Белем артынан Кавказға
Рәсимә Мөхәррәм ҡыҙы 43 йыл буйына Стәрлетамаҡ балалар стоматология поликлиникаһында табип-ортодонт булып эшләй. Бөгөнгө көндә һаулыҡ һаҡлау отличнигы, ҡалала маҡтаулы белгес, коллегаларының ышаныслы таянысы булыу дәрәжәһенә күтәрелеүендә, ҡолас ташлап донъя көтөүендә ата-әсәһенең дә тос өлөшөн билдәләп, оло рәхмәттәрен яуҙыра. Эйе, ата-әсә фатихаһын тотҡан бала мотлаҡ уңыштар ҡаҙана. Ҡәҙерлеләре тураһында һөйләгәндә әңгәмәсем нурланып китә. “Инәйем беҙҙе эскәмйәлә кеше тикшереп, ғәйбәт һатып ултырмағыҙ; балаларығыҙ никахлы булһын, никахһыҙ баланың яҙмышы ауыр була; икмәктең тышын һыҙырып ашамағыҙ – Аллаһы Тәғәлә битегеҙҙе һыҙырып ҡуйыр; ятып ашамағыҙ – йомшаҡ урынығыҙға шешек сығыр; аяҡ һелкетеп ултырмағыҙ – шайтан эйәләр” тигән тыйыуҙары менән дә әҙәпкә өйрәтте,” – ти Рәсимә Исхаҡова.
– Атайым: “Беҙҙең духтыр өйөбөҙҙә, – тип инәйемде маҡтап ала ине. Ысынында иһә, тамаҡ төптәре ауыртһа, өҫтәл һөртөп йөрөгән сепрәкте эҫе самауырға ҡуябыҙ ҙа тамаҡ төбөнә һалабыҙ”.
Зирәк, тәүәккәл ҡыҙ уҡыуын Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатта дауам итә. Уҡыу фәндәрен тик башҡортса үҙләштергән ҡыҙға русса уҡып алып китеүе ҡыйынға төшә. Интернат режимына ярашлы йоҡларға кәрәк саҡта ла, улар одеял аҫтында ғына башында фонары булған ручка яҡтыртып, алмашлап дәрес ҡабатлайҙар. Бер ваҡыт Рәсимә һалҡын тейҙереп, ауырып китә. Ҡыҙ үтер әле тип көтә, тәрбиәселәренә өндәшеп тормай. Ике аҙна дауаханала ятырға тура килә уға һөҙөмтәлә. Бына шул мәлдә ул киләсәктә мотлаҡ табип буласаҡмын, тигән ҡарарға килә лә!
Аттестат алғас, йүнәлтмә буйынса Махачкалаға мединститутҡа уҡырға китергә әҙерләнә. Үҙе лә ер аяғы ер башында нисек кенә өйрәнеп китермен икән, тип тулҡынлана, борсола. Инәй кеше балаһына фатихаһын биреп, күҙ йәштәрен түгә-түгә ҡаҙан уратып доғаһын уҡый, шунан ултыртып ҡуйып, Ҡөрьән тотоп өшкөрә, ҡыҙым имен-һау тыуған йортона әйләнеп ҡайтһын тип, изге теләктәрен теләй. Апалары оҙатып бара уны. Бер үҙем нисек барып етермен икән, тип ҡурҡыңҡыраһа ла, туғандарына һиҙҙермәй.
Дағстан баш ҡалаһы Рәсимә Мөхәррәм ҡыҙын йылы ҡаршылай. Кавказ яғында тормош үҙенсәлекле. Бар халыҡ тик ҡара кейемдә йөрөй. Ислам дине көслө була. Бер көндө ҡыҙҙар урамға салбар кейеп сыҡһалар, ҡумыҡтар был хәрәм була, ҡыҙ башығыҙ менән салбар кейәһегеҙ, һеҙ бит ир түгел, башҡа салбар кеймәгеҙ, тип иҫкәртеү яһайҙар.
Ул тыуған яҡты һағыныуҙар!.. Илай-илай яҙған хаттары бер-бер артлы тыуған яҡтарына оса. Тәлғәт ағаһы үҙенең шиғырҙарын, Ғәзимә апаһы китаптан күсереп алып, һеңлеһенең рухын күтәреү өсөн, хат аша йыш ҡына шиғырҙар һалып торалар. Туғандары аҡса менән дә ярҙам итә. Махачкалала башҡортса гәзит, китаптар табып булмай. Кире Башҡортостанына эшкә яҡшы белгес булып ҡайтыу өсөн нисек тә булһа һынатмаҫҡа, яҡшы уҡырға, ата-әсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыша. Башҡорт ҡыҙҙарының бар теләге ошо була. Ҡыҙ урындағы халыҡтың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнә. Рәсимә ханым лезгинка бейеүен әле лә оҫта башҡара, уларҙың милли кейемдәрен тектереп тә алған.
Ҡышҡы, йәйге каникулда ғына тыуған яҡтарға ашҡынып ҡайта студент. Танһыҡ һауа һулап кинәнә, клубҡа бейергә сыға. Рәхәтләнеп бесән саба, ҡош һайрауын йотлоғоп тыңлай. Ул мәлдәрҙе һағынып иҫләй табип.
“Бер табаҡтан ҡатыҡ ашап үҫтек бит беҙ”
“Ҡыҙым, иртәнге һалҡында бесән алып ҡайтырға барабыҙ. Клубта оҙаҡ йөрөмә инде, иртәрәк ҡайтып ят”, – тип әйтә ине киске уйынға сығыр алдынан атайым. Бейеп танһыҡтарыбыҙ ҡанмайынса, башҡалар ҙа таралмайынса өйгә нисек ҡайтып китәһең инде! Бесәй кеүек шым ғына инеп ятырға уйлаһам, йоҡлап ятҡан атайым тиҙ генә тороп ултыра ла: “Балам, мин һиңә бәрәңге тәгәрәттем, мендәр аҫтына һыуынмаһын тип ҡуйҙым, йылылай ашап ал,” – тиер ине. Үҙе лә мин ашаһын тип, бергә ултыра. Мин уның күңелен йыҡмайым тип, ҡайтырымды көтөп ятҡан танһыҡ бәрәңгеләрҙе тәмләйем. Иртәнге татлы йоҡомда уята ла: “Арбаға бесән һалдым, сабынға барып еткәнсе йоҡоңдо туйҙыра тор”, – тип мине йәлләй ине. Үҙе йылмайған була. Атайым көлгәндә бар күңеле менән йылмая ине. “Күңел күтәренкелеге теләйем барығыҙға ла!” тигән ата һүҙен тормошома девиз итеп алдым. Ошо саҡырыуға таянып, шөкөр, емертеп, ҡолас ташлап донъя көттөм, хәләл көстәремде түгеп, уңышлыҡтар яуланым. Кейәүҙәрегеҙ күмәк балалы ғаиләнән булһын, тигән теләге лә тура килде. Тормош иптәшемдең туғандары үҙенән башҡа етәү”, – ти ул.
Һаулыҡ тураһында әңгәмә ҡорғанда, Рәсимә Исхаҡова бала саҡта ҡатыҡҡа ҡушып бәрәңге ашауҙарын да иҫкә алды. Ҙур табаҡтағы ҡатыҡта барыбыҙҙың да һонолған ҡалаҡ эҙе ҡала ине, көн һайын эсһәк тә ялҡытмай ине. Киске ашҡа мотлаҡ һурпа ҡуйыла ине. Ошондай ризыҡ беҙҙе сәләмәт итеп үҫтергән, тештәребеҙ шуға әле лә ныҡ, тип һығымта сығарып ҡуйҙы ул. Бер табаҡтан тигәндәй, туған йәнле ханым апаларының холоҡ-фиғелдәренә ярашлы яратып үҙенсә матур өҫтәмә исемдәр ҙә ҡушып алған. Оло апаһы – Ғәзимә. “Хазина” исемен алған был апай күпте белә, бик ҡыҙыҡһыныусан. Әле хәтер нығытыу өсөн тәғәйенләнгән күнегеүҙәрҙе һеңлеләренә өйрәтеп тора. Рәзилә апаһын “Иман апайым” тип йөрөй. Дин юлында булған апай төрлө вәғәздәр һөйләй, туғандарына өгөт-нәсихәттәрен еткереп кенә тора, һәр яҡҡа иман нуры тарата. “Йомарт” дәрәжәһе алған Нәсимә һеңлеһе мул ҡуллы. Иркә генә үҫһә лә, бынамын итеп донъя көтөп ята. Ҡөрьән уҡытып, ауылдаштарын гел саҡырып тора. Тимерхан ағалары тимер менән эш итергә ярата, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Уға ҡарата “Егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән мәҡәл тура килә.
“Мин ут булһам, иптәшем һыу булды. Терегөмөш кеүек тәгәрләп эшләп тик йөрөй ошо киленем, әйҙә, туҡта инде, әҙерәк һөйләшеп ултырайыҡ, тип ҡәйнәм миңә йыш ҡына әйтә ине. “Шәп үҙен бөтөрөр, яй эшен бөтөрөр,” – тип әйтеп мине яратып та алыр ине. Хәҙер ниңә уны тыңлап эргәһен-дә ултыра бирмәнем икән, күңелдәре бо-лоҡһоп киткән ваҡыттары булғандыр бит, тип уйлап та алам...” – былар ҙа хәтер һандығынан. Рәсимә ҡәйнәһе менән бер һүҙҙән булалар. “Тормошомда эштең күп серҙәренә төшөндөргән, балаларымды тәрбиәләшкәненә ҡәйнәмә уғата рәхмәтлемен,” – ти хәҙер үҙе ҡәйнә булған ханым.
46 йәшендә генә (ҡайныһы һуғыш яраларынан 52 йәштә яҡты донъяны ҡалды-рып китә) 8 бала менән тороп ҡалған фронтовик ҡатыны көслө рухлы була. Ба-лаларын уҡыта, үҙ аллы тормошҡа әҙер-лекле сығара. Миңнеғәйзә 5 килене яурынына туйҙарында бәхеттәр теләп үҙ ҡулы менән бәйләгән мамыҡ шәлдәрен яба.
Стоматологтар династияһы дауам итә
...Буласаҡ тормош иптәше менән параллель класта уҡый улар. Әхирәте туйында яңынан осрашалар. Тыныс, сабыр, матур егет ҡыҙ күңелен тиҙ арбай. Авиация институтын тамамлаған егет ғаилә ҡорғанда тап Рәсимәне һайлап яңылышмай.
Ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе Илдус менән Рәсимә. Ике балалары ла ҡыҙыл диплом менән юғары уҡыу йорттарын тамамланылар. Әсәйҙәре кеүек теш табиптары. Стоматологтар династияһы дауам итә. Рәсимә Мөхәррәм ҡыҙы бөгөнгө көндә лә хеҙмәт юлында. Йәш белгес эшләй башлағанында уҡ: “Өс йыл-да Стәрлетамаҡ балаларының тештәрен матурлап бөтәсәкмен!” – тигән яҡты хыялы бик яй тормошҡа ашырыла шул. Бит-йөҙ төҙөлөшөндә ассиметрия булған, аҙыҡты дөрөҫ сәйнәү һәләте һәм телмәре боҙолған, тештәре ғәҙәти булмағанса арҡыс-торҡос үҫкән, яңағы ныҡ алға сығып торған, икенсеһенең эйәге бик бәләкәй, эскә инеберәк киткән, өсөнсөһө кәкере тешле балалар күбәйгәндән-күбәйә бара. Стоматолог-ортодонт бер үҙе генә бындай етешһеҙлектәр, теш-яңаҡ системаһындағы үҙгәрештәрҙе дауалай алмай. Ата-әсәләрҙең, тәрбиәсе, уҡытыусыларҙың да ярҙамы кәрәк. Улар бала һаулығындағы бындай етешһеҙлектәрҙе ваҡытында күреп, һуңламай мөрәжәғәт итһәләр ине, тигән теләктә ҡала тәжрибәле белгес.
Эш кабинетынан сыҡҡанда ла табип осраған балалар тешенә, йөҙөнә иғтибар итмәй ҡалмай. Ҡайһы бер әсәләрҙең ҡолаҡтарына ғына шыбырлап кәңәштәрен биреп китә йә үҙҙәренә кисекмәҫтән мө-рәжәғәт итеүҙе аңғарта. Уйына яңы конструкциялар килә. Шуны тиҙерәк ҡулланып, емешлерәк эшләй һалырға тип, тынғыһыҙ тибә стоматолог-ортодонт йөрәге.
Бөгөнгө көндә Ишембай районы Әрметрәхим ауылындағы йорттарында Илдус ағай менән дәртләнеп донъя көтәләр. Емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Күршеләре менән татыуҙар. Рәсимә Мөхәррәм ҡыҙының дуҫтары ла күп. Ул клубта әхирәттәре менән концерттар ҡуйып, бейеүҙәр башҡарып, шиғырҙар һөйләп, рух байлығын арттыра. Өмә әхирәттәре менән Егән буйында өмәләр уҙғарып, зыҡ ҡубалар. Терегөмөш Рәсимә тик ултыра белмәй. Күңелен эш менән йыуата. “Тимер атында” “елдереп” килеп, яратҡан эшенә тотона. Үҙенсә ҡот бөркөп, дауаланыусыларына йылмайыу бүләк итә ул.
Балаларҙың бар шундай насар ғәҙәттәре...
Табип кәңәштәре менән дә бүлеште. Ата-әсәләргә ортодонт Рәсимә Мәхәррәм ҡыҙы кәңәштәре артабанғыса яңғырай: “Иң мөһиме – балағыҙ тыуғас та уның тын алыуына иғтибар итегеҙ. Йоҡлағанда сабыйҙың аҫҡы һәм өҫкө ирендәре магнит һымаҡ бер-береһенә йәбешеп торорға тейеш. Тик танау аша ғына тын алыу дөрөҫ. Был бик мөһим, сөнки тын алғанда баланың теле аңҡауға йәбешә. Уның тәғәйенләнеше шулай. Сабыйҙар имеҙлек ҡапҡан көйөнә йоҡлап китәләр. Буш имеҙлек имә-имә баланың теле арый. Ул имеҙлекте аңҡауға йәбештерә алмай. Тел аҫҡа төшә һәм аҫҡы яңаҡҡа баҫым яһай, шуның арҡаһында өҫкө яңаҡ үҫешә алмай. Тел өҫкө аңҡауҙа йөрөргә тейеш. Телдең өйө – аңҡауҙа, тибеҙ. Төкөрөк йотҡанда тел аңҡауҙы этәреп формалаштыра. Аңҡау – нёба, өҫкө яңаҡ. Шуның өсөн, ата-әсәләргә әйтер инем: балағыҙ оҙаҡ ваҡыт ауыҙын асҡан килеш ултыра икән, хафаланырға урын бар. Сөнки ауыҙ асыҡ торһа, урттың көслө мускулдары ике яҡлап яңаҡҡа баҫа ла яңаҡты үҫештермәй, ул тарайыуға дусар була. Бындай хәл күҙәтелһә, мотлаҡ балағыҙҙы лор табибына күрһәтергә ашығығыҙ.
Балаларҙың бар шундай насар ғәҙәттәре: йыш ҡына тырнаҡ кимерәләр, ирендәрен тешләп эскә тарталар йә ҡәләм, ручка башы сәйнәйҙәр, оҙайлы ваҡыт эйәктәрен ҡулы менән баҫып ултыралар. Был осраҡта мускулдар тигеҙ эшләмәй”.
Рәсимә Мөхәррәм ҡыҙы ҡулы шифаһын татыған балалар, тигеҙ тештәрен күрһәтеп, рәхмәттәрен еткерергә ашығалар икән, бындай ҙур иғтибарға ул намыҫлы хеҙмәте менән өлгәшкән. Хоҙай үҙегеҙҙе һаулыҡтан, сабырлыҡтан айырмаһын, Рәсимә апай!
Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА.
Фото ғаилә архивынан алынды.