Светлана Никитина Стәрлетамаҡта акушер табип булып эшләгән. Ул 3 ғинуарҙа Силәбе өлкәһендә йәшәүсе туғандарынан ҡайтып килгәндә “М-5” трассаһында юлда китеп барғанда Златоуст ҡалаһы янында үлемесле юл фажиғәһенә тарый.
Көслө ҡар яуыу арҡаһында Lada Granta водителе машина менән идара итә алмай юлдың ҡаршы һыҙатына сығып китә һәм КамАЗ-ға барып төкөлә. Ныҡ бәрелеүҙән еңел машина ҡап урталай өҙөлә.
Lada Granta водителе һәм ике пассажир ҡаты йәрәхәтләнеп дауаханаға оҙатыла. Өсөнсө пассажир, Стәрлетамаҡта 37 йәшлек ҡатын медицина ярҙамы килеп еткәнсе үк фажиғә урынында йән бирә. Йөк машинаһы водителе зыян күрмәгән.
Һәләк булған ҡатындың ике балаһы етем ҡалды. Светлана Владимировна 15 йыл ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында акушер булып эшләгән. Уны Стәрлетамаҡта йәшәүсе әсә булырға әҙерләнгән күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар белгән.
“Бик яҡшы, ипле кеше, үҙ эшен яратып башҡарған табип ине”, “Балаларың өсөн һин хәҙер фәрештә генә булып ҡалырһың инде”, тип яҙалар социаль селтәрҙәрҙә уны белеүселәр.
Р.САФИНА.
Фото социаль сығанаҡтан алынды.