Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2023, 11:11

Эсәр һыу ниңә буръяҡлана?

Ноябрь башынан бирле ҡаланың ҡайһы бер биҫтәләрендә һыу үткәргес крандарҙан болғансыҡ һыу аға. Был  нилектән шулай икәнлеге тураһында аңлатыуҙарын һорап, “Стәрлетамаҡ һыу каналы” муниципаль унитар предприятиеһы  етәкселегенә мөрәжәғәт иттек.

Предприятиеның  баш  инженеры Александр Александров билдәләүенсә, Стәрлетамаҡтағы һыу үткәргес һәм канализация селтәрҙәренең оҙонлоғо – 900 километр.  Бөгөнгө ваҡытта ҡалалағы һыу үткәргес торбаларының яҡынса 70 процент самаһы туҙған.

- Стәрлетамаҡты Берғамыт, Аҫҡын күле, Ашҡаҙар һыу сығанағы, Ергән, “БСК” акционерҙар йәмғиәте һыу алыу ҡоролмалары һыу менән тәьмин итә. Һыуҙың буръяҡланыуы бер ниндәй ҙә хәүеф янамай. Ул – норма сиктәрендә. Һыуҙың тоноҡлоғон кәметеүгә  башҡа һыу алыу ҡоролмаларынан ағымдарҙы көйләү юлы менән өлгәшелә, - тип аңлатты  Александр Борисович. – Әлеге ваҡытта һыу үткәргес һәм һыу ағыҙыу системаларын ныҡлы ремонтлау менән мәшғүлбеҙ. Хәҙер, яңы  технологиялар арҡаһында, торбаларҙы  алыштырыу эштәре йәйгеһен генә түгел, ә йыл әйләнәһенә бара. Әлеге мәлдә файҙаланыу ваҡыты 25 йыл булған ҡорос торбалар полиэтиленға алмаштырыла. Ә уларҙы файҙаланыу мөҙҙәте –  50 йыл. Яҡын арала система тергеҙеләсәк һәм ғәҙәти нормаға ҡайтасаҡ. Килеп тыуған хәлде аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайбыҙ, - тип тә өҫтәне етәксе.

-  Иҫке  торбаларҙы яңыларына алыштырған саҡта, иҫке торбаларҙан килгән ағымдар арҡаһында, һыу буръяҡлана, - тип һөйләне лаборатория начальнигы  Людмила Валикова. –  Һыуҙың сифаты “Стәрлетамаҡ һыу каналы” предприятиеһы  лабораторияһында көн һайын, шул иҫәптән ял көндәрендә лә, тикшерелеп тора.  Бынан тыш, ай һайын Роспотребнадзор  менән БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы  тарафынан эсәр һыуҙың сифаты даими рәүештә тикшерелеп тора.  Хеҙмәткәрҙәр  һыу бүлеү колонкаларына, контроль нөктәләргә,  социаль учреждениеларға – уҡыу йорттарына, балалар баҡсаларына, шифаханаларға һәм башҡа социаль объекттарға сығып, эсәр һыуҙың сифатын тикшереп тора.

 Әгәр ҙә һыуҙың ныҡ тоноҡланғаны һиҙелһә, көнкүреш фильтрҙарын ҡулланырға мөмкин, йә булмаһа, крандан ағыҙылған һыуҙы берәй һауытҡа һалып бер аҙ ваҡыт тондороп алырға кәрәк,  тип  кәңәш итә белгестәр.    

Р.САФИНА.

Эсәр һыу ниңә буръяҡлана?
Эсәр һыу ниңә буръяҡлана?
Автор:Роза Сафина
Читайте нас