Осрашыу барышында уҡыусылар, ирекмәндәр, студенттар, ҡаланың хеҙмәтсән йәштәре үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе, теге йәки был проблемалар буйынса башлыҡтың шәхси фекере менән ҡыҙыҡһынды, шулай уҡ ҡала тормошоноң билдәле бер өлкәләрен үҫтереү буйынса үҙ идеяларын тәҡдим итте.
Атап әйткәндә, сарала ҡатнашыусылар Йәштәр йортон асыу, ҡалала туризмды үҫтереү менән ҡыҙыҡһынды, яҡын-арала ниндәй ҡала сараларын үткәреү көтөлөүе, йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәләре үткәреү зарурлығы, Стәрлетамаҡ яугирҙәренә махсус хәрби операция үткәреү зонаһына гуманитар конвойҙар ебәреү хаҡында һораштылар. Шулай уҡ студенттар Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледжы ҡаршыһындағы скверҙа спорт майҙансығы ойошторорға тәҡдим иттеләр. Улар ҡала хакимиәт башлығының шәхсән мауығыуҙары менән дә ҡыҙыҡһындылар. Ә бына Эмиль Ғәлләмов рәсми һорауынан тыш ҡала башлығынан “Хыялығыҙ бармы?” тип һораны. Ҡала башлығының яуабынан беҙ уның матур хыялдар менән ҡалабыҙға ваҡытлыса килмәүен аңланыҡ. Бынан тыш Рөстәм Фәрит улы буш ваҡытта спорт менән шөғөлләнеүе хаҡында һөйләне. Тағы бер мауығыуы – мотоциклда йөрөү икән. Күп һорауҙарға Рөстәм Фәрит улы шунда уҡ ентекле яуап бирҙе, ә ҡайһы берҙәрен контролгә алды. Әйткәндәй, Эмиль күптән түгел Владимир Путин ҡатнашлығында Беренселәр хәрәкетенең (илдең тәрбиәү эштәр алып барыусы үҫмерҙәр һәм йәштәр хәрәкәте) Күҙәтеү советы ҡатнашыусыһы булараҡ танылды һәм хатта Рәсәй Президенты менән дә күреште.
Осрашыу барышында хакимиәт башлығы ижади йәштәр менән аралашыу һәр саҡ ыңғай тойғолар уята, тип билдәләне. Ул балаларға ихлас аралашыуҙары, ҡала үҫеше буйынса ҡыҙыҡлы тәҡдимдәре өсөн рәхмәт әйтте. Бындай осрашыуҙар дауамлы булһын.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте сығанаҡтарынан алынды.