

Үткән йыл ҡалабыҙ өсөн тотороҡло һәм һөҙөмтәле булды. Һәм был бөтә ҡала халҡының ҡаҙанышы. Стәрлетамаҡты гөл-сәскәгә күмгән тырыш һәм берҙәм халҡына ихлас күңелемдән рәхмәт әйтергә теләйем.
Яңы йылда теләктәр теләү – изге йола. Һеҙҙең иң-иң яҡты хыялдарығыҙ һәм теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп, беҙ йыш ҡына ябай, әммә мөһим нәмәләр тураһында – яҡындарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә онотоп ебәрәбеҙ. Яңы йыл алдынан яҡшы сәбәп – Яңы йыл мөғжизәһен көтөү шатлығы менән уртаҡлашыу мөмкинселеге бар.
Ҡәҙерле Стәрлетамаҡ халҡы, Яңы йылда һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр һәм мул, имен тормош теләйем! Барлыҡ изге ғәмәлдәрегеҙҙә һәм башланғыстарҙа ла шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм уңыштар алып килһен Яңы йыл! Байрам менән! Яңы 2024 йыл менән!
Ихтирам менән,
Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.