Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Декабрь 2023, 15:47

Иң осһоҙ һөт ҡайҙа?

Стәрлетамаҡта, әлбиттә. Ҡалала һөттөң бер литры уртаса 63 һум 08 тин тора. Башҡортостан буйынса һөт хаҡтарына күҙәтеү яһағандан һуң, белгестәр ошондай фекергә килгән.

Иң осһоҙ һөт ҡайҙа?Иң осһоҙ һөт ҡайҙа?
Иң осһоҙ һөт ҡайҙа?

Ә бына иң ҡиммәтле һөт баш ҡалала икән. Өфөлә бер литр һөт һатып алыр өсөн кеҫәнән уртаса 68 һум 93 тин аҡса сығарырға кәрәк. Башҡа ҡалаларға килгәндә, Нефтекамала был продукция 67 һум 23 тин булһа, Сибайҙа – 64 һум 78 тин.

Шул уҡ ваҡытта бөтә республика буйынса ла уртаса хаҡтар килтерелә: Башҡортостанда бер литр һөт 67 һум 20 тин тора.

 

Автор фотоһы.

Иң осһоҙ һөт ҡайҙа?
Иң осһоҙ һөт ҡайҙа?
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас