

“Быйыл кешеләр үҙҙәре өсөн йәки ниндәйҙер шәхси ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә йүнәлтелгән һорауҙар биреп бармай. Күберәге йәмәғәт борсоған мәсьәләләр. Юл, мәктәпте ремонтлау, “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге”, “Башҡорт ихаталары” программалары буйынса мөрәжәғәттәр килә. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яуҙирҙәргә ярҙам өсөн рәхмәт еткерәләр”, - тип һөйләп үтте мөрәжәғәттәр төрлөлөгө хаҡында Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская.
Сара ил өсөн төп тема махсус хәрби операциянан башланды. Радий Хәбиров кисә генә эш сәфәре менән яугирҙарыбыҙ янына барып ҡайтыуы, батальондарҙың ни өсөн батырҙар исеме менән аталыуы һәм гуманитар ярҙам мотлаҡ һалдаттарға барып етеүе хаҡында бәйән итте.
Бынан тыш алдағы йылда Башҡортостан Башлығы һайлауҙарында кандидатлығығыҙҙы күрһәтәһегеҙме тип тә һоранылар журналистар. Радий Фәрит улы был ил етәкселеге ниндәй бурыс ҡуясаҡ – шунан тора тип билдәләне.
Артабан иһә былтырғы “тура бәйләнеш”тән һуң ниндәй мәсьәләләр хәл ителгәненә байҡау яһалды.
Аралашыу артабан дауам итә. “Тура бәйләнеште” беҙҙең төркөмдәге һылтанма аша ла ҡарап була.
Фото "Башинформ" сайтынан алынды.