

Беҙ ҡала округтары һәм ҡала биләмәләре араһында “Муниципаль иҡтисади сәйәсәт һәм муниципаль финанстар менән идара итеү” номинацияһында 4-се урын алдыҡ, - тип уртаҡлаша шатлыҡлы яңылыҡ менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы мэры үҙенең социаль сәхифәһендә. – Конкурстың һөҙөмтәләрен Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Шакирйән улы Хөснуллин уҡып ишеттерҙе.
Конкурсҡа 5 номинацияла Рәсәйҙең 78 төбәгенән 1300 ғариза бирелгәйне. Номинацияларҙың һәр ҡайһыһында – беренсе категорияла 5 призер (ҡала округтары һәм ҡала биләмәләре) һәм икенсе категорияла 5 призер (ауыл биләмәләре) билдәләнде. Беренсе категорияла: 1-се урында Сызрань, 2-се урында – Владивосток, 3-сө урында Ҡазан ҡалалары. Стәрлетамаҡтан ҡала, 5-се урында – Хабаровск ҡалаһы.
Бүләктең суммаһы – 17 миллион һум, ҡаланы төҙөкләндереүгә һәм үҫтереүгә йүнәлтеләсәк.
Р.УСМАНОВА.
Фото ҡала хакимиәте сайтынан алынды.