Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Февраль 2024, 07:05

ДОШМАН КҮҘЕНӘН ҺАҠЛАЙ

Махсус хәрби операция биләмәһенә селтәр үреүсе ирекмәндәр үҙ эшен дауам итә, ошо көндәрҙә “Аструм” сауҙа үҙәгендә сираттағы ылау әҙерләнде. Селтәр үрер өсөн сауҙа үҙәгенә көндә тейерлек ирекмәндәр иртәнән кискә тиклем килеп торалар, бындағы эш барышын күҙәтеп торғанда үҙенә күрә бер цех тип тә әйтергә була. Эш башлауға февраль айында бер йыл да булып киткән.

Селтәр үрергә тотоноусылар араһында ниндәй генә һөнәр эйәһе юҡ, быға ҡарамаҫтан уларҙы бер генә маҡсат берләштерә – һалдаттарыбыҙға ярҙам итеү!

– Иртәнсәк йомшаҡ мендәр, йылы юрған аҫтынан килеп торабыҙ, атыш та, шартлау тауыштары ла ишетелмәй, ә бит ҡайҙалыр беҙҙең ҡала, йә ауыл егете был матур тормоштан бик алыҫта ил сигендә һаҡта тора. Аяҡ кейеме һыуланмағанмы, тамағынан ашағанмы тигән борсолоуҙар тыуа. Нисек тә булһа ярҙам итергә, эш араһында бергәләп һөйләшеп күңелде лә йыуатабыҙ, ҡайтып төшкән һалдаттарыбыҙҙан рәхмәттәр ишетеп, эшебеҙҙең кәрәкле икәнен дә беләбеҙ, – тине  әүҙем ирекмән Валентина Кухорева.

Был юлы ирекмәндәр хәрби операция урынына 408 маскировкалау селтәре әҙерләп ҡуйған, был 2,5 мең квадрат метр майҙанды тәшкил итә. Селтәрҙәр ике төрлө төҫтә: береһе аҡ, икенсеһе йәшел, улар тоҡҡа тултырылып әҙерләп ҡуйылған ине инде.

– Беҙҙең барлыҡ ирекмәндәргә ҙур рәхмәт әйтке килә, улар үҙҙәренең ваҡыттарын йәлләмәй, ябай ғына булып күренгән, шул уҡ ваҡытта кеше ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән эштә ҡатнаша. Селтәр үреүҙең дә үҙ нескәлектәре бар, яңы килеүселәргә оҫталар барыһын да өйрәтәләр. Бынан тыш беҙгә медицина тауарҙары, оҙаҡ һаҡлана торған туҡланыу продукцияһы, кейемдәр, хатта аҡсалата ярҙам итеүселәр, материал алып килеүселәр бар. Бер йыл эсендә беҙ 17 мең квадрат метр маскировкалау селтәре үреп, фронтҡа оҙатҡанбыҙ. Ирекмәндәр ҙур эш башҡара, бөгөн уларға маҡтау хаттары ла тапшырып үттек. Иң ҙур бүләк ул һалдаттарыбыҙҙан рәхмәт һүҙәре ишетеү, инәйҙәребеҙ бындай һүҙҙәрҙе ишетеп ҡайһы саҡ илап та ҡуялар, – тине “Аструм” сауҙа үҙәгенең башҡарма директоры Илфат Ниғмәтуллин.

Әйткәндәй, был юлы ла селтәрҙәрҙе тапшырыу мәлендә махсус хәрби операция биләмәһенән ялға ҡайтыусы хәрбиҙәр булды. Улар ирекмәндәргә үҙ рәхмәтен белдерҙе һәм москиравкалау селтәрҙәренең әһәмиәте тураһында һөйләне.

А – Ошо ике-өс квадрат метрлыҡ селтәр ҙә фронтта бер нисә һалдаттың ғүмерен ҡотҡарып ҡала, һеҙгә яуҙаштарым исеменән ысын күңелдән рәхмәт әйтәм, – тине яугирҙәрҙең береһе.

Үҙ сиратында “Набат” Чечен республикаһында ҡораллы конфликтта ҡатнашыусылар союзы рәйесе, ҡала Советы депутаты Илдус Мәнәпов гуманитар ярҙам тиҙҙән һалдаттарҙың ҡулына уҡ алып барып еткереләсәк.

– Ҡала хакимиәте, ирекмәндәр, төрлө ойошма, бөтә ҡала халҡы менән гуманитар ылауҙар туплап егеттәребеҙҙең ҡулдарына, алғы һыҙыҡҡа уҡ барып етеп тапшырабыҙ. Һеҙҙең һалған ҡул көсөгөҙ, юғалып ҡалмаясаҡ. Егеттәр һәр ваҡыт яуаплап һеҙгә рәхмәттәрҙе еткереүҙе үтенә. Тиҙҙән йәнә юлға сығабыҙ, был юлы ҡалабыҙҙан 15-се гуманитар ылау ҡуҙғала, – тине Илдус Фәүил улы.

Бындай осрашыуҙар ирекмәндәргә йәнә дәрт бирә. “Еңеү беҙҙең менән буласаҡ!” тигән һүҙҙәр менән улар йәнә селтәрҙәр үреүгә күсеп китте. Был ярҙам бер генә булһа ла һалдаттың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итһә, ирекмәндәр өсөн ҙур еңеү.

Эльдар ФӘТТӘХОВ.

Автор фотолары.

ДОШМАН КҮҘЕНӘН ҺАҠЛАЙ
ДОШМАН КҮҘЕНӘН ҺАҠЛАЙ
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас