетинг агентлығы етәкселәре Вера Ротова менән Дарья Горбатованың һүҙҙәренсә, быйыл 80 меңгә яҡын кеше яратҡан блогерҙары өсөн үҙ тауышын биргән.
Быйыл “Йыл блогеры – 2023” премияһына ҡалала 82 ҡатнашыусы дәғүә иткән. 15 номинация тәҡдим ителгән, һәр номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Төрлө номинацияларҙа еңеүселәргә приздар һәм маҡтау грамоталары, иң-иңдәргә төп бүләктәр тапшырылды. Номинацияларҙа 15 блогер еңеү яуланы.
Был йылдың йәнә бер яңылығы – төп номинацияла өс еңеүсе. Бына улар: Бриллиант Йыл блогеры Әлиә Салауатова (16807 тауыш йыйып); Платина Йыл блогеры – Наталья Баранова (5131 тауыш); Алтын Йыл блогеры Елена Гурьева (4419 тауыш) еңеүселәр булды. Әйткәндәй, Әлиә Салауатованың видеоларын миллионлаған кеше ҡарай. Ул нисек итеп вайндар (видеороликтар) төшөрә, идеяларҙы ҡайҙан ала, кем булып эшләй был турала киләһе һандарҙа яҙырбыҙ.
Шуныһы иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ: сағыу тамаша йылдан-йыл популярлаша, йылдан-йыл киң ҡолас ала, ҡатнашыусылар һаны ла арта бара. Йәштәрҙең ошондай матур саралар аша аралашыуы айырым ҙур бер һөҙөмтә!
Роза САФИНА.
Һүрәттә: Һүрәттә: (һулдан уңға) эшҡыуар Ратмир Фәхриев, ҡала хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Зилиә Баринова, 1-се ҡала дауаханаһы баш табибы Илшат Яппаров, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов, Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе Екатерина Фризен, ҡала хакимәте йәштәр бүлеге начальнигы Альбина Бикмәтова блогерҙарҙы тәбрик итте.
Фотолар социаль сығанаҡтарҙан алынды.