Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2023, 16:17

Радий Хәбировтың әсәһен алдаған булғандар

Әлеге мәлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән барған “Тура бәйләнеш” мәлендә төрлө йүнәлештәге һорауҙар бирәләр һәм уларҙың һәммәһе лә көнүҙәк булып тора. Журналистар хатта “Һеҙҙе мутлашыусылар алдағаны булманымы?” – тип тә ныҡыштылар.

Радий Хәбировтың әсәһен алдаған булғандарРадий Хәбировтың әсәһен алдаған булғандар
Радий Хәбировтың әсәһен алдаған булғандар

Был һорауға Радий Фәрит улы таныш булмаған шылтратыуҙарға яуап бирмәйем тигән аңалтма бирҙе. Шул уҡ ваҡытта шәхсән миҫалы менән бүлешеп үтте. Баҡтиһәң, Радий Хәбиров әле Мәскәүҙә РФ Президенты Идаралығында эшләгәндә уның Башҡортостанда йәшәүсе әсәһе Разия Исхаҡ ҡыҙына (әле мәрхүмә) Радий Фәрит улы исеменән бәләгә тарыным тип шылтратҡандар. Хатта башҡортса өндәшкәндәр. Һөҙөмтәлә әсә кеше алданғанын аңлап ҡалғанға тиклем аҡса күсереп өлгөрә. Асыҡланыуынса, мутлашыусылар бөтөнләй башҡа төбәктә төрмәнән шылтратҡан булып сыға.

Радий Хәбиров шулай уҡ башҡа миҫалдар ҙа килтереп үтте һәм шылтратыуҙарға ныҡ иғтибарлы булырға, асыҡларға саҡырҙы.

Радий Хәбировтың әсәһен алдаған булғандар
Радий Хәбировтың әсәһен алдаған булғандар
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас