Стәрлетамаҡта ниндәй нәҫелдәр барланды?
Күптән матур йолаға әйләнгән Шәжәрә байрамы Стәрлетамаҡта ун етенсе тапҡыр уҙғарылды. Йыл аҙағында ҡала мәҙәниәт һарайында “Уҡытыусы һәм остаз йылы”на бағышлап уҙғарылған Шәжәрә байрамында был юлы дүрт династия вәкилдәре ҡатнашты: Запромётов Евгений Михайлович Миловановтар ырыуы, Хәмитова Фәнилә Фанир ҡыҙы Йәғәфәровтар ырыуы, Сафина Роза Миңләхмәт ҡыҙы Ҡобағошовтар ырыуы, Туҡтарова-Андреева Людмила Алексеевна Туҡтаровтар ырыуы тарихы менән таныштырҙы.
Миловановтар
Евгений Михайлович Запромётов, үҙе бишенсе быуын вәкиле булараҡ, әсәһе яҡлап ата-бабалары Миловановтарҙың етенсе быуынға тиклемге тарихы менән таныштырҙы. Ырымбур тарафтарына 19-сы быуатта күсеп килгән Миловановтар ырыуы башында торған Иван Мифодьевичтан алып һәм уларҙың вариҫтарына тиклемге (Әмир һәм Данила) ете быуын вәкилдәре тураһында бәйнә-бәйнә һөйләне. Уларҙың нәҫеле башлыса Стәрлетамаҡта йәшәй.
Евгений Запромётов үҙе Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән, 14-се мәктәпте тамамлаған. Мәскәү энергетика институтында белем алғандан һуң, тыуған ҡалаһына ҡайтып, оҙаҡ йылдар Йылылыҡ энергетика үҙәге директоры урынбаҫары булып эшләгән. Ленинградта институтты тамамлап, Энергетика министрлығы системаһында төрлө вазифаларҙа эшләгән.
“Әсәйем яҡлап бишенсе быуын олатайым Милованов Иван Мефодьевич Ырымбур тарафтарына Үрге Дон яғынан Воронеж, Липецк өлкәләре биләмәләренән күсеп килгән тип фаразлана. Ырымбур губернаһының Һайылмыш йылғаһы буйындағы Ҡытай Ям ауылына (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Октябрьский районының Буланово ауылы) 1860 йылдарҙа килеп төпләнә”, – тип һөйләй Запромётов Евгений Михайлович нәҫел ебен барлап.
Ул ваҡытта Ҡытай Ям Ырымбур – Ҡазан трактының почта пункты (ҡәлғә) була. Ауылға 1827, 1830 һәм 1836 йылдарҙа күсеп ултыралар. Тәүге күскенсе һәм ауылға нигеҙ һалыусы Максим Буланов хөрмәтенә ауылға уның исемен бирәләр. 1900 йылға унда биш мең самаһы кеше йәшәй. Буланово ауылында уның Пётр, Василий, Максим, Михаил, Филипп исемле улдары һәм ҡыҙы Александра тыуа. Пётр Буланово ауылында магазиндар асып, эре сауҙәгәр булып китә, Филипп та ағаһы юлынан китә Башҡортостандың хәҙерге Фёдоровка районында (Исаево) Дедово ауылында сауҙагәрлек кәсебен булдыра.
Миловановтарҙың икенсе туғаны Василий Иванович 1869 йылда Буланово ауылында тыуа, Ул Ырымбурҙа казак юнкер (хәрби) училищеһында уҡый һәм, писарь вазифаһында хеҙмәт итеп, унтер-офицер булып отставкаға сыға. Шунан Стәрлетамаҡҡа ҡайтып Тоҙ пристанында приказчик булып эшләй. Ул 1915 йылда Стәрлетамаҡта вафат була.
Милованов Иван Васильевич Стәрлетамаҡта 1904 йылда тыуған, ирҙәр гимназияһын тамамлай. Ул Һәләүек йылғаһында (Ишәй ауылы янында) француз Борель имениеһы биләмәһендә һыу тирмәне эшләй (төҙөй). Тирмәндә он тартып һатыу итеп, II гильдия сауҙагәре милке цензын ала. Үҙе үлгәс, тирмәнде сауҙагәр Кузнецовҡа һаталар. Ул шулай уҡ ҡала үҙидараһында ҡатнаша. 1906 йылда ҡала думаһына сауҙагәр ҡатламынан башлыҡ итеп һайлана. Хәҙерге Б.Хмельницкий менән Тыныслыҡ һәм К.Маркс урамдары биҫтәһендә уның тултырма производствоһы була. Ивлев урамында өй һала, ул йорт әле лә бар – Милованов йорто булараҡ, архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Миловановтарҙың йәнәшәлә өс магазины, ат һарайы менән оҫтаханаһы ла була. 2000-се йылдарға тиклем унда автобаза урынлаша, аҙаҡ һүтеп алынып, ул урында яңы сауҙа үҙәге төҙөлгән.
Миловановтар ғаиләһе Ивлев урамындағы йортта 1919 йылға тиклем йәшәй, революциянан һуң унда хәрби часть урынлаша, аттарын Совет хөкүмәте тартып ала. Унан һуң ДОСААФ осоу мәктәбе, совхоз-техникум урынлаша. Әлеге ваҡытта бина ауыл хужалығы профсоюзының район комитеты милке булып тора һәм уны магазин өсөн арендаға бирәләр.
Туҡтаровтар
Туҡтарова-Андреева Людмила Алексеевна Туҡтаровтар ырыуының килеп сығышы, Ҡарағош ауылына 1756 йылда Пенза губернаһынан килгән Туҡтаровтар нәҫеленән булған мишәрҙәр нигеҙ һалыуы тураһында ентекләп һөйләне. Мишәр – ул боронғо төрки теленән әйләндергәндә урман кешеһе тигәнде аңлата, тигән асыҡлыҡ та индереп үтте.
Людмила Алексеевна – Стәрлебаш районы Гареевка ауылынан. Өфө дәүләт нефть институтын тамамлап, инженер химик-технолог һөнәрен үҙләштергән. Ғүмере буйы Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводында эшләгән. Химик технология фәндәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, “Үткәндәр һәм киләсәк араһында” исемле китап яҙған. “Тормошта ҡайһы саҡта һис көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуа. Атайым яҡлап ата-бабаларыбыҙ Андреевтар Башҡортостандың хәҙерге Стәрлебаш районы Гареевка ауылына Пенза губернаһынан күсеп килгән, баҡтиһәң, тормош иптәшем Фаилдың ата-бабалары ла (Туҡтаровтар) ошо уҡ губернанан килеп ултырған”, – тип һөйләне Людмила Алексеевна үҙенең дә, иренең дә нәҫел ебен барлап. Береһенең ата-бабалары Башҡортостан тарафына 18-се быуатта күсенгән булһа, икенсеһенекеләр 19-сы быуат уртаһында килеп төпләнгән. Әйткәндәй, уларҙың тыуған ауылдары Ҡарағош менән Гареевка ла йәнәшәлә генә урынлашҡан. Уларға бер үк ҡалала, хатта бер үк заводта эшләргә насип була. Шулай итеп, уларҙы яҙмыш үҙе һәр ваҡыт йәнәшәлә генә йөрөтә. Йәштәр өйләнешеп, матур ғаилә ҡоралар, уртаҡ яҙмыш бүләге булып Пенза губернаһы тоҡомо – улдары Артур донъяға килә. Бына шундай парадокс!..
Йәғәфәровтар
Ҡалабыҙҙың 74-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Фәнилә Фәнир ҡыҙы Хәмитованың (Йәғәфәрова) сығышы бик тулҡынландырғыс булды.
– Һәр кемдең дә тамырҙары, Кесе Ватаны була, ата-бабалары, тыуып-үҫкән һәм ғүмер иткән ере, вариҫтарына күсә килгән биләмәһе була. Тыуған ер – ул йөрәк түрендә йөрөтөр бер хазина, Тыуған ерһеҙ йәшәүҙе мин йөрәкһеҙ булыу менән тиңләр инем, – тип тәрән фәлсәфә менән башлап ебәрҙе ул сығышын. Тыуған ил – ул үҙеңде шул урындың бер өлөшө итеп тойоу. Ниндәй йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙ тыуған яҡҡа ҡайтырға тырышабыҙ, ашҡынабыҙ. Тыуған ил – беҙ һаҡларға, яҡларға тырышҡан төйәк. Тыуған ер – алтын бишек, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит.
Фәнилә Фәнир ҡыҙы үҙҙәренең Ырыу ағасы 1680 йылдан Айыт бабаларынан башлап өйрәнелеүен, бөгөнгө көнгә тиклем 12 быуынды үҙ эсенә алыуы, үҙенең туғандары тураһында берәмләп, ғорурланып һөйләне.
“Минең ата-бабаларым ере – хәҙерге Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары биләмәһенә ҡараған Алатана ауылы һәм Үрнәк ауылы, – тип таныштырҙы ул үҙҙәренең Ырыу ағасы менән. Атайым яҡлап олатайым Йәғәфәров Зәйнәғәбдин Зәйнәғәфәр улы (1906 йылғы) Алатанала крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Олатайымдың атаһы Йәғәфәров Зәйнәғәфәр Йәғәфәр улы 1879 йылғы, әсәһе Ғәйникамал Мостафина (1884 йылғы) үлеп китә, ҡартатайыма ул саҡта ни бары өс йәш кенә була, – тип һөйләне Фәнилә Фәнир ҡыҙы. – Беҙҙең фамилиябыҙ олатайымдың олатаһы Йәғәфәр Әбдрәхим улы Рафиҡовтан 1850 килеп сыҡҡан.
Рәсәй боронғо акттар дәүләт архивы документтарынан күренеүенсә, Алатана ауылы 1739 йылда барлыҡҡа килгән. “Ауылыбыҙҙың исеменең килеп сығышы бер нисә вариантта аңлатыла: Ал таң, ала тана һүҙҙәренән килеп сығыуы ихтимал. Өфө өйәҙенең нуғай даруғаһына ҡараған (1763). Мин икенсе вариант дөрөҫөрәктер тип фаразлайым”, – тине нәҫел ебен барлаусы.
“Олатайым Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң үҙенең хеҙмәт юлын Үрнәк ауылында һатыусы булып башлай. Йәш кенә булһа ла, бик зирәк кеше булған, аҡыллылығы менән айырылып торған. Тыуған теленән тыш, русса ла, сыуашса ла яҡшы һөйләшкән.
30-сы йылдар аҙағында йүнәлтмә буйынса Белорет ҡалаһында колхоз рәйесе курстарында уҡып ҡайта.1929 йылда Маҡар өйәҙенә ҡараған (хәҙерге Ишембай районы) Йәнырыҫ ауылынан 1908 йылғы Өммөниса Ғиләж ҡыҙы Ғилфановаға өйләнә. Өләсәһе бик ғилемле кеше була, ғәрәпсә яҡшы уҡый-яҙа белә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы, олатайым “Үрнәк” колхозы рәйесе булып эшләй. Һуғыш сыҡҡас, 1941 йылдың июле аҙағында үҙ теләге менән фронтҡа китә. Өләсәйем береһенән-береһе бәләкәй дүрт бала менән яңғыҙы тороп ҡала. Оло улына ун бер йәш, кесеһенә – минең атайыма ни бары ике генә йәш була. Өләсәйем тыл хеҙмәтсәне була. Олатайым 1941 йылдың 15 декабрендә Ленинградты яҡлап һуғышта батырҙарса һәләк була... Беҙҙең ғаилә архивында олатайым 1941 йылда яу яланынан өләсәйемә ебәргән открытка һаҡлана. Мин был турала “Ҡырҡ беренсе йылдан открытка” тигән күләмле мәҡәлә яҙҙым, “Стерлитамакский рабочий” гәзитендә баҫылып сыҡты, – тип һөйләне ул.
Фәнилә Фәнир ҡыҙы шулай уҡ олатаһының ике туған энеһе Йәғәфәров Ғәфүр Абдулғафар улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, бик ҙур батырлыҡтар күрһәтеүе һәм юғары наградалар алыуы тураһында ла тулҡынландырғыс итеп һөйләне.
Ҡобағошовтар
Ҡобағошовтар быуынын байрамда шәхсән үҙемә барларға насип булды.
Тыуған ауылымда (Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылы) урта мәктәпте тамамлағандан һуң яҙмыш мине Стәрлетамаҡҡа алып килде һәм, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағандан һуң, ошо ҡалала төпләнеп йәшәүемә лә хәҙер илле йылға яҡын ваҡыт үтте.
Ҡобағошовтар шәжәрәһенә килгәндә, уны бер туған ағайым билдәле скульптор, бик күп һәйкәлдәр авторы, тарихсы-этнограф Өлфәт Ҡобағошов, атайым Миңләхмәт Ғимран улының һөйләгәндәренә нигеҙләнеп, тәрәнтен өйрәнде. Өлфәт ағайым утыҙ йылдан ашыу ғүмерен архивтарҙа ҡаҙынып, ауылыбыҙ тарихын, шәжәрәләрҙе өйрәнеүгә арнаны, һәм бик тәрән йөкмәткеле “Таймаҫ ауылы” тигән китап яҙҙы. Беҙҙең Таймаҫ ауылының биш йөҙ йыллыҡ тарихы булған бик боронғо ауыл икәнлеген иҫбатланы.
“Шәжәрәләр тураһында беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫтек. Ул саҡта тиҫтерҙәремдең күбеһе шәжәрә тигән һүҙҙе белмәй ине әле. Атайым Миңләхмәт Ғимран улы (1913-1999) бөтә аймаҡтары менән тиҫтәнән ашыу быуынын, ауылдағы фамилияларҙың ҡайһы берҙәренең алты-ете, ә күптәрҙең дүрт-биш быуынына тиклем яттан белә ине. Уның һөйләүенсә, олатайымдарҙың дүрт шәжәрәһе булған: икәүһе – һарыҡ тиреһенә, тағы береһе, бәләкәй ашъяулыҡ ҙурлығындайы иҫке ҡағыҙға яҙылған. Ә дүртенсеһен Ғимран олатайымдың (1882-1960) бер туған энеһе Ғабдрахман бабай (1884-1918), ҡағыҙҙы туҡымаға йәбештереп, карта һымаҡ, бөкләнгән урынынан һынмаһын өсөн, ара ҡалдырыбыраҡ, иҫке шәжәрәләрҙән күсереп, өҫтәп ҙурайтып, буш урын ҡалдырып, 1916 йылда яңынан эшләгән. Шәжәрәнең дүрт мөйөшөнә Ғосман хажи олатайҙың, бер мөйөшкә Ғимран олатайҙың, өсөнсө мөйөшкә тағы бер олатайҙың, дүртенсеһенә үҙенең исемен яҙып ҡуйған”, – тип яҙҙы Өлфәт ағайым үҙенең “Таймаҫ ауылы” китабында.
“Атайым миңә ошоларҙы һөйләгәйне: “Тәҫләп һалһаң – ыҡсым китап кеүек, йәйеп ебәрһәң – бер балаҫ кеүек, 12-ме, 24 биттәнме тора ине. Ә ундағы исемдәр биш тин аҡса ҙурлығығына түңәрәктәр эсенә, бер-береһенә яҡын итеп, тәңкә-тәңкә теҙелеп, хатта бар ауыл кешеләре тиерлек яҙылған ине. Олатайың ваҡыты-ваҡыты менән шәжәрәләрҙе йәйеп һала ла, беҙҙе, балаларҙы уратып ултыртып, ятлата: “Бына шул-шул олатайҙарығыҙға тиклем белһәгеҙ, хәҙергә шул еткән һеҙгә”, – тип әйтә торғайны.
Беҙгә ул күберәген ҡағыҙға яҙған шәжәрәнән өйрәтер ине. Ҡайһы саҡта һарыҡ тиреһенә яҙылған шәжәрәләрҙе лә алып, унан да күрһәтер ине. Шуныһы хәтерҙә ҡалған, тирегә яҙылған шәжәрәнең төпкө өлөшө әҙерәк башҡасараҡ ине. Унда Таймаҫ ҡарт та, йәнә бер нисә әүәлге олатайҙарҙың да исеме яҙылған булғайны. “Был олатайҙар кем булған?” – тигән һорауға Ғимран олатайым: “Ул олатайҙар ҙур кешеләр булғандар, йә әүлиә, йә сәсән, йә булмаһа, батыр кеше булғандар. Шул олатайҙарға оҡшаһын тип, уландарына ҡайһы саҡ исемде тағы ла яңыртып ҡушыр булғандар”, – тип аңлатыр булған.
Иҫән ҡалған биш шәжәрәлә Ялан-Бөрйән ырыуы Ҡалмаҡ (Күрәҙә) араһына (Таймаҫ ауылы) ҡарай. Ғимран Ғосман улы Ҡобағошов шәжәрәһенең тәүге варианты, академик Р.Г.Кузеев билдәләүенсә, XVIII быуат аҙағы – XIX быуат башынан да һуң түгел (бынан 200-250 йылдар элек үк) төҙөлгән. (Башҡорт шәжәрәләре. БКН. Өфө, 1960, 208-210 бб.) Ә тирегә яҙылғандары унан да боронораҡ осорға ҡарай. Улар Бөрйән ырыуы шәжәрәләренең иң боронғолары.
Кенәз Иҫәүкәй бей – 1557 йылда Иван Грозный батшалыҡ иткән дәүерҙә дүрт ырыу башҡорттары (Үҫәргәндән – Бикбау кенәз, Ҡыпсаҡтан – Ҡараҡужаҡ кенәз, Тамъяндан – Шәғәли Шаҡман кенәз менән берлектә) Аҡ Батша грамотаһын (һүрәттә) ала.
Уның улдарының береһе – Таймаҫ бей (Таймаҫ ауылын яңыртып нигеҙләгән) – уның улы – Кенәз Бурансы бей (йәғни Кенәз Буранғол бей).
Кенәз Туҡатар Азаматов менән кенәз Иҫәүкәй бейҙең ейәне – Кенәз Бурансы бей йәғни Буранғол бей кенәз 1627 йылда Һайылмыш йылғаһы башынан алып Һаҡмар йылғаһы тамағына тиклем (бөтә ҡушылдыҡтары менән), Оло Көйөргәҙе (Юшатыр) һәм Бәләкәй Көйөргөҙе (бөтә ҡушылдыҡтары менән) буйындағы ерҙәргә Батша грамотаһы алалар. Улар, был грамотаны алғанда 1557 йылда алған Батша грамотаһына таяна. Был документта былай тиелә: “принял Тахтар Азаматов, в чем и расписался”.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, 1700 йылдың март айында бөрйәндәр шул ерҙәргә тағы ла “владеная память” ала.
Беҙҙең нәҫелгә элек-электән сәсәнлек, уҡымышлылыҡ хас булған. Олатайым зирәк, сәсән телле булған. Әгәр кәрәк икән, күҙ асып йомған арала бәйет, йыр сығарыр, уйлап ҡына, килештереп, кешенең һынын ҡатырғансы, тапҡыр һүҙ әйтер булған. Шуға күрә уны Ғимран сәсән тип йөрөткәндәр. Туй булһа ла, түрә килһә лә, бәйет, йыр әйтергә тип, уны саҡырыр булғандар.
Атайым Миңләхмәт Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса утты-һыуҙы кисеп, Берлинғаса барып етеп, ҡылған батырлыҡтары өсөн бик күп миҙалдар алып, 1946 йылда ғына һуғыштан әйләнеп ҡайта. Атайым һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар тыуған Таймаҫ совхозында бригадир, ферма мөдире булып эшләй, йыр-бейеүгә, һүҙгә бик маһир булды. Атайымдың бер туған энеһе Нуриман ағай ҙа оло талант эйәһе ине. 1970-73 йылдарҙа СССР Энергетика министрлығы менән контракт буйынса Алжирҙа эксперт булып эшләне. Алжирға китер алдынан өс ай эсендә инглиз һәм ғәрәп телдәрен өйрәнеп өлгөрҙө. Өфө нефть ғилми тикшеренеү институтында лаборатория мөдире булды, техник фәндәр кандидатына диссертация яҡланы. Техник фәндәр докторы дәрәжәһенә дәғүә итеүгә диссертацияһы әҙер ине, үкенескә ҡаршы, яҡлап өлгөрә алманы – 51 генә йәшендә операция өҫтәлендә вафат булды...
Йәнә бер туған ағайым – композитор, фольклорсы, башҡорт композиторҙары мәктәбенең сағыу вәкиле, бик күп методик китаптар авторы, профессор, онотолоп бөткән башҡорт музыка ҡоралдарын тергеҙеп, Өфө сәнғәт училищеһы базаһында Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡарамағында Башҡорт халыҡ инструменттары оркестрын булдырған сағыу шәхес Айрат Ҡобағошов. Бына шундай оло талант эйәләренә бай беҙҙең Ҡобағошовтар нәҫеле. Үкенескә ҡаршы, халыҡ өсөн бөйөк эштәр ҡалдырған ағайҙарымдың береһе лә хәҙер иҫән түгел инде.
Роза ҠОБАҒОШОВА.