Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Декабрь 2023, 05:35

ЭШҠЫУАРЛЫҠҠА ҺӘР КЕМ ТОТОНА АЛА

Башлап китеүселәргә ҙур бизнес ҡул һуҙырға әҙер Башланғыс капиталһыҙ бизнесты нисек, нимәнән башлап ебәрергә? Бизнес-моделде нисек төҙөргә? “Минең бизнес” үҙәгендә франчайзинг буйынса белем биреү интенсивына йыйылған яңы эш башлаған һәм тәжрибәле эшҡыуарҙар, шулай уҡ студенттар ошо хаҡта һөйләштеләр.  

Беҙҙең өсөн ятыраҡ булған франчайзинг һүҙе нимәне аңлата һуң? Башта шуны асыҡлап китәйек әле. Франчайзинг – компания менән эшҡыуар араһында үҙ-ара файҙа алыу маҡсатында килешеү. Компания тупланған тәжрибәһе, абруйы, хоҡуҡтары менән уртаҡлаша, ә эшҡыуар быларҙың барыһынан да файҙаланырға теләй. Йәғни килешеү объекты булып франшиза тора. Франчайзи ҙур хәүефһеҙ, табышлы бизнес асыу мөмкинлегенә эйә була, ә франшиза хужаһы төрлө түләүҙәрҙән килем ала. Һәр яҡ үҙ мәнфәғәтен ҡайғырта.

Был сараны Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ һәм туризм Министрлығы булышлығында яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса Стратегик башланғыстар Агентлығы, эшҡыуарҙар, франчайзерҙар һәм инвесторҙар үткәрә. Франчайзинг буйынса практик йүнәлешле белем биреү сараһын йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙең биш ҡалаһында үткәрәләр. Беренсеһе Ульяновскиҙа үткәйне, икенсеһе  Стәрлетамаҡта үтте. Сиратта – Өфө, Чебоксар һәм Силәбе.

Сарала ҡатнашыусылар “Минең бизнесым” үҙәгенә йыйылыусыларҙы Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Әсәҙуллин, Башҡортостан Республикаһының “Минең бизнесым” үҙәге етәксеһе Айгөл Хәбибрахманова, АСИ-ның “Технология һәм эшҡыуарлыҡ” дивизионының практик директоры Светлана Рацеева сәләмләне. Инвестор, эшҡыуар, “яңы заман өсөн “Көслө идеялар” форумы финалисы һәм FranchCamp эшҡыуарҙары өсөн конкурс ойоштороусы Константин Урванцев франчайзинг һәм төп төшөнсәләр тураһында мауыҡтырғыс итеп  һөйләне, шулай уҡ франчайзинг аша бизнесҡа инеүҙең ни өсөн иң еңел булыуын аңлатты.

Айырым тема булып “Төбәктә франчайзинг тураһында” дискуссияһы яңғыраны. Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙары Дмитрий Жигалов, Олег Егоров, Владимир Примак һәм Радик Вәлиев ошо өлкәләге эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Айырыуса Радиктың эшҡыуарлыҡҡа нисек тотоноп китеү тарихы бик ҡыҙыҡлы тойолдо. Маршруткала эшләп йөрөгән еренән суши нөктәләре асып ебәргән ул. Өс ай эшләгәндән һуң, был шөғөлөн ташлап, нөктәһен ябырға ла уйлай. Йыйылып  киткән бурыстарын ҡаплар өсөн хатта өс бүлмәле фатирын һатырға мәжбүр булла. Фәҡәт ҡатынының аҡыллы кәңәштәре арҡаһында улар ваҡытлыса булған ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыға. Ул ваҡытта ҡатыны айына 50 меңгә эшләп йөрөгән булған. Эштәре алға китеү менән Радик хәләл ефетен эшенән китергә күндергән. Әле был сушиҙар Ишембай, Салауат ҡалаларында ла үҙ тәмләүселәрен тапҡан. Эшҡыуар Радик Вәлиевтың тағы ла бер нисә нөктә асырға тигән хыялы ла оҙаҡламай бер ҡаршылыҡһыҙ тормошҡа ашыр һымаҡ.

Новосибирскиҙан килгән эшҡыуар Николай Черемных та башлағанда үҙенең текә машинаһын һатырға мәжбүр булған. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр эшҡыуарҙың үҙ юлы, үҙ сере бар тигәндәй. Ләкин уларҙы  маҡсатҡа ынтылыш һәм хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн ҡаршылыҡтарҙа юғалып ҡалмау, көслө рухлылыҡ берләштерә.

Көн дауамында ҡатнашыусылар франшизаларҙы баһаларға өйрәнеп, остаздар менән килешеүҙең юридик аспекттарын ҡараны, бизнес-модель төҙөү һәм бизнесты башлау өсөн инвестициялар алыу тураһында фекер алыштылар. Йомғаҡлап әйткәндә, эшҡыуарлыҡҡа теләге һәм дәрте булғанда, франчайзинг ярҙамында һәр кем тотона ала.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото “Минең бизнес” үҙәге сығанаҡтарынан алынды.

ЭШҠЫУАРЛЫҠҠА ҺӘР КЕМ ТОТОНА АЛА
ЭШҠЫУАРЛЫҠҠА ҺӘР КЕМ ТОТОНА АЛА
Автор:Римма Галимова
Читайте нас