Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2023, 07:50

Башҡортостан - эш хаҡтары буйынса иң түбәндә тиерлек

Башҡортостан -  эш хаҡтары кимәле буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында 37 урынға сыҡты.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда 12,4 процент хеҙмәткәр айына 20 мең һумдан кәмерәк хаҡҡа эшләп йөрөй. Башҡортостанда 7,6 процент хеҙмәткәрҙең эш хаҡы 100 меңдән күберәк.  Шулай уҡ беҙҙә  эшләүселәр айына  уртаса 26 мең һумдан 57 мең һумға тиклем аҡса ала.  Ошо күрһәткес буйынса  беҙҙең  республика Рәсәй төбәгендә  37 урында тора. Төбәктәр араһында беренсе юлды юғары эш хаҡтары буйынса һуңғы 4 йыл дауамында Чукотка автономия округы биләй. Унда халыҡтың яртыһынан күберәге 100 мең һуң һәм унан да күберәк эш хаҡы ала. Иң түбән эш хаҡы алыусылар Чечня республикаһында икән.  Уларҙың һаны 35,6 процент тәшкил итә.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП:

Башҡортостанда 180 мең һум эш хаҡы вәғәҙә иткән вакансиялар ҙа бар. Иң ҡыҙыҡлы вакансиялар Нефтекамала һәм Өфөлә икән. Унда «Нефтегазстрой» һәм «Мастер перевозок»  яуаплылығы  сикләнелгән  йәмғиәттәр кеүек алдынғы компаниялар 180 мең һумға тиклем эш хаҡы алған белгестәр эҙләй. Талап ителгән һөнәрҙәр иҫәбендә – геодезистар, төрлө йүнәлештәге инженерҙар, шулай уҡ төҙөүселәр һәм монтаж эштәре оҫталары. Өфөлә транспорт һәм логистика өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн дә шулай уҡ ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр көнүҙәк, унда эш хаҡы 40-180 мең һум тәшкил итә. Учалы, Стәрлетамаҡ һәм Шишмә лә эшкә урынлашыу тәҡдимдәрендә артта ҡалмай. Бында супервайзерҙар, экспедиторҙар, фрезерлаусылар һәм программа менән идара ителгән станок операторҙары өсөн вакансиялар 60-120 мең һум күләмендә килем вәғәҙә итә. Слесарҙар, шлифовкалаусылар, быраулаусылар һәм токарҙар кеүек сәнәғәт профессионалдары өсөн Өфөләге «ОДК - УМПО»  асыҡ акционерҙар йәмғиәте 90 мең һумдан башлап эш хаҡы тәҡдим итә. Был тәҡдимдәр айырыуса ҙур сәнәғәт компанияһында тотороҡло эш эҙләүселәр өсөн актуаль. Мәшғүллек хеҙмәте шулай уҡ Өфөлә һәм Шишмә районында хәрби хеҙмәткәрҙәргә ихтыяждың артыуын билдәләй, эш хаҡы 25 меңдән 100 мең һумға тиклем. Туймазы районының ауыл хужалығы секторында шулай уҡ водителдәр һәм тракторсылар өсөн 100 мең һумға тиклем түләүле вакансиялар бар. Был мәғлүмәттәр Башҡортостан иҡтисадының әүҙем үҫешен һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм төрлө өлкәләрҙә эшләүселәр өсөн яңы мөмкинлектәр аса.

Римма ҒӘЛИМОВА.

 

Башҡортостан  - эш хаҡтары буйынса иң түбәндә тиерлек
Башҡортостан - эш хаҡтары буйынса иң түбәндә тиерлек
Автор:Римма Галимова
Читайте нас