Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Декабрь 2023, 14:00

Район башлығы эштән китте

Бөгөн Стәрлетамаҡ районы депутаттары хакимиәт башлығы Евгений Волковтың отставкаһын ҡабул итте. Ул районды бер йылдан ашыу етәкләгәндән һуң үҙ теләге менән эштән китте.

Район башлығы эштән киттеРайон башлығы эштән китте
Район башлығы эштән китте

Евгений Волков 1990 йылда Стәрлетамаҡ районында тыуған. Быға тиклем республика Башлығы идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы, “Красноусольск” шифаханаһы етәксеһе булып эшләне.

Район депутаттары яңы башлыҡ һайлағанға тиклем муниципалитетты хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Лилиә Шәйхетдинова етәкләйәсәк.

Лилиә Сәлимйән ҡыҙы 1972 йылда Стәрлетамаҡта тыуған. Район хакимиәтендә 2001 йылдан эшләй.

 

Фото: Стәрлетамаҡ районы хакимиәте матбуғат хеҙмәте.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас