А. П. Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы был көндө балалаларҙың ғына түгел, оло йәштәгеләрҙең дә шат тауыштарынан гөрләп торҙо. Пионерҙар һарайына килеп инеү менән байрамса биҙәлгән фойела ҡыҙыҡлы фотозоналар һәм оҫталыҡ дәрестәре ҡаршы ала. Унда тематик фотозона ерлегендә ғаилә менән фотоға төшөргә, оҫталыҡ дәрестәре алырға мөмкин булды.
Көньяҡ-Көнбайыш район-ара “Ғаилә” үҙәге белгестәре ойошторған “Үҙеңде танып бел” тип аталған психологтар майҙансығы, шулай уҡ, “Теләктәр капсулаһы”, “Башҡортостан буйлап сәйәхәт”, “Фликсик-галактик” кеүек оҫталыҡ дәрестәре кескәйҙәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә битараф ҡалдырмағандыр. Унда теләгән һәр кемгә үҙенең ҡул эштәренә маһирлығын тикшереп ҡарарға, “Теләктәр капсулаһы”на теләктәр яҙып һалырға, хатта махсус операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға хат яҙып ебәрергә мөмкин ине.
Бына Ғаилә йылын асыу тантанаһының иң тулҡынландырғыс мәле лә килеп етте. Ҡалабыҙ тормошонда ҡайнап йәшәгән, үҙҙәренең бар ғүмерен Стәрлетамаҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышлаған, илле йылдан ашыу ҡулға-ҡул тотоношоп оло тормош юлын үткән ғаилә парҙары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, күп балалы өлгөлө ғаиләләр, төрлө конкурстарҙа еңеүселәр, хеҙмәт һәм спорт династиялары бер-бер артлы тамаша залы сәхнәһенә күтәрелде.
Саҡырылған ҡунаҡтарҙы тәбрикләү сәләме менән шығырым тулы залда ултырған халыҡҡа ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Ғафаров мөрәжәғәт итте. Артур Рәзил улы йәмғиәтебеҙҙе һәм дәүләтебеҙҙе үҫтереүҙә ғаилә институтын һаҡлау бөгөнгө көндә айырыуса мөһим булыуы, ғаилә традицияларының дауамлылығы, ғаилә ҡиммәттәренең баһалап бөткөһөҙ әһәмиәте тураһында билдәләп үтте.
– Барыһы ла ғаиләнән башлана. Ғаилә – ул дәүләтебеҙҙең нигеҙе. Ә ғаилә нигеҙендә быуындар бәйләнеше, күсәгилешлелек, бер-береңә хөрмәт, хәстәрлек һәм ышаныс кеүек ғаилә ҡиммәттәре ята. Был йыл беҙҙең ғаиләләребеҙҙе тағы ла ныҡлыраҡ итһен, яңы ғаиләләр ҡороуға, балалар тыуыуға бай булһын, – тигән матур теләктәрен еткерҙе.
Артур Ғафаров ҡалабыҙҙың биҙәге булған ғаиләләргә: Сарычевтар, Йомағужиндар, Яҡуповтар, Ишмөхәмәтовтар, Яуышевтар, Салауатовтар, Спевак, Хлесткиндар, Зәйнәғәбдиновтар, Коломиецтарға ҡала хакимиәтенең рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Ярты быуат һәм унан да ашыуыраҡ ваҡыт бергә ғүмер кисергән 13 ғаилә парҙары араһында ғаилә стажы алтмыш йыл булған Фәрит Мортаза улы менән Ҡәмбәрә Абдулсамат ҡыҙы Мәсәғүтовтар, Виктор Васильевич менән Ираида Фёдоровна Куликовтар ҙа бар ине!
Ҡалабыҙҙың шәп артистары: Радик Ғәлимйәновта тәрбиәләнгән йәш баянсы Шамил Вәлиев, ҡурайсы Динар Абдуллин башҡарыуында халыҡ моңдары, “Оптимистар” педагогик хеҙмәт ветерандары хоры, Анжелика Арыҫланова, Артём Ильясов, Глеб Радов, “Хыял”, “Виват”, “Фламинго” ансамблдәре; ғаилә парҙары – Рәшит һәм Айгөл Хәбибуллиндар-ҙың вокаль дуэты, Альберт һәм Лилиә Зариповтарҙың бейеү дуэты (һүрәттә) сығыштары сараны тағы ла нығыраҡ йәмләп, йәнләндереп ебәрҙе.
Ошо мөһим сараны юғары кимәлдә ойошторған ҡала хакимиәте, мәғариф бүлеге, опека һәм попечителлек идаралығы, ҡала йәмәғәт палатаһы һәм Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы етәкселегенә афарин тиергә генә ҡала.
Бына шундай матур сара менән асылды Ғаилә йылы. Алда Ғаилә йылы уңайынан ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалауға һәм илебеҙҙә йәшәүсе ғаиләләр өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәтелгән төрлө фестивалдәр, конкурстар, форумдар һәм проекттар көтөлә, тимәк.
Роза САФИНА.
Фидан ҮЛӘКӘНОВ фотолары.
Һүрәттә: Сарала «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022» конкурсы еңеүселәре Артур һәм Гөлсөм Ишмөхәмәтовтар ҙа ҡатнашты. Уларҙы Артур Ғафаров тәбрикләй.